...1962 йылда кино төшөрөү өсөн «Мосфильм» киностудияһы базаһында 11-се кавалерия полкы ойошторола. 1990 йылдарҙа, финанслау ауырлашҡас, полк 10 тапҡырға ҡыҫҡарып, 457 кеше һәм 124 ат тороп ҡала. Финанслауҙы «Мосфильм» менән Оборона Министрлығы уртаҡ бүлешә. Ә 2002 йылда кавалерия полкын тарҡатып, Кремль Президент полкы составында почетлы кавалерия эскорты барлыҡҡа килә.
Ҡыпсаҡ ауылынан 1972 йылғы Ғәлин Сәйет Ханнан улына 1991-1993 йылдарҙа армиялағы ошо берҙән-бер 11-се кавалерия полкында хеҙмәт итеү бәхете эләгә. Армияға тиклем, 1987-1991 йылдарҙа, ул Йылайыр совхоз-техникумында уҡып, ветеринар фельдшер дипломын ала. Өфөләге хәрби йыйын пунктында тик ветеринар белеме булған 8 егетте генә «Мосфильм»дың кавалерия полкына билдәләйҙәр. Йыйылыу пунктында хәрби часҡа оҙатыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килгәс, Сәйет ҡасып ҡайтып, 3 көн өйҙә картуф уташып китә. Кире йыйылыу пунктына барыуының иртәгеһе көнөнә 8 кешенән торған команда поезға ултырып Мәскәүгә юл ала.
Таманск дивизияһының 11-се кавалерия полкы Мәскәү өлкәһенең Норо-Фоминск районының Калининец ҡасабаһында урынлашҡан. Тәүҙә бер ай йәш һалдат курсы үтәләр. Кейемдәге билдәләр (погон, петлица һ.б.) дәүләт хәүефһеҙлеге һалдаттарыныҡы кеүек ҡара-күк төҫтә була. Башҡа һалдаттарҙың шәхси ҡоралынан (АКМ, противогаз, сапер көрәге һ.б.) айырмалы рәүештә, һәр һалдатҡа шашка (ҡылыс) бирелә.
-Ҡылыстар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кавалеристарҙыҡы булды, араһында генерал Шайморатов дивизияһыныҡы ла бар, тинеләр, - тип иҫләй Сәйет. Дневальный булғанда, КПП-ла нарядта булғанда ҡылыс тағып торалар. Һәр һалдатҡа ат беркетелә.
- Үҙемә беркетелгән Жонглер ҡушаматлы аттан тыш, эскадрон командиры майор Павловскийҙың ат ҡараусыһы булдым, уның Период ҡушаматлы атын да ҡарарға тейеш инем, - тип хәтирәләргә бирелә Сәйет. - Иртәнсәк сәғәт 6-ла тороп, иртәнге ашҡа тиклем аттарҙы тәрбиәләргә йүгерәһең. Аттарҙы көнөнә 3 тапҡыр ҡарарға кәрәк, унан тыш, көн дә улар менән шөғөлләнәбеҙ. Нисек итеп тиҙ генә атҡа атланырға, үҙең һыбай менеп сабып барған атты ҡапыл ҡолатырға һ.б. күнекмәләр үткәрҙек. Сабып барған аттың йүгәнен ҡапыл бер яҡҡа тартҡас та, өйрәнгән ғәҙәте буйынса, ат ҡолай, ә инде ҡолағандан һуң, һыбайлы аяғын аттың башы аша һалһа, ат ҡыбырламай, тик кенә ята. Арттан килгән аттар бер ваҡытта ла тапамай, йә урап үтә, өлгөрмәһә, аша һикерергә мөмкин, әммә һалдаттарҙың тапалған осрағы булманы. «Тихий Дон», «Генерал Горбатов», «Гардемарины, вперед» фильмдарының һуңғы 3 серияһында, «Ермак», «Воздушный экспресс», «Звезда Григория», «Чингизхан», «Освобождение Европы», «Золото Бородина» фильмдарын төшөргәндә ҡатнаштым. Ҡатмарлы трюктарҙы каскадерҙар башҡарҙы, кино төшөргәндә аттар ҡурҡыныс тәгәрәп китһә лә, минең хеҙмәт мәлендә үлгән аттар булманы, яраланған осраҡтар булғыланы. 1992 йылда йәй буйы «Тихий Дон» киноһында ҡатнашырға тура килде. Яҡшыраҡ йөҙә белгән 8 һалдат аттар менән Дон йылғаһы аша йөҙөп сыҡтыҡ. Дон йылғаһында йөҙгәндә, эйәргә йәбешеп, ағымдан атҡа ышыҡланып сығаһың. Бер кадрҙы төшөрөр өсөн бер-нисә дубль яһарға кәрәк. Киноға төшкәндә гел аттар менән генә түгел, пехота һалдаттары булып, фашистар ролендә лә уйнарға тура килде. Немец һалдаты роле еңелерәк тойола торғайны - кейемдәре лә уңайлы, шмайсер автоматы ла ППШ-нан еңелерәк, - тип көлә Сәйет. - Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылай торғайны. Йәйгеһен бер мәл салғы менән аттарға бесән сабырға барҙыҡ. Үлән саба ғына башлағайныҡ, эргәлә генә автоматтан ата башланылар. Беҙ ергә яттыҡ. Ҡаршы яҡта кеше һынлы мишендәр ҡалҡып сыҡты. Пулялар беҙҙең яндан ғына осҡан кеүек. Беҙ белмәгәнбеҙ, эргәләге часта күнекмәләр барған. Беҙ ней, ҡайҙа үлән яҡшыраҡ, тип эҙләп барып сыҡҡанбыҙ. Атыу тымыу менән тороп тайҙыҡ ул яландан. Киноға төшкән мәлдә, һаҙлыҡта китеп барғанда, янымда ғына петарда шартланы. Шартлай торған урынды билдәләп, флажок ҡуйырға онотҡандар. Үҙем яраланмаһам да, саҡ һаҙлыҡҡа батманым.
-Иң ауыры аттар менән хушлашыу булды, - тип дауам итте Сәйет. - Дембелгә ҡайтырға йыйынғас, ат менән хушлашырға бараһың. Әллә дембель кейемен күреп, әллә үҙҙәренең һиҙгерлеге менән, һин күренеү менән сабып кешнәргә тотона ат. Барып ҡосаҡлағас, тыпырсына, башын сайҡап, янынан ебәргеһе килмәй. Ике йыл буйы үҙеңдең туғаныңды ҡараған кеүек тәрбиәләгән атыңдан айырылыуы бигерәк ҡыйын. Һин аттың күҙенән юғалһаң да, бер туҡтауһыҙ кешнәүен ишетеп, үҙенән-үҙе күҙгә йәштәр төйөлә.