Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Май 2020, 14:00

АЯҘ КҮКТЕҢ ХАҠЫ БИК ЮҒАРЫ…

Әсе күҙ йәштәре аша килгән Бөйөк Еңеү байрамына 75 йыл. Яу эҙҙәрен йылдар күмһә лә, ҡайғы-хәсрәттәрен дә, әҙ-мәҙ генә шатлыҡ-ҡыуаныстарын да уртаҡлашып йәшәгән ауылым яугирҙәре иҫкә төшә.

Әсе күҙ йәштәре аша килгән Бөйөк Еңеү байрамына 75 йыл. Яу эҙҙәрен йылдар күмһә лә, ҡайғы-хәсрәттәрен дә, әҙ-мәҙ генә шатлыҡ-ҡыуаныстарын да уртаҡлашып йәшәгән ауылым яугирҙәре иҫкә төшә.
Иртәнге хозурлыҡҡа һоҡланып баҫып торам. Беҙҙә офоҡтар ниндәй киң, күктәр аяҙ. Күпме яҡтылыҡ, күпме нур, сикһеҙ йыһан…
Мин үҙемдең ғүмеремде, бала сағымды, йәшлегемде ошо тыныс тормошта үткәргәнемә сикһеҙ рәхмәтле булып доға ҡылам.
Ил иланы, ҡара ер иланы,
Иламаған кеше ҡалманы…
Әсе күҙ йәштәре аша килгән Бөйөк Еңеү байрамына 75 йыл. Яу эҙҙәрен йылдар күмһә лә, ҡайғы-хәсрәттәрен дә, әҙ-мәҙ генә шатлыҡ-ҡыуаныстарын да уртаҡлашып йәшәгән ауылым яугирҙәре иҫкә төшә.
Гәзиттән алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Байғаҙы ауылынан һуғышҡа китеүселәр 50 булһа, шуларҙың 17-һенә генә иҫән ҡайтыу бәхете насип булған.
Сәлих Псәнчин, Фәтҡислам Заманов, Фәйзулла, Кәбир Иҫәнбаевтар, Шәйхислам, Йомағужа, Ғилметдин Эткәриндар, Дамулла, Ярулла, Миһран, Ситдыҡ Баязитовтар, Ғәлиулла, Шәрәфулла Ишҡоловтар, Хәмитйән Көнәфин, Зекриә Динисламов, Ғәйзулла Рәхмәтуллин, Сибәғәт Ишмөхәмәтов… Уларҙың бер-береһенә йән атып йәшәүҙәрен иҫләйем дә хайран ҡалам.
Ҡунаҡсыл, киң күңелле булдылар. Ҡышҡыһын һуғым аштарына, яҙғыһын баш итенә саҡырыштылар. Байрамдарға ла дуғалап ҡунаҡ саҡырыр инеләр.
Ошо мәжлестәрҙә һүҙ үҙенән-үҙе һуғыш темаһына боролоп китер ине. Беҙгә, ҡыҙҙарға, был тема артыҡ ҡыҙыҡ та булмағандыр.
Ул саҡтарҙы уйлап китһәң, йөрәк күкрәккә һыймай киткән һымаҡ. Ҡәҙергенәләрен дә белеп бөтмәгәнбеҙҙер, ниндәй бөйөк эштәр эшләгәндәрен дә аңлап етмәгәнбеҙҙер инде… Беҙ бит уларҙы ил азатлығы өсөн ҡалҡан булып, утлы ғәрәсәттәр эсенән ҡайтҡан батырҙар итеп түгел, ҡәҙимге генә ауыл кешеләре итеп күреп үҫтек.
Эйе, 1945 йылдың 9 майы һаман алыҫлаша барһа ла, Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте нығыраҡ аңлашыла барған һымаҡ.
Бөйөк тантаналар айҡанлы йылдан-йыл әҙәйә барған ҡаһарман ветерандарҙы, тылда арыу-талыу белмәй эшләп, еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән хеҙмәт ветерандарын ҙурлай, ихтирам итә, хөрмәт күрһәтә илебеҙ бөгөн. Ләкин улар бик әҙ генә ҡалды.
Ошо еңеүҙең әһәмиәтен балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә аңлатыу бик тә мөһим. Азатлыҡ, тыныслыҡ һүҙҙәренең ябай ғына һүҙҙәр түгел икәнен төшөнөп үҫһендәр ине улар. Ошо аяҙ күкте бүләк иткән ата-бабаларыбыҙ алдында беҙ мәңге бурыслы.
…Ана, күкһел тауҙар артынан ҡояш йөҙөп килеп сыҡты ла ашыҡмай ғына зәңгәр күкте иңләп китте. Иң юғары нөктәгә еткәс, тырышып донъя көтөп йүгереп йөрөгән кешеләргә, мәғрүр тауҙарға, ҡалын урмандарға, иркен ҡырҙарға, таҫмалай һуҙылған йылғаларға һоҡланып ҡарап торор ҙа, ҡәнәғәт төҫ алып, иртәгә тағы ла донъябыҙҙы нурға күмер өсөн тағы тауҙар артына сумыр. Ошо илаһи гүзәллек, гармония мәңгелек булһын… Сөнки уның хаҡы кешеләр ғүмере менән түләнгән.
Һүрәттә: (артта баҫып торалар, һулдан уңға) Ғ. Рәхмәтуллин, Ф. Заманов, Ш. Ишҡолов, С. Ишмөхәмәтов, (алда ултыралар) Ш. Эткәрин, М. Баязитов.