Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Май 2020, 18:00

АЛҒЫ САФТА БУЛҒАН

Ибраһимов Хәким Хәйретдин улы 1925 йылдың 23 ноябрендә Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Хәйретдин һәм Үлмәҫбикә Ибраһимовтар ғаиләһендә донъяға килгән.

Ибраһимов Хәким Хәйретдин улы 1925 йылдың 23 ноябрендә Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Хәйретдин һәм Үлмәҫбикә Ибраһимовтар ғаиләһендә донъяға килгән.
Улар ғаиләлә өсәү булғандар: игеҙәге Миңлебикә һәм ҡустыһы Ғәлим менән бергә үҫкәндәр. Игеҙәге 18 йәшендә поезд аҫтында ҡалып һәләк була. Хәкимгә лә, Ғәлимгә лә һуғышта ҡатнашырға тура килә.
Хәким Хәйретдин улы, йәшен алдап арттырып яҙҙырып, 17 йәшендә генә һуғышҡа китә. Был 1942 йыл була. Ул Польшала һуғыша. 211-се Чернигов Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһының 376-сы айырым разведка ротаһында өлкән сержант-разведчик була ул. Һуғыш һуҡмаҡтары уның Воронежда башлана.
Ауыр һуғыш юлдары үткәндә байтаҡ батырлыҡтар күрһәтә, иң ауыр мәлдәрҙә иленә ҡалҡан була. Уның түшен биҙәгән “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, өсөнсө дәрәжә, икенсе дәрәжә “Дан” ордендары, беренсе дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары уның яуҙа ҡаһармандарса һуғышыуы хаҡында һөйләй.
Һуғыш бөтөп барған саҡта, 1945 йылдың 20 апрелендә, ул ҡаты яраланып, Бөйөк Еңеүҙе госпиталдә ҡаршыларға мәжбүр була. Шул йылдың 10 октябренә тиклем шулай госпиталдә дауалана. Ул Бөйөк Ватан һуғышының икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта.
Һуғыштан һуң Мәмбәтова Роза Барый ҡыҙына өйләнә.
Һуғышҡа тиклем Хәкимйән Хәйретдин улы башланғыс мәктәпте генә тамамлаған була. Белем алыу кәрәклеген аңлап, киске мәктәптә уҡый башлай. Шулай алтмышынсы йылдар башында Иҫке Собханғол мәктәбенең һигеҙ класын тамамлай.
1952 йылда Х. Ибраһимов Байназарҙа МТС начальнигы булып эшләй. Унан лесник була.
Үҙенең бөтә ғүмер юлын Хәкимйән Хәйретдин улы намыҫлы хеҙмәт менән үткәрә. Ҡатыны менән лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыш сирҡанысын Воронежда алып, артабан Украинаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, Польшаға тиклем барып еткән яугир ауылдаштары араһында ла ихтирам менән файҙалана.
Ветерандың ейәндәре интернет селтәренән уның наградаға тәҡдим итеү документтарын табып алған.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 май һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: