Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Май 2020, 11:00

ҮТКӘНДӘРҘЕ УЙЛАП, БЕР АҘ ЯМАНҺЫУЛАП...

Пар атын егеп, Сәйетгәрәй ағай бесәнде саптырырға сыға. Беҙ ҙә сәғәт алтынан тороп, ат инә алмаған ерҙәрҙе сабабыҙ. Ысыҡ кипкәс, Зата ағай йыйҙырырға сыға, күбәләргә беҙ сығабыҙ. Көнөнә 15-20 күбә эшләйбеҙ.

Пар атын егеп, Сәйетгәрәй ағай бесәнде саптырырға сыға. Беҙ ҙә сәғәт алтынан тороп, ат инә алмаған ерҙәрҙе сабабыҙ. Ысыҡ кипкәс, Зата ағай йыйҙырырға сыға, күбәләргә беҙ сығабыҙ. Көнөнә 15-20 күбә эшләйбеҙ.
Колхоз мәле. Нөгөш буйында ауылдың йәш балалы ҡатындарынан төҙөлгән звенола Фәниә ҡыҙы Вәлимә, Мәрйәм еңгәй улы Фазыл, Сәғиҙә еңгәй улы Әлфир, Дағыя еңгәй ҡыҙы Сәғиә, Ғәфифә улы Хәким, Ғылминиса ҡыҙы Мәсхүҙә, мин, Рима, ҡыҙым Фәүзирә менән бесәндәбеҙ. Тик Ғәйникамал апайҙың ғына ҡыҙы Зөлфирә 2 йәштәр самаһында. Ҡалған 7 бала бишектәге имсәк балалар. Шул балаларҙы ҡыуышта ҡалдырып, бер һыуһында дүртәр сәғәт эшләйбеҙ. Ярай әле, балалар янында көн һайын бер әсә дежурға ҡала. 8 ҡыуышта - 8 бала. Шуларҙы ҡарап, эштәгеләр ҡайтыуға урмандан ҡоро-һары килтереп, ут яғып, ашарға әҙерләй, теҙелеп киткән баҡырсаларҙы ҡайнатып ҡуя. Эшселәрҙең кеме - аш, кеме картуф бешерергә һалып китә.
Пар атын егеп, Сәйетгәрәй ағай бесәнде саптырырға сыға. Беҙ ҙә сәғәт алтынан тороп, ат инә алмаған ерҙәрҙе сабабыҙ. Ысыҡ кипкәс, Зата ағай йыйҙырырға сыға, күбәләргә беҙ сығабыҙ. Көнөнә 15-20 күбә эшләйбеҙ. Күбәне бит көн эҫелә эшләйһең, беҙ имеҙеүсе әсәләр булғас, һыуһата, иң үҙәккә үткәне - һыуһап эшләү, ҡайҙа ул хәҙерге кеүек уңайлы пластик һауыттар. Күбәләр өлгөрөүгә кәбән ҡойоусылар килә. Звено башлығы Шәмсетдин, Шөғәйеп ағайҙар, күбә ташыусы 12 йәшлек малайҙар – Рауил, Рахманғол. Эш төнгә ҡәҙәр бара. Аяҙ көндә бесән алып ҡалырға кәрәк. Беҙ эштән ҡайтҡанда ҡараңғы була, ҡайҙа баҫҡаныңды ла күрмәйһең. Балаларыбыҙ илап, йонсоп бөткән, ҡайтҡас, уларҙы ҡарарға, ашарға әҙерләргә кәрәк бит әле. Шул эштән һуң ағайҙар, малайҙар беҙҙе кәрт уйнарға саҡыралар. Нисек тыңламайһың, ултырабыҙ усаҡ яҡтыһында “дурак” өсөн кәрт уйнап. Үҙенә күрә күңел асыу инде, йәш саҡ бит.
Ҡайһы бер көндә күк атын менеп, колхоз рәйесе Хәлитов ағай килә. Һауынсылар ярышында район буйынса беренсе урында орденлы һауынсы Сания Әхмәҙуллина, икенсе урында Гөлзәүәр Йәнтүрина килгәнен әйтә. “Фрунзе” колхозы һауынсыларының ҙур уңышҡа өлгәшеүен телгә ала. Ауыл хәлдәрен һөйләй, эш барышын тикшерә. Тәүҙә колхозға бесән еткерергә кәрәк, ә үҙегеҙгә һуңынан делянка таҙалап сабығыҙ, тиер ине. Элекке колхоз законы шулай булды.
Беҙҙең сабын Ҡотоҡ башы тигән ерҙә, 500 метр эргәлә генә. Мал тапап бөтөрмәҫ элек 4-5 күбәлекте саба һалып, сейле-бешле бесәнде кәртә башына ташып һалғайныҡ. Хәлитов ағай миңә ҡарап: “Ҡайһы бер кешеләр колхоздан алда үҙҙәренә бесән ташыйҙар икән, бына шуларҙың бесәнен алырға тура килде милиция менән”, - тигәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Кис ҡайтһам, ир өйҙә юҡ, ауылдан 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Шәре башы тигән ергә звеноға киткән. Һарай башындағы сейҙәй кипкән бесән дә юҡ. Һығылып төштөм. Икебеҙ ҙә бер эштән дә ҡалмай эшләйбеҙ, баһаһы бына шул.
Ҡайһы берәүҙәр колхозды ташлап, ҡалаға сығып киттеләр. Беҙ ныҡ кешеләр бит, китмәнек, һыр бирмәнек, һаман бер ҡарышмай эшләп, донъя көттөк, балалар үҫтерҙек.
Ҡартым менән икебеҙҙең 80 йылдан артыҡ хеҙмәт стажыбыҙ бар. Шөкөр, тимен. Ошонда яҙған кешеләрҙең күптәре әхирәттә инде, рухтары шат булһа ине, ә иҫәндәре һөйөнһөндәр, тигән теләктәмен.
Читайте нас: