Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Май 2021, 10:00

“Ҡыҙыл йондоҙ”ло Юныс йәки Яуымбайҙың аҫыл Аҫылбайҙары

Атай хаҡында белгәндәрАтайым 1908 йылғы. Атайымдың атаһы Баһауетдин олатай хәлле генә йәшәй. Уның бер нисә аты, һыйыры була. Колхозлашыу башланғас, атай шул ат-һыйырҙары менән колхозға инә. Бәләкәйҙән ат араһында йөрөп, ат яратып үҫә ул.

Атай хаҡында белгәндәр
Атайым 1908 йылғы. Атайымдың атаһы Баһауетдин олатай хәлле генә йәшәй. Уның бер нисә аты, һыйыры була. Колхозлашыу башланғас, атай шул ат-һыйырҙары менән колхозға инә. Бәләкәйҙән ат араһында йөрөп, ат яратып үҫә ул.
Уның тәүге ҡатынынан Аҫылбаева Зәбирә, Сәмсүрә, Яңылбикә апайҙар, Рәис ағай тыуған.
1946-1947 йылдарҙа ул ике балалы, ире фронтта ятып ҡалған әсәйемә өйләнгән. Хәҙергесә әйткәндә, гражданлыҡ никахы менән йәшәгәндәр. Әсәйемдең тәүге иренән Садиҡа апайым, Кәрим ағай Сәлиховтар (Кәрим ағай һуңынан Билалов фамилияһын алды) тыуған. 1947 йылда – Шәүрә апай, 1951 йылда – Фәйрүзә апай һәм 1948 йылда мин тыуғанмын. Хәҙер улар барыһы ла мәрхүмдәр инде.

Атайым ике ғаиләһен дә һәйбәт итеп ҡарай – уның елкәһендә 9 бала булғанбыҙ. Сәлихов Кәрим менән Садиҡа апайҙы атайым мәрхүм үҙ балалары кеүек ҡараны, бер ҙә ситкә типмәне, ҡаҡманы-һуҡманы. Садиҡа апайҙы Мораҙым ауылы Морат еҙнәйгә кейәүгә биргәне әле лә иҫтә.

Һуғышта ғына батыр булмаған атай, тыныс тормошта ла һынатмаған. Ошолай булмаһа, ике ҡатынға өйләнеп, өй тулаһы балаларҙы ҡарап-тәрбиәләй алыр инеме лә, ике ҡатынына ла өй һалып бирер инеме? Эш аралатып ҡул бысҡыһы менән ағас йығып, арба менән өйлөк ағас ташырға, бурарға, күтәрергә кәрәк. Әйтеүе генә анһат.
Атайымдың үҙәкте өҙөп ҡурайҙа уйнауы, моңло итеп йырлауы һис онотолмай.

Бер көн бер ҡатынында йоҡлаһа, икенсе көн икенсеһендә йоҡлар, күрше ауылдарға ҡунаҡҡа барһа, ике яғына ике ҡатынын ултыртып алып китер ине. Арбаға тейәлеп Силәбе өлкәһендәге Черкасскийға (Сибай аръяғы) Сәмсүрә ҡыҙына барып, ҡунаҡ булып та ҡайталар.

Бөгөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”ло кавалерист Юныс Аҫылбаевтың зат-зәүере бөтә Рәсәй буйлап таралған. Ҡаһарман яугирҙең вариҫтарыҠаҙағстанда, Калуга , Силәбе өлкәләрендә, Өфөлә, Дәүләкәндә, Магнитогорскиҙа йәшәй. Уның 130-ҙан ашыу әҡрәбәһе кавалерист олаталары менән хаҡлы ғорурлана ала.
Атайым –
һунарсы
Һунарсы булған атайым, һунарсы булған бабам, тип Мостайҙың Үлмәҫбайындай һамаҡларға ғына ҡала – атайым оҫта һунарсы ла ине.

Элек бит кеше бер-береһенә ярҙамсыл булған. Ризыҡҡа ҡытлыҡ осоронда ҡыр йәнлеген аулап, ауыл келәтендә тоҙлап, кешегә таратҡандар, ошаҡ-мошаҡ булмаған.
Ул осор боланы ла, илеге лә, мышыһы ла күп булған. Әллә көнбайыштан, һуғыш булған ерҙәрҙән ҡасып был яҡтарға килгәндәрмелер инде?

Исмәғилев Муллағәләм апа менән йәнлек-януар аулап, уны ауылдағы һәр ғаилә башына ғәҙел итеп бүлгәндәр. Ул осор аслыҡ бит инде. Ирҙәрҙең күбеһе һуғышта ятып ҡалған. Бөтә донъя ҡарт-ҡоро һәм ҡатын-ҡыҙ, бала-саға елкәһендә.
Муллағәләм апа балта оҫтаһы ла була әле ул.
Һуғыштан һуңғы
аслыҡ касафаты
Ауыл келәтендә тоҙҙо, бойҙай-һолоно әҙ-әҙләп, ҡалаҡ менән генә йән башына бүлеп бирәләр. Игенде ҡыҙҙырып, ҡурмас итеп ашай торғайныҡ, ти әсәй.
Әле мин иҫ белгәндә әсәйем ҡул тирмәне менән һоло тартып, кәбәге-ние менән плитә өҫтөндә икмәк бешерә торғайны. Бойҙай булһа, тағы ла шәп. Уныһын да 1-3 кг ғына бирәләр. Уны йыуып, килелә төйөп, бутҡа итеп бешерә ине әсәйем.

Атайым иртә менән, ат алып ҡайтҡан арала, ҡармаҡ һала һалып, бағыр балыҡтары тотоп алып ҡайта ине. Балығын бер көн һырттағы ғаиләһенә, икенсе көн аҫтағы ғаиләһенә бирә.
Яҙ булһа, һуйырға сығыр ине. Атайым шунда ла ике ҡатынын эйәртеп йөрөгән. Һуйырҙы тәүҙә бер ҡатынына, аҙаҡ икенсеһенә тоттороп ҡайтарған. Ит мулыраҡ булһа, күрше-күләнде ашҡа саҡырып һыйлай.
Атайым –
бригадир
Бригадир булғас, билдәле, бөтә эш өсөн яуаплыһың. Техниканың әле ауылға килеп етмәгән осоро. Һыйыр менән ер һөрөп, ер тырмап йәшәгән осор. Һыйыр малының ғына ниндәй көсө лә, уның менән күпме генә ерҙе эшкәртеү мөмкин? Бигерәк тә беҙҙең тау-таш араһында. Аҡса тигән нәмәнең еҫе лә юҡ. Һәр кем трудоденгә эшләй. Эшләгән эш көнөңә ҡарап көҙ иген биргән булалар.

Шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған: бер көн беҙҙең ҡапҡа алдына 10 тоҡ тирәһе һоломо, бойҙаймы алып килеп ҡалдырып киттеләр. Әсәйемдең йыллыҡ эш хаҡы шул булғандыр инде. Уны ҡояшта киптереп, сеүәтә менән елгәреп, тоҡҡа тултырып индерәбеҙ.
Мең михнәтле
бала саҡ
Ауыл ерендәге аяғына баҫҡан һәр бала дөйөм эшкә йәлеп ителә ине.
Ауылда уҡығанда иген утарға йөрөнөк. Бесән етһә, күбә тарттырабыҙ. Әҙерәк ҙурая килә тырмаға (ат гәрәбилкәһенә) ултырталар, унан инде, беләктәргә аҙыраҡ көс ултырһа, кәбән һалырға йөрөйһөң.

Беҙ – һуғыштан һуңғы балалар. Йәшеңә ҡарап иген утауҙан, күбә тарттырыуҙан, ат тырмаһында бесән тырмауҙан башланды хеҙмәт юлыбыҙ. Уҡыу бөтөүен аңдып ҡына торалар ҙа хужалыҡ эшенә ҡушалар. Ҡайһы звеноға эләгеүеңде яҙып элеп ҡуялар.

Минең күбә тарттырырға өйрәнә генә башлаған ваҡыт. Ат өҫтөндә саҡ-саҡ ултырам. Ололар күтәреп мендерә, төшөрөшә. Атайым кәбән һала, әсәйем кәбән тапай. Мин күгәүендән талана-талана күбә тарттырам. Элек күгәүен иҫ китмәле күп булды бит ул. Ат бауырының аҫты туп-тулы күгәүен булыр ине. Атай көнөнә 7-8 кәбән һалғандыр ул.

Кис ҙур итеп усаҡ яғып, ут тирәләй һөйләшеп ултырырҙар ине. Һуғыштан һуң икмәктең етмәгән, кешенең таяҡҡа эшләгән сағы. Әлеге лә баяғы трудоденгә ҡарап көҙ иген бирәләр. Мин уны турғайҙан һаҡлайым. Сеүәтә менән елгәреп, микенәһен осораһың. Кис йыйып алып, иртән тағы сығарып йәйер кәрәк.

Кейемдең етмәгән сағы.Аҡса юҡ. Тамағынан тартып, аҙ ғына игененең бер өлөшөн Әүжәнгә алып барып һатып, тауар ала торғайны кеше. Миңә лә әсәйем бер салбар тегеп бирҙе. Яр буйында ҡабыҡҡа ултырып шыуып, тегенең төбө йыртылды.

Мазһар ағай Назаров әле булһа: “Юныс ағай бригадир – эшкә әйтеп йөрөй, ә минең эшкә кейеп барырлыҡ бер бөртөк күлдәгем дә юҡ. Ағай оҙаҡ аптырап торманы – өҫтөндәге күлдәген сисеп бирҙе. Шундағы ҡыуаныуым! Юныс ағай талапсан да, кешелекле лә, ғәҙел дә булды инде ул”, - тип иҫләй.
Дегет
ҡайнатыу
Муллағәләм апаның эргәһендә, яр аҫтында, дегет ҡайната торған баҙы була торғайны. Шуға туҙ һыҙырып, арбаға баһыраулап тейәп, баҙҙы туҙ менән тултыралар. Унан ут төртөп, башын ябалар. Аҫта улаҡ, уның ауыҙында ҙур ғына һауыт ултыра. Шунан һауытҡа ҡап-ҡара май аға. Дегет менән арба тәгәрмәстәрен майлайҙар. Һатырға ла, малға һөртөргә лә тотоналар.

Атайым –
кавалерист
Яуымбай ауылында ике Юныс булып, минең атайымды ҡара Юныс, Кәрим Билаловтарҙың атаһын һары Юныс, тип йөрөттөләр.
Ҡыҙылармеец Аҫылбаев Юныс Баһауетдин улы1908 йылда тыуған, тинек. 1941 йылда Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа саҡырылған.

Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә ул. “Кешене бик ныҡ тикшереп, һайлап алдылар. Башҡорттарҙы ғына. Мин башҡорт, тип ингән татарҙар ҙа күп булды”, - тип һөйләй ине атай.

Өфөнән Сталинградҡаса күпме ер-һыу үтә ул. Ауыл-ҡалаларҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеп, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа окоп төптәрендә туңып, утлы-боҙло һыуҙар кисеп, аслы-туҡлы килеш тә рухтары һынмай, еңеүгә өмөттәре өҙөлмәй Берлинғаса барып еткән ҡурҡыу белмәҫ быуын улар. “Берлинға ингәс, бала-сағанан алып ҡарт-ҡороһона тиклем мылтыҡ, автоматтар менән беҙгә ҡаршы һуғыштылар”, - тип хәтерләй ине атай.

Таһир Кусимов менән бөтә һуғыштарҙа бергә була. Ауыл егете ней, атҡа шәп була. Сбруйҙарын, арба-санаһын һәр саҡ тәртиптә-төҙөклөктә тота, Сталинград һуғышында дошман менән айҡаша, Көнбайыш Европа илдәрен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша.

1942 йылдың 24 апреленән Брянск, Көнбайыш, I Белоруссия һуғыштарында ҡатнашҡан. 1943 йылдың 28 мартында гвардия кавалерия дивизияһының №013 бойороғо нигеҙендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Хәрби Прокуратураның атын йөрөтөүсе булып, Висланан Браденбургҡа тиклем барып еткән Яуымбай уҙаманы. Ябай ғына кавалерист булмаған атай мәрхүм – Висланан Бранденбургҡаса ВЧС-тың йәшерен документтары һаҡланған канцелярияның һаҡсыһы һәм улар тейәлгән атты йөрөтөүсе булған. “Аҫылбаев иптәш үҙенә беркетелгән аттарҙы яратып тәрбиәләй. Ҙур марштар барышында уның тарафынан бер ниндәй тотҡарланыу, нимәлер онталыу һәм артта ҡалыуҙар булманы. Амунициялары һәр саҡ төҙөк, аттары теләһә ниндәй маршҡа әҙер.

Хәрби операциялар ваҡытында дивизия штабы янында булды һәм уның аттары урындағы ресурстар иҫәбенә һәр саҡ фураж менән тәьмин ителгән булды.
Аҫылбаев иптәш аттарын да, арбаларҙы ла (көймә) ныҡ ҡарай. Һөҙөмтәлә аттары һәр саҡ һаҡлаулы һәм яҡшы торошта.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: