Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль 2021, 10:00

Хөрмәтле ир-егеттәр, ветерандар һәм райондаштар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым.

Һеҙҙең барығыҙҙы ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым.
Ватанды һаҡлаусылар көнө - Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо, именлеге һағында тороусылар байрамы. Был көндә беҙ хәрбиҙәрҙе, үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән Тыуған илдең үҫешенә өлөш индереүсе ир-егеттәрҙе һәм бөгөн ил һағында тороусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Әлеге тыныс тормошобоҙ, аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәргә һәм эшләргә мөмкинселек биргән өсөн ҡәҙерле һуғыш ветерандарына рәхмәт әйтеп, хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Байрам айҡанлы Тыуған илдең терәге, яҡындарының ышаныслы таянысы булып торған ир-егеттәргә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рух ныҡлығы һәм барлыҡ эштәрендә уңыштар теләйем!
Читайте нас: