Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Май 2021, 14:35

БЕҘҘЕҢ ПОГРАНИЧНИКТАР - БАЙМАҠТА

28 май – Ил һаҡсылары көнө. Райондан ил сигендә хеҙмәт иткән биш пограничник: Айбулат Ҡасҡынбаев, Булат Тимерғәлиев, Флүр Дәүләтшин, Айрат Ҡарағолов һәм Йәҙгәр Мәжитовтар Баймаҡта ил һаҡсыларының төбәк-ара слетында ҡатнашып ҡайтты.

Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, Граф күле буйында үткән слет.
Бындай сара Баймаҡта быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән. Сик буйы ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәре төбәктә күләмле тәрбиәүи эш алып бара: иҫтәлекле даталарға арнап кисәләр, автоуҙыш, йәштәр менән осрашыуҙар ойоштора, ветерандарға һәм локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итә.
Беҙҙең егеттәр күршеләрҙең нисек эшләгәнен күреп, тәжрибә уртаҡлашып, киләсәккә яңы пландыр ҡороп, дәртләнеп ҡайтҡандар.
Читайте нас: