Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
18 Апрель 2020, 16:00

МИН ДӘ ҺУҒЫШ БАЛАҺЫМЫН...

Һуғыш һәр өйгә инеп сыҡты, һәр ғаилә яҙмышына ҡар мөһөрөн баҫты. Беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Яҙмам шул хаҡта...

Һуғыш һәр өйгә инеп сыҡты, һәр ғаилә яҙмышына ҡар мөһөрөн баҫты. Беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Яҙмам шул хаҡта...
Атайым
Атайым олатайым менән өләсәйемдең көтөп алған улы булған. Ул 1912 йылдың 11 майында тыуған. Алдан ете ҡыҙы булғас, осло телле иптәштәре олатайымды “ҡыҙ атаһы” тип үсекләгәндәр. Ҡыуаныстарынан, улдарына исем ҡушыу өсөн олатай менән өләсәй Батша ҡотоғо (ауыл осонда көмөш һыулы ҡотоҡ сыға) янында бер тай һуйып, туғандарын, тиңдәштәрен йыйғандар. Ҙур табын янында туғандар, ҡунаҡтар сабыйға Ниғмәт (Ниғмәтулла) тигән исем ҡушҡандар. Атайым ҡәҙерле, зирәк, сос егет булып үҫкән. Олатайым, Абдулла Хәйбулла улы, балаларын тәрбиәләүгә бик ихлас булған. Атайымдың отҡор, тырыш булыуын күреп, уны күрше Ишембай районы Көҙән ауылы хәҙрәте, Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһтың мәҙрәсәһенә уҡырға биргән. Үҙе йыш ҡына һыбай барып хәл белешеп, күстәнәстәр алып барып йөрөгән.
Атайым Ғәлиәкбәргә ҡайтҡас, “Ҡыҙыл Байраҡ” промколхозында эшкә тотона. Малсылыҡ, игенселек эштәрен алып барған, һәр саҡ етәкселек иткән. Уны «профилак», тиҙәр ине, ти әсәйем. Хәҙергесә, ул ветеринар булған. Бигерәк тә аттарҙы тәрбиәләгән. Аттар менән Белореттан, Стәрлетамаҡтан халыҡҡа аҙыҡ-түлек, промтауарҙар алып ҡайтып һатҡан.
1935 йылда Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙына өйләнә. Атай-әсәйҙәре менән бергә йәшәйҙәр (өй һала башлайҙар, ләкин уны төҙөп бөтөрә алмай ҡалалар). Әсәйем дә колхоз эшендә эшләй. 1936 йылда Әсмә апайым, 1939 йылда Сәғит ағайым тыуа.
Атайымдар һалабаш төшөрөп йөрөгәндә ике һыбайлы: Күлбаев Хәлил менән Зәйнулла сабып киләләр ҙә: “Һуғыш башланған, хәҙер үк ауылға ҡайтырға ҡушалар”, - тип хәбәр итәләр.
- 1941 йылдың 21 июне шулай хәтерҙә ҡалды. Тәүҙә ауылдағы бөтә йәштәр киттеләр. Көн һайын оҙатыуҙар, илашыуҙар башланды. Ҡайһы берәүҙәрҙе ат егеп, арбаға ултыртып алып китәләр ине, - ти әсәйем.
1941 йылдың 5 декабрендә 29 йәшлек Исламбаев Ниғмәтуллаға ла фронтҡа китергә тура килә. Ул ваҡытта Әсмә апайыма - 5, Сәғит ағайыма 2 йәш кенә була.
Атайым үҙе тәрбиәләп үҫтергән аттарының береһен - иң шәп Ҡашҡа айғырҙы менеп, ауыл осонан Нөгөш йылғаһына тиклем сабып килә. “Шул саҡ ат һарайындағы башҡа аттар көслө кешнәү тауыштары сығарып ҡалдылар”, - тип һөйләне Әхмәт ағай.
Атайымдар Дим станцияһында алты ай аттарҙы һуғышҡа өйрәтәләр.
Март айында әҙерлек осоронда улар янына ҡатындары май, ҡорот, бал алып хәл белешергә баралар.
Йәнғәлин Таип бабай янына Хәҙисә инәй, Йәнғәлин Зәйнәғәле бабай янына Фатима инәй, Ғәбитов Мансур бабай янына Мәрйәм апай, Биккинин Ғилман бабай янына Миңлебикә инәй, Йәмилев Ҡасим бабай янына Шәрифъямал инәй барған. Ә минең әсәйем, Исламбаева Бибисара, бара алмаған, сөнки ул саҡта әсәйем миңә ғоманлы булған. “Килмәгәне һәйбәт, баланы һаҡлаһын, матур тәрбиәләп үҫтерһен”, - тип әйткән атайым. Тейешле әҙерлек үткәргәс, аттарҙы эшелондарға тейәп һуғышҡа юлланғандар. 112-се башҡорт атлы дивизияла Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә хеҙмәт иткәндәр. Атайымдан сәләм-хаттар килеп торған, ә бынан хаттарҙы Разия апайым яҙып торған.
Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына 89 яугир киткән. Шуларҙың 48-е яу ҡырында ҡалған. 41 һалдат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан.
Иң беренселәрҙән булып Аҡкөсөков Рәжәп бабай етәкселегендә 16 кеше һуғышҡа алына. Унан һуң 5-әр, 10-ар кешегә повестка килә.
Әсәйем
Әсәйем аҡыллы, сабыр ғына көтөп, өсөнсө балаһын да ҡулына ала. Тәүге осорҙа атайҙан хат килеп тора, ғаилә лә бәпәйҙе ҡараша. Разия апай менән күршеләге Кәримә апайҙар ярҙам итешәләр. Разия апай хат яҙған һайын ҡағыҙ битенә бәпәйҙең ҡулын һыҙып ебәрә. Бер ваҡыт атайым хат алып уҡырға ғына булғанда янында снаряд ярылған. Ул ҡасып киткән. “Ай, әттә, уҡый ҙа алманым хатымды”, - тип үкенгән. Ҡараһа, теге хат көрәккә йәбешеп төшмәй килгән. Тынысланғас, хатҡа төшөрөлгән бәләкәс ҡулға ҡарап: “Их, ҡайтып күрһәм, бәхетле итеп кенә көтөр инем”, - тип яуап хат ебәргән.
Олатайым менән өләсәйем бик ҡыуанып, йәш баланы яратып, уға ҡайғыларын баҫып, әүрәп ултырғандар.
Олатайым урманға йөрөтөү өсөн муйыл ағасынан сәңгелдәк бөгөп биргән. Муйыл йыйырға барғанда гел алып барғандар ҙа ағасҡа элеп ҡуйғандар.
- Был бик егәрле ҡыҙ, муйылсы ҡыҙыҡай, - тип яратҡан олатайым.
Муйылды киптереп, килелә төйөп, ҡорот менән майға баҫып, бәлеш итеп тә, тирмәндә тартып та эшкә барыусыларға ашарға һалыр булғандар.
Ғәҙелгәрәйҙән Шәмсиҡәмәр өләсәйем (әсәйемдең әсәһе) баланы ла ҡарашҡан, бесән эшләүгә лә ярҙамлашҡан.
Атайымдан бер осор хат килмәй башлаған. Бер алыш ваҡытында аты яраланып, үҙе аттың аҫтында ҡала, иптәштәре уны табып ала.
Ошо ваҡытта беҙгә «ҡара ҡағыҙ» килә. Уны госпиталгә һалалар. Тағы хаттары килә башлай. “Мин шәбәйеп киләм, тик уң аяғым биш сантиметр самаһына ҡыҫҡараҡ, хәҙер атым юҡ, танк менән китәм һуғышҡа”, - тип хат яҙған.
Ул Ғәбитов Әхмәҙулла ағайға ла үҙенең хәлен аңғартҡан һәм ғаиләһенә ярҙам итеүен һораған.
Әсәйем фермала саҡта беҙ өләсәйемдәрҙә була торғайныҡ. Атайымдан ошо хәбәр килгәс, әсәйем һыйырын бер Хәмит тигән кешегә бураға алмаштырып, шул бураны арлы-бирле эшләтеп, айырым сыҡҡанбыҙ. Әсәйем шуға хаттарҙы ла һаҡлай алмаған. Ә фото кеүек ҡағыҙҙарҙы Шәрифулла ағайым мейескә яҡты. Әсәйем өйҙә юҡ ине, Сәғит ағайым бер ҡағыҙҙы алам, тип ынтылғанда, ағай ҡулына эҫе йәмкә менән һуҡты. Ағайым өйөрөп-өйөрөп ныҡ иланы. Өләсәйем дә туҡтата алманы, күмәкләп иланыҡ. Ағайым, тауыш сығармағыҙ, тип әрләне.
Беҙ айырым өйгә сыҡтыҡ. Ашарға юҡ. Үткән йыл ҡаҙып ашаған бәрәңге ерен, ҡар асылғас, ҡабат ҡаҙып ҡараны әсәйем. Һирәкләп 2-3 бөртөк сыға, ләкин ҡайһы берҙәре өшөгән була. «Быйыл балаларымды астан үлтермәй, яҙға сығарһам, киләһе йыл картуф ҡаҙған саҡта картуф төптәрен ҡалдырып-ҡалдырып ҡаҙыр инем», ти торғайны әсәйем.
Бер мәл әсәйемде мин тәҙрә аша ҡарап торам. Ана, ике кәртүк, әсәй, тип ҡысҡырып та ебәрҙем, тәҙрәһе, рамы менән ҡолап та киттем.
Яҙға табан төрлө үләндәр сыҡты, һыйыр быҙауланы. Әсәйем артелгә эшкә йөрөй, ондо ҡалаҡлап ҡына бирәләр. Ыумас ыуып, бәпкә турап өйрә бешерә торғайныҡ. Үләндәрҙең төрлөһөн ашайбыҙ. Көпшәне күп ашап, бер ҡыҙыҡайҙы саҡ үлемдән ҡотҡарҙылар. Минең бәләкәс кенә “Ат күҙе” тигән сеүәтәм була торғайны, гел шуның менән генә ашаным.
Әсәйем бер мәл, балан бешерҙем, сеүәтәгеҙҙе алып килегеҙ, һәр берегеҙгә һалып бирәм, тигән. “Йәше саҡ тулған бәпесем “ат күҙе” сеүәтәһен тотоп атлап килә. Беҙ балан ашауға түгел, ә бәпәй атланы бит, тип көләбеҙ, ҡыуанабыҙ”, - тип һөйләне әсәйем.
Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 17 апрель һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: