Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
18 Ноябрь 2020, 17:00

Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Борон-борондан да Тыуған илде һаҡлау ир-егет өсөн иң дәрәжәле, маҡтаулы, баһалы эш-ғәмәлдән, бурыстан иҫәпләнгән.

Борон-борондан да Тыуған илде һаҡлау ир-егет өсөн иң дәрәжәле, маҡтаулы, баһалы эш-ғәмәлдән, бурыстан иҫәпләнгән.
Башҡорт ир-аты был тәңгәлдә бер осорҙа ла һынатмаған. Үҙебеҙҙең Бөрйән егеттәре лә ошо теҙмәлә – ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә, үҙҙәренән алда дандары, яҡшаттары йөрөй, күпселек ата-әсәләр үҙҙәренең улдары хеҙмәт иткән часть командованиеһынан Рәхмәт хаттары алып ҡыуана.

Ошо көндәрҙә әрмегә саҡырылыусылар көнө билдәләнде. Элек был көн буласаҡ һалдаттарҙы, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләрен, туғандарын мәҙәниәт йорттарына саҡырып, ололап, ир-егеттәргә хеҙмәткә фатиха биреп, матур сара итеп үткәрелһә, бынау донъяны солғаған тажзәхмәт сәбәпле, быйыл был саралар онлайн форматта үтте. Һәр ауылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаш егеттәрҙең фотоһүрәтен интернет селтәренә ҡуйып, теләктәрен еткерһә, Байназар ауыл мәҙәниәт йорто коллективы Өфөнөң «Хәмзә» мәсетендә мәзин булып эшләүсе яҡташыбыҙ Данияр хәҙрәт Буранбаев менән онлайн әңгәмә үткәрҙе.

Данияр хәҙрәт әрме сафына алынасаҡ егеттәргә өгөт-нәсихәт әйтеп, имен-аман хеҙмәт итһендәр, тип Ҡөрьән уҡып, доға бағышланы.

- Быйылғы көҙгө саҡырылышта әрме сафтарына Бөрйәндән 65 егет барасаҡ. Әле 7 егетебеҙ китте. Егеттәр Рәсәй буйлап төрлө частәргә оҙатыла.Тажзәхмәт сәбәпле, әрмегә алынасаҡ егеттәр тәүҙә Бөрйәндә, унан Өфөләге саҡырылыш пунктына барғас, тағы унан сығып китер саҡта, артабан үҙе хеҙмәт итәсәк часҡа барғас, ковидҡа анализ бирәсәк.
Егеттәр имен-һау, өлгөлө хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәп, тыуған нигеҙҙәренә, ата-әсәләре янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, - ти Бөрйән районының хәрби-иҫәп пунктының өлкән хеҙмәткәре Флүзә Рәйес ҡыҙы Ҡаһарманова.
Читайте нас: