Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Май 2020, 19:00

ОЛАТАЙЫМ ДА ЕҢЕҮ ЯУЛАШҠАН

Олатайым Яхин Ахунйән Шәмсетдин улы йәш сағынан зирәк, физик яҡтан көслө, кешелекле булған.

Олатайым Яхин Ахунйән Шәмсетдин улы йәш сағынан зирәк, физик яҡтан көслө, кешелекле булған.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Сафин Ғәле исемле уҙаман ауылдағы 7 йәштән 50 йәшкә тиклемге һәр кемде уҡырға, яҙырға өйрәтә һәм олатайым да бер уҡыу сезонында ғына ла Сафиндан төплө һабаҡ алып ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул һуғышҡа алына. Ололар һөйләүенсә, 1943 йылда яраланып фронттан ҡайтып төшкән. Ләкин ҡаты яралы булыуына ҡарамаҫтан, еңеүҙе яҡынайтайым, тип, бар көсөн һалып колхоз эшенә тотонған. Ул ваҡытта ауылда эш үтә лә ауыр, ашарға юҡ. Халыҡ бик асыға. Олатайым эш араһында һунарға ла йөрөгән. Алған табышын ауылдаштарына – айырыуса асығыусыларға бүлеп бирә. Яҡын-тирәләге Ҡолғана, Байғаҙы ауылдары кешеләренә ла табышынан өлөш сығара.
Олатайым оҫта ҡурайсы ла булған. Һуғыштан һуң уға яратҡан музыка ҡоралында уйнауы бигерәк ҡыйын булған, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында бармаҡтары ла яраланып, зыян күргән була. Өс бармағы ҡыбырлау һәләтен юғалтһа ла, олатайымдың ҡурайға ҡарата һөйөүе шул тиклем көслө булған, ул ҡурайҙың аҫҡы тишегенә ҡағыҙ йәбештереп уйнар булған.
Илленсе йылдарҙа бер нисә йыл рәттән ауылда һабантуйҙар үткәрелгән. Йыл һайын һабантуйҙарҙа олатайым ҡурайҙа уйнап, Менәүрә инәй Миндеғолова ҡушылып йырлап, беренсе урын алыр булғандар. Олатайымдың яратҡан көйҙәренең береһе башҡорт халыҡ көйө «Иҫке Урал» булған.
Атайым атаһынан бик иртә тороп ҡалғас, олатай тураһында күп мәғлүмәттәрҙе Иштуған бабайҙан (мәрхүм) ишетеп белдем. Бына нимәләр һөйләгәйне ул: «Һуғышҡа 1943 йылда киткән. Ҡулынан яраланып, 1943 йылдың аҙағында, һуғышҡа яраҡһыҙ тип табылғас, уны ҡайтарғандар. Миҙалдары алтау ине, нимә өсөн икәндәрен белмәйем. Бәләкәй саҡта уларға иғтибар ҙа ителмәгән бит. Ҡулы яралы булғас, ҡурайҙың икенсе тишеген махорка төрә торған гәзит менән йәбештереп ( һулаҡай ҡулының бармаҡтарының өсәүһе йөрөмәгәс) матур итеп ҡурайҙа уйнай торғайны. Элек был яҡтың һабантуйҙары бөтәһе бергә Әбйәлилдең Асҡарында үтә торған булған. Атай шул һабантуйҙарҙа ҡурайҙа уйнап, гел беренсе урындарҙы алып йөрөгән. Әсәйҙе (Хәйерниса Баязитова) һуғыш ваҡытында һәйбәт эшләп йөрөгәс, һуғыштан ҡайтҡан ветеран, һунарсы, тырыш кеше, тип кейәүгә райком димләп биргән».
Олатайым менән тылда көс түккән Хәйерниса оләсәйем ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 1975 йылда олатайым, 1986 йылда оләсәйем вафат булып ҡалған. Олатайым юнып-йышып эшләгән һауыт-һабалар һәм шулай уҡ һуғыштан алып ҡайтҡан кескәй сумаҙаны әлеге ваҡытта мәктәбебеҙҙең музейында һаҡлана.
Олатайыбыҙ бөгөн тере булһа, беҙ унан яу юлдарын, үҙенең тормошон һорашып, туғандар тураһында ла күберәк мәғлүмәтле булыр инек.
Беҙҙең өйҙә олатайымды тик яҡшы һәм яҡты яҡтан ғына иҫкә алалар.
Сөнки Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ул да өлөш индергән. Бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн уға рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: