...Тотош ил яу яланы, әйтерһең. Фронттың алғы һыҙығында һалдаттар ҡулдарына ҡорал тотоп тыуған илебеҙҙең һәр аҙым ере өсөн алыштарҙа ҡан ҡойһа, тылда уларҙы ҡорал, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеү өсөн көрәш бара.
Бында ла ҡорбандар етәһе. Көс-кәре ҡайтҡан оло йәштәге кешеләр, быуыны ла ҡатып етмәгән үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙар ауыр эштән, аслыҡтан миктәп, ауырыуҙарҙан яфаланып ауа. ”Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн” – һәр кем ошо маҡсат менән йәшәй, эшләй.
СССР-ҙа айырыуса мөһим осорға - Бөйөк Ватан һуғышы осорона бәйле хәрби өлгөлә ойошторолған хеҙмәт армиялары барлыҡҡа килә. Эшсе батальондар рәүешендә башта НКВД, аҙаҡ СССР Эске эштәр министрлығы системаһына индерелгән ваҡытлыса төҙөлгән хеҙмәт коллективтары хәрби заводтарҙа ҡорал етештерә, яу яланында ҡыйралып, эштән сыҡҡан ҡоралдарҙы, техникаларҙы ремонтлап, ҡайтанан фронтҡа оҙаталар.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ваһапов Абдулла Ноғоман улы Бөрйән районынан 1941–1945 йылдарҙа илде ҡорал менән тәьмин итеү өсөн хәрби заводтарға хеҙмәт армияһына мобилизацияланған кешеләрҙең исемлеген төҙөгән. Район хәрби комиссариатынан алынған исемлек тулы булмау сәбәпле, аҙаҡ автор ауылдарҙа оло быуын кешеләренән һорашып, документтар менән раҫланған төҙәтмәләр индерә (исемлектә ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙең аныҡ булмау ихтималлығы бар).
Хеҙмәт армияһына хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ оло йәштәге кешеләр алына. Күбеһенсә 1900 йылға тиклем тыуғандар. Артабан ҡайһы берәүҙәр(йәшерәктәр) фронтҡа ебәрелгән.
Районыбыҙҙан һуғыш осоронда хеҙмәт армияһында булған 299 кеше араһында минең әсәйем яғынан олатайым – Йөҙйәшәров Мөхәмәдулла Өмөтҡужа улы ла бар.
...Олатай-өләсәйле булып, уларҙың наҙлы йылылығын, хәстәрен күреп үҫергә насип булды миңә. Ҙур кәүҙәле, аҡыллы, тәрән ҡарашлы, тыныс тәбиғәтле кеше ине олатайым. Ҙур ҡулдары менән башымдан һыйпап, арҡамдан һөйөп ебәреүе бала сағымдың иң бәхетле хәтирәләренең береһе. Өләсәйем оҙон буйлы, күҙҙәренән яғымлылыҡ бөркөлөп торған ҡатын ине.Икеһе лә егәрле, тырыш булдылар. Бай ҙа түгел, ярлы ла түгел, әммә етеш, ныҡлы, ҡотло донъя көттө, заманына күрә матур итеп йәшәне олатайым менән өләсәйем. Ә был ҡот, бәрәкәт, һис һүҙһеҙ, уларҙың динле булыуында ине. Икеһе лә биш ваҡыт намаҙҙарын, ураҙаларын ҡалдырманылар. Намаҙға олатайым урҙаға элеп ҡуйылған аҡ ҡына күлдәк-ыштанын, башына кәштәнең иң өҫкө ҡатында ятҡан сәлләһен (беҙҙә уны салма түгел, ә сәллә тиҙәр ине) кейеп баҫа ине. Йоморо башлы йәшел таяғы ла, ҡара-йәшел төҫтәге сапаны ла бар ине уның. Ауылда мәсет булмаһа ла, бабайҙар алмашлап үҙҙәренең өйҙәрендә ғәйетте шулай шартына килтерергә тырышып үткәргәндәр.
Бесән ваҡыты. Беҙ Фатима менән (ул өләсәйемдәрҙең минең менән тиҫтер кинйә балаһы) уларға эйәреп Иҙел буйындағы сабынлыҡҡа барғанбыҙ. Бесән йыялар, күбәләйҙәр. Көн шундай эҫе. Беҙгә нимә, суптырлашып һыу инәбеҙ, еләк ашайбыҙ, ағас төбөндәге күләгәлә ултырып сәй эсәбеҙ. Ә олатай менән өләсәй ураҙала. Иҙелгә төшөп, икеһе ике урында һыу эсендә ятып алалар. Өләсәйемдең ваҡ ҡына биҙәкле аҡһыл күлдәгенең һыу өҫтөндә күпсеп ятҡанын күреп, беҙ сырҡылдығы сығып көләбеҙ. Бәләкәйбеҙ әле, уҡымайбыҙ ҙа... Һуғыштан һуң тыуған танһыҡ балалар беҙ, яратылып ҡына йәшәйбеҙ. Артыҡ шашынмаһаҡ та, нишләптер, бик көлөргә ярата инек. Нимәгә көләбеҙҙер... Сәй эсеп ултырабыҙмы, ҡурсаҡ уйнайбыҙмы, бер-беребеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, тыйыла алмай көләбеҙ. Әммә олатай ҙа, өләсәй ҙә беҙҙе орошмайҙар, беҙгә ҡарап йылмаялар ҙа, эй, ошоларҙы, нимәгә көләһегеҙҙер ул, бар сығып туйғансы көлөп инегеҙ, тиерҙәр ине. Беҙ тыуырҙан алдағы ғына йылдарҙа олатай менән өләсәйҙең ниҙәр күргән-кисергәнен, беҙ, әлбиттә, белер, аңлар йәштә түгел инек әле. Беҙҙең моңһоҙ, бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ-хәсрәтһеҙ сағыбыҙ, илленсе йылдар ине ул.
...Шпалдар буйлап бер кеше килә. Оҙон кәүҙәһе сайҡалып-сайҡалып китә. ”Был ниндәй ахмаҡ? Тәгәрмәстәр аҫтына ҡала бит!” – Сменаһын тапшырған Настя, эңер төшә башлағас, ҡулындағы фонарен тоҡандырып ҡайтып барышлай аңғарып ҡала. Аҙымдарын ҡыҙыулатып, ул барып еткәнсе, теге кеше шпалдар өҫтөндә йөҙтүбән бөгәрләнеп ята. ”Әллә үлгән? Кем икән? Ҡасҡын-фәлән булһа ла (фронттан ҡасып, ҡаңғырып йөрөгән дезертирҙар ҙа булғылай) бирешмәҫ, ҡулында үҙенсә һаҡлыҡ ҡоралы итеп йөрөткән кувалдаһы бар. Эйелеп, йоҡомһорапмы, хәлһеҙләнепме ятҡан теге кешене әйләндереп, йөҙөн яҡтыртып ҡарағас, Анастасияның йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Ҙур күҙҙәрен тултырып ҡарай ерҙә ятҡан әҙәм. Сараһыҙлыҡ, ғазап, сиктән тыш арып-йонсоу... Шул уҡ ваҡытта сабырлыҡ та, кешелек дәрәжәһен юғалтмаған ғорурлыҡ ғәләмәте лә сағыла ине уларҙа.
”Йә, был ҡәһәрле һуғыш, ҡәһәрле гитлер ниндәйен ирҙәрҙе ошондай хәлдәргә төшөрҙө бит. Кемдең генә ғәзиз кешеһе икән был”, - тип һөйләнә-һөйләнә фонаре менән яҡтыртып ҡырҙаныраҡ әйләнеп сыҡты Настя ерҙә ятыусыны. Тегенең яғынан хәүеф-маҙар янамауын күргәс, яҡынлап, битен яҡтыртып ҡараны. Танылып тора, мосолман кешеһе. ”Йә, тор, Алла бәндәһе, нимәшләп ятаһың поезд юлында. Тураға сығам, тип ынтылғанһың инде. Белеп торам, трудовик. Эшлектән сығып, эшләй алмаҫ хәлгә еткәндәрен сығарып ебәрәләр ҙә, улар өйҙәренә ҡайтып етеү ҡайҙа, шулай юл буйҙарында ятып ҡалалар. Көнөң бөтмәгән булһа, терелеп китерһең. Тор әйҙә”.
Ә Мөхәмәдулланың йоҡоһо ғына килә. Башын күтәрер ҙә хәле юҡ. Бер аҙ ятып хәл алыр ҙа тороп китер. ”Нимәһенә маҙаһыҙлай икән. Юлға ҡамасаулайымдыр. Их, бер телем генә икмәк булғанда...” Эстән генә уйлағайны ла баһа, ҡайҙан белде был бәндә уның уйын - ирененә һалҡынса сәй терәне, икмәк киҫәге ҡаптырҙы. ”Хәҙер, хәҙер хәлләнеп китерһең, йот сәйҙе, сәйнә икмәкте”.
Кем был изгелекле бәндә, ир кешеме, ҡатынмы? Йоҡомһораған инәрле-сығарлы аңы менән тауышын ишетеп тә, аңлап та етмәй, кейеменә ҡарап айырырлыҡ түгел.
Эстән генә ғүмерлек ғәҙәте буйынса бисмиллалап, ҡабылған ризыҡты оҙаҡ итеп сәйнәп йотоп ебәргәс, бөтә тәненә рәхәтлек йүгерҙе. Күҙҙәре асылды. Ә хәле юҡ барыбер. Тубыҡтары бәлтерәп, аяҡтары тотмай ҙа ҡуя. Анастасия имәүләп, йөкмәп тигәндәй уны өйөнә алып ҡайтты. Ярай, тимер юл станцияһы эргәһендә генә тора икән. Әҙ-әҙләп кенә һөт эсерҙе, картуф, икмәкте лә башта әҙләп кенә бирҙе. Тәне уттай янған, быуылып йүткергән ҡартҡа һөт ҡайнатып, әллә ниндәй үләндәрен төнәтеп эсерҙе. Мейес башынан дүрт ялбыр баш ҡыҙыҡһынып күҙәтте ят бабайҙы.
Мейес ҡырында һалып бирелгән урында йылыға иҙерәп йоҡлап китте. Бик оҙаҡ, тәүлеккә яҡын йоҡлаған Мөхәмәдулла. Уяныуға өҫтәлдә боҫорап ултырған самауыр, картуф, икмәк өйөн хәтерләтте. Их, бар ине бит һуғышҡа тиклем урындыҡта балалары, ҡатыны менән бергәләп ултырып ашап-эскән ваҡыттары. Киҫәк-киҫәк солоҡ балы, майға ғына баҫып бешерелгән күмәс икмәк, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡаймаҡ, күбек май...Йылҡы, һарыҡ итенән дә, ҡыр итенән дә өҙөлмәнеләр. Тырышлыҡ менән көткән донъялары, эшләп тапҡан хәләл ризыҡтары бәрәкәтле булды. Алты балаһының инде икәүһе эйәле-башлы, өс ҡыҙы менән улы үҫеп килә...
... Анастасия мунса яғып ебәргән икән, һуғышта үлеп ҡалған иренең кейемдәрен бирҙе. Ваҡытына күрә хәлле генә йәшәй ҡатын. Һыйыры ла, сусҡаһы ла бар, картуф, йәшелсә сәсә. Хәл инә башлау менән Бөрйәненә ҡайтырға йыйынған Мөхәмәдулланы Настя өгөтләп тағы бер нисә көнгә ҡалдырҙы. Бик йонсоу, көслөрәк ел өрһә, ҡоларға торғандай ине әле ул. Төндәрен намаҙҙа үткәргән мосолман юлаусының мәйелен хөрмәт итеп, өҫтәлгә сусҡа итен, майын ултыртмаҫ булды.
Аҙна-ун көндән Мөхәмәдулла тамам аяҡҡа баҫты. Хәл йыяйым, тип ашап, ял итеп кенә ятманы, әлбиттә, был көндәрҙә. Ир ҡулы теймәгәнлектән ҡаҡшай төшкән кәртә-ҡураны, ҡойма-ҡапҡаларҙы нығытты. Ә ҡулы эш белә уның, эшләгән һәр нәмәһе ныҡлы була, оҙаҡ йылдарға етә.
Аяҡтары нығынып, атлар хәлгә еткәс, йәйәүләп Белореттан Бөрйәнгә ҡайтыр юлға сыҡты. Көндәр ҙә, төндәр ҙә оҙон, ваҡыт бәрәкәтле саҡтар ине. Шул ғына арала ла Настяның малайҙары унан байтаҡ эшкә өйрәнеп ҡалды. Оло йәштә булһа ла, һаман да эшкә әрһеҙ, егәрле, тәртипле бәһлеүәндәй ир затын ҡотҡарып ҡала алыуын, ғаиләһенең, балаларының кисерәсәк шатлығын уйлап ҡыуанып, туғанылай оҙатып ҡалды уны мәрйә ҡатын. Был 1942 йылдың ҡыш башы булырға тейеш.
...Алда тасуирланған Белорет тимер юл станцияһында булған хәл-ваҡиғалар уҡыусыға, бәлки, уйлап сығарылған булып күренер. Эйе, алдай алмайым, олатайым тураһында уның өсөнсө ҡыҙы, 1927 йылғы Фәрғизә апайымдың һөйләгәндәрен мин үҙемсә күҙ алдына килтереп бәйән иттем. Әммә асылда төп факттар ысынбарлыҡҡа тап килә.
1892 йылда Мәҡсүт ауылында тыуған һәм йәшәгән Йөҙйәшәров Мөхәмәдулла Өмөтҡужа улы 1941 йылдың 24 авгусында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хеҙмәт армияһына саҡырыла.
Фәрғизә апайымдың һөйләгәндәренән:
”Оло йәштә булғас, атайымды фронтҡа алманылар, трудармияға ебәрҙеләр. Военкоматҡа Мәҡсүттән атайым, Мостафин Әхмәтша ағай, Ҡотандан Хөснитдинов Динислам ағайҙар бергә китте. Йәшерәк булғас, Әхмәтша ағайҙы фронтҡа ебәрәләр, атайым менән Динислам ағайҙы хеҙмәт армияһына алалар. Улар Белорет эргәһендәге Запрудовка станцияһында фронттан онталып килгән танктарҙы, ауыр ҡоралдарҙы, уларҙы йөрөтөүсе техниканы ремонтлап, эшелон менән кире фронтҡа ебәреп торалар.
Атайым мин иҫ белгәндән диндә булды, намаҙын, ураҙаһын ҡалдырманы. Әсәйем дә. Атайым трудармияла саҡта ла мөмкин ҡәҙәре намаҙын ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. ”Таба алһағыҙ, тәмәке ебәрегеҙ, бер шырпы ҡабы тәмәкене бер норма икмәккә алмаштыралар”, тип хат яҙғайны. Ул үҙе бер ваҡытта ла тартманы, эсмәне. Ауылдағы оло кешеләр, бергәләшеп дин тотҡан ағайҙар, ауылда улар күп булды, атайымды суфый ти торғайнылар. Итте майға ҡурып ҡатырып, ҡорот, бер аҙ тәмәке ебәрә торғайныҡ. Посылка, хаттар бик һәйбәт, тотҡарлыҡһыҙ йөрөнө ул һуғыш ваҡытында.
Бер йыл тирәһенән атайым үпкәһе шешеп ныҡ ауырып китә. Ауыр эш, аслыҡ та аяҡтан йыға инде. Уны, шәбәйгәнсе, тип ҡайтарып торалар. Тимер юл станцияһы тирәһендә ҡолап ятҡан еренән уны бер Белорет мәрйәһе табып алып ҡайтып, шәбәйтеп ҡайтара. Арыуланғас, ул тағы Белоретҡа эшкә китте. Һуғыш бөтмәгән ине әле. Унан атайымды, әрһеҙ эшләй, тип Өфө яғына, Черниковкаға ебәрәләр. Унда ла ҡыйрап килгән техниканы ремонтлайҙар. Һуғыш тамамланыуға инде трудармиялағы байтаҡ кешене
Черниковканан Мораҡҡа ебәрәләр. Унда нимә эшләгәндәрен белмәйем. Аҙаҡ Ырғыҙлыла бүрәнә ҡырҡтылар. Трудармия, трудовойҙар, тиҙәр ине барыбер. Унда ҡырҙан килгән оло йәштәге кешеләр күп булды. Ял бирәләр ине. Ял көндәре атайым бергә эшләгән иптәштәрен алып ҡайтып, мунса инеп, өҫ-баштарын йыуып, әсәйем ямаштырып биреп ебәрә ине. Ә Ырғыҙлыла эшләгән ваҡытта атайымды Антонов Алексей тигән кеше үҙҙәренә алып ҡайта торғайны. Ырғыҙлыла урыҫ белештәре күп булды атайымдың. Бер-береһенә ярҙам итешеп, булған нәмәләре менән алыш-биреш итешеп йәшәнеләр аҙаҡтан да. Һуғыш баҫылғас та ҡырҡтылар бүрәнәне. 49-сы йылда трудармияныҡыларҙы ҡайтарҙылар. Атайым колхозда эшләне. Һуғыштан һуң Хәсән ҡустыбыҙ менән Фатима һылыуыбыҙ тыуҙы. Әсәйемдәрҙең бөтәһе ун ике балаһы тыуып, дүртәүһе бала саҡта гүр эйәһе булып ҡалғайны. Аҙаҡ Хәсән ҡустыбыҙ 16 йәшендә ҡыҙылсанан, Йәғәфәр ҙә йәшләй генә фажиғәле вафат булдылар. Дин ҡушҡанса, һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үткәрергә тырышһалар ҙа, ҡайғы уларҙы бөктө, икеһе лә бер-бер артлы ваҡытһыҙыраҡ китеп барҙылар.
Ауылдың динле кешеләре – Таһир ағай, Хәбир еҙнәләр менән бергә сәхәр эскәндә, ауыҙ асҡанда тәҙрәгә балаҫ ҡороп, алмашлап Ҡөрьән уҡып ултырғандары әле лә күҙ алдымда.
Һуғыш осоронда ауылда ла бик ауыр булды ул. Тотош ил яу яланы һымаҡ булды инде. Колхозда ике генә ат ҡалды, бүтәндәрен фронтҡа алып китеп бөттөләр. Колхоз һарыҡтарына, атҡа бесәнде ҡырҙан һөйрәп ташып ашаттыҡ. Беҙҙең, ярай, һыйырыбыҙ, һарыҡтарыбыҙ булды. Бирешмәнек. Хәйерниса апайымды ФЗО-ға алдылар. Ашарына алып, йәйәүләп күрергә барғанда: ”Вагондарҙан тачка менән ташкүмер ташыйбыҙ.Шул тиклем йонсота. Вагондар килмәй торған арала шундағы кирбестәр өҫтөнә ятып йоҡлап китәбеҙ. Күп тә тормай, ташкүмер килһә, «Угля! Угля!» тип ҡысҡыралар. Өйөп ташып ташлайбыҙ. Шундуҡ бөтә”, - тип һөйләгәйне. Шунда эшләп йөрөгәндә апайым ауырып китеп, ауыр операция эшләтә һәм эшкә ярамағанлыҡтан, уны ҡайтарып ебәрәләр. Ауылға ҡайтып етерлек хәле лә, мөмкинлеге лә булмағас, апайым дим менән бер олораҡ кешегә тормошҡа сығып, шул яҡтарҙа тороп ҡалды. Аллаға шөкөр, еҙнәм бик һәйбәт, кешелекле кеше булды. Бик татыу, матур ғүмер иттеләр, балалары күп булды.
Мине лә ФЗОға ебәргәйнеләр, йәше етмәгән бала, тип кире ҡайтарҙылар. Һуғыш ваҡытының закондары аяуһыҙ булды. Тыл - ул икенсе фронт, тиерҙәр ине. Бер ҙә йәш, тип, бала, тип торманылар, беҙҙе тиҫтерҙәрем Сәлимә, Хәнифәләр менән Күркәтауға ебәрҙеләр. Ағас ағыҙыуҙа булдыҡ. Күркәтауҙан бүрәнәләрҙе Ҡанаға, унан Иҙелгә төшөрөп бирәбеҙ, трудовойҙар Иҙелдән артабан ағыҙып алып китә.
Һуғыштан һуңғы өс-дүрт йыл да ауыр булды. Аслыҡ, юҡсыллыҡ. Шулай ҙа кешеләр һуғыш юҡлығына, тыныс тормошта йәшәүҙәренә ныҡ ҡәнәғәт булды.Эшләһәк, тормош ҡасан да барыбер рәтләнер, тип өмөтләнеп йәшәнек».
Бына шуларҙы һөйләгәйне апайым миңә иҫән сағында.
Шуны ла өҫтәйем әле, олатайым элек-электән урманда йәшәгән һәр башҡорт кешеһе кеүек, ағас эштәренә оҫта була,урман биргән бар хазинаны әрәм-шәрәм итмәй, самаһы менән генә файҙаланып, донъяһы, ғаиләһе мәнфәғәтенә тотона. Солоҡтары күп була.Солоҡ ҡарарға беҙҙе лә эйәртеп алып барғаны хәтерҙә. Һуғышҡа тиклем батман-күнәсектәрен, септә-арҡандарын тейәп Мораҡ баҙарына йөрөй, унан он, шәкәр, тауар, башҡа кәрәк-ярағын алып ҡайта. Дин бит мосолманға, ҡушҡандарын үтәү менән бергә, донъяһын да матур итеп көтөргә, ғаиләһен мохтажлыҡһыҙ, етеш йәшәтергә ҡуша. Олатайым тап шулай йәшәгән дә. Күп итеп картуф, ҡабаҡ сәсә. Бер ваҡыт урыҫтарҙан кәбеҫтә алып ҡайтып ултырта башлай. Уныһы бик уңа. Кеше ҡыҙыҡ бит инде, быларҙың баҡсаһына ҡарап, үҙе дин тота, харам нәмә сәсә, кафыр, тип төкөрөп киткән кешеләр ҙә була. Тик бер-ике йылдан үҙҙәре үк килеп орлоҡ һорап алып сәсә башлайҙар.
...Бына шулай, бәхетле, уйһыҙ-моңһоҙ, күңелле һәм ҡыҙыҡлы мәлдәре менән иҫтә ҡалған бала сағым ошо олатайым-өләсәйем менән бәйле.
Бер ниндәй наградаһы ла булманы олатайымдың. Һәм уларҙы, хеҙмәт армияһында булғандарҙы, әле лә телгә алып бармайҙар. Әммә уларҙың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар етештергән ҡоралдар, ремонтлап, ҡайтанан сафҡа ҡайтарылған ҡорал һәм техникалар окоптағы һалдаттар ҡулында дошманды ҡырған.
Интернетҡа һалынған архив материалдарынан күренеүенсә, иҫ киткес ҡаты була хеҙмәт армияһындағы режим. Эшкә сыҡмауға бары тик үлем йәки һуңғы сиккә етеп аяҡтан йығылыу ғына сәбәп булыуы мөмкин. Ә яза – атыу. Оло йәштәге кешеләр булғас, күптәр ауыр эштән, ауырыуҙарҙан миңгәп, баштарын һала. Һауһаҡтар йәнтәслимгә эшләй, йәшерәктәре фронтҡа китергә тырыша. Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһының ошондай бите лә хәтерҙәрҙән юйылмаһын ине. «Үлемһеҙ полк» сафтарында улар ҙа Еңеү парадтарында ҡатнашырға хаҡлы, тип уйлайым.
Үҙенең тоғро ҡоло Мөхәмәдулланы кеше ғүмерҙәре миллионлап ҡыйылған дәһшәтле йылдарҙа беҙҙең өсөн, тоҡомобоҙ дауамы өсөн һаҡлап алып ҡалған, ваҡытһыҙ һәм мәғәнәһеҙ үлем тырнағынан йолоп ҡалыуға сәбәпсе итеп юлына изге йөрәкле рус ҡатыны Анастасияны сығарған Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәт.