Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Май 2020, 11:00

ӨС ҺАЛДАТ, ӨС ЯҘМЫШ...

Фронттан 1917 йылда әйләнеп ҡайта. Өләсәйем менән татыу ғүмер итеп, ете ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бирәләр.

Фронттан 1917 йылда әйләнеп ҡайта. Өләсәйем менән татыу ғүмер итеп, ете ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бирәләр.
Олатайым Юныс Хәким улы Һатыбалов 1890 йылда Нәби ауылында тыуа. Ул ир етеүгә Беренсе донъя һуғышы башлана. Ул Австрия ерендә, Карпат тауында барған һуғышта яраланып, Харьковта госпиталдә дауаланғандан һуң Одессаға оҙатыла.
Фронттан 1917 йылда әйләнеп ҡайта. Өләсәйем менән татыу ғүмер итеп, ете ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бирәләр. Тик уландары бала саҡта мәрхүм булалар. Ә олатайым ҡалған ғүмерен колхозды төҙөкләндереү, уны аяҡҡа баҫтырыуҙа арымай-талмай эшләй һәм 103 йәшкә тиклем оҙон ғүмер юлы үтә.
Олатайымдың 1913 йылғы Әйүп, 1918 йылғы Әхтәм ҡустыларының да балалыҡ һәм үҫмер йылдарын ҡәһәрле һуғыш урлай.
Егерменсе йылдар башында Әйүп Һатыбалов 4 класс белем ала.
Утыҙынсы йылдар башында, коллективлаштырыу осоронда, колхоз төҙөлөшөндә ихлас эшләгән егет тормошта үҙ урынын таба. 1935 йылдың яҙында Кинйәбикә Шәмсетдин ҡыҙы менән тормош ҡоралар.
Ошо уҡ йылдың июль айында армияға алына. Һалдат тормошон алыҫ Көнсығышта башлай. Унан һуң Ленинград шәһәрендә 42-се айырым уҡсылар батальонында, Испанияға барырға тейеш частәрҙә хеҙмәт итә.
Хәрби хеҙмәттән 1937 йылда ҡайта. Колхоз тормошо менән янып йәшәй.
1939 йылда фин һуғышына алына. Һуғышта ҡаты контузия алып, батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән наградланып, 1940 йылда ауылға ҡайта.
Гитлер Германияһы менән һуғышҡа 1942 йылдың ғинуарында алына. Ленинград йүнәлешендә айырым минометсылар полкында һуғыша. 1943 йылдың сентябрендә ҡаты яралана.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ватан һуғышы” ордены һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Һуғышты Кенигсбергта тамамлай. Һуғыштан 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас, партком секретары, 1947 йылда “Партизан” колхозы рәйесе булып эшләй.
Малсылыҡта, ҡырсылыҡта өлгәшкән уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Министрҙар советының махсус рәүештә әҙерләп яҙылған 16-сы калибрлы ҡуш көбәкле һунар мылтығы менән бүләкләнә.
1955-1958 йылдарҙа Ворошилов исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй. Колхоз электрлаштырыла, пилорама алына, төҙөлөш эштәренә иғтибар арта. 1958 йылда эреләтелгән “Ҡыҙыл таң” колхозына рәйес итеп ҡуйыла.
Һуғышта алған ауыр яралар ҙа, ялһыҙ эш тә эҙһеҙ ҡалмай. 1963 йылдың майында 50-се йәшендә вафат була.
Ә ҡустылары Әхтәм 1941 йылдың июнь айында һуғышҡа алына. Ул Ленинградта пленға эләгә. Комсомол билеттарын алып, немецтар үҙҙәренән ҡәбер (соҡор) ҡаҙҙырып, утҡа ырғыталар, яндырып үлтерәләр.
Беҙ, уларҙың туғандары, бергә булһаҡ, әле лә уларҙы иҫкә алып, илашып, ғорурланып, өс һалдат яҙмышы тураһында һөйләшеп алабыҙ.
Һүрәттә: Әхтәм Һатыбалов.
Читайте нас: