Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Май 2020, 11:00

АТАЙЫБЫҘ АЛТЫН ҠАЛҠАН БУЛДЫ

...Яҙҙар, Еңеү байрамдары яҡынлашҡан һайын атайым иҫкә төшә. 17 йәшлек кенә сағынан һуғышҡа китеп, бынан 75 йыл элек, күкрәгенә орден-миҙалдар тултырып, яраланып, бер күҙен юғалтып, тыуған ауылына ҡайтып инә.

...Яҙҙар, Еңеү байрамдары яҡынлашҡан һайын атайым иҫкә төшә. 17 йәшлек кенә сағынан һуғышҡа китеп, бынан 75 йыл элек, күкрәгенә орден-миҙалдар тултырып, яраланып, бер күҙен юғалтып, тыуған ауылына ҡайтып инә.
Атайым Аллабирҙин Мортаҙа Ғәлләм улы 1924 йылдың февралендә Тимер ауылында крәҫтиән Аллабирҙин Ғәлләм һәм Ғәйзә өләсәйҙәр ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Улар ғаиләлә 4 ҡыҙ, 2 малай үҫкәндәр. Иң оло апайы Фәйрүзә инәй, унан Һәҙиә, Фәниә апайымдар, Мөнир ағай. Ҡустылары Әхмәҙей ағайым менән Фәниә апайҙан башҡалары мәрхүмдәр инде.
Атайым тырыш, егәрле ғаиләлә үҫкән, уны атаһы ниндәй эш эшләһә лә бергә алып йөрөгән. Олатай балта оҫтаһы булған, малайын да шул эшкә өйрәткән. Атайымдың ҡулы ҡағылмаған өйҙәр ауылда һирәктер. Беҙгә лә һәр беребеҙгә өй һалышырға ярҙамлашты. Мин уның уҫаҡтан һалған өйөн яҡшы хәтерләйем. Үҙе өлгөрмәҫтәй булғанғалыр, өйҙөң ике стенаһынан тәҙрә урынына берәр түмбәш ырғытҡан, һыуыҡ булһа, фуфайка тыға инек. Ишек урыны уйылған, яҡтауҙар ултыртылмаған, ваҡытлыса шаран ишек (һарай ишеге һымаҡ) ҡуйылған, плиталы мейес сығарылған. Атай көнө-төнө эштә. Келәт мөдире ине.
Ураҡ мәле. Иген елгәргәндә кеше күп кәрәк, тип әсәйемде лә, балаһы бәләкәй булһа ла, эшкә алып киткән.
Мин, йәнәһе, ярҙам итәм, тип, бер мәл өйҙө яндырып ебәрә яҙҙым. Хәл былай булды. Көршәккә картуф йыуып һалдым, самауырға һыу арттағы көршәктә ҡайнай, тип уйланым да ут тоҡандырҙым. Яҡшылап янмай ҙа янмай, әллә яға белмәнем, әллә утын һыу. Быҫҡып ята торғас, янып китте. Өйгә төтөн таралғас та теге тәҙрә тишегенә тығылған фуфайкаларҙы алдыҡ. Сәңгелдәктә ятҡан бала илай башланы. Сәңгелдәгенән нисек алғанбыҙҙыр, белмәйем, уны ишек төбөнә һалдыҡ. Минән бәләкәй Сәрүәр һеңлем дә, бер йәше лә тулмаған, иҙәндә ятҡан Гәүһәр ҙә илай. Тәҙрә урынындағы тишектән төтөн торбанан сыҡҡан һымаҡ сыға икән.
Әсәйем менән атайым хәлдәре бөтөп йүгереп килеп инделәр. Ишекте асты ла, әсәй Гәүһәрҙе күкрәгенә ҡыҫып илай, беҙҙә эше юҡ. Һеңлем миңә йәбешеп, мин уны ҡосаҡлап илайбыҙ. Мейестең йүшкеһен асмаған булғанмын.
Ҡабат шырпыға теймәгеҙ, ҡулығыҙҙы өтәм, тип әйтте лә атай, башҡа өндәшмәне. Бер ауыҙым бешкәс, ни өсөн ул калдауайға барҙым һуң әле, тип үҙ алдына үҙе һөйләнә әсәй.
Атай келәт мөдире булып эшләп йөрөгәнендә бер мәл игене тулмай сыға.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: