Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Апрель 2020, 11:00

ЕҢЕҮҘЕ УЛАР АЛЫП КИЛГӘН

Бөйөк Ватан һуғышының халҡыбыҙ өсөн күпме ҡайғы-хәсрәт килтергәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Һуғыш шауҡымы ҡағылып үтмәгән бер ғаилә лә, бер өй ҙә юҡтыр.

Бөйөк Ватан һуғышының халҡыбыҙ өсөн күпме ҡайғы-хәсрәт килтергәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Һуғыш шауҡымы ҡағылып үтмәгән бер ғаилә лә, бер өй ҙә юҡтыр. Күпме балалар атайһыҙ үҫте, күпме ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр һөйөклө ирҙәрен, улдарын көтөп ала алманы.
Һуғыш ваҡытында бәләкәй генә һаналған, ул мәлдә 50-60 ҡына шәхси йорттан ғына торған Яуымбай ауылынан ғына ла 54 ир-ат фронтҡа алына. Ғаиләләренә «ҡара ҡағыҙ» килеп зар илаған әсәйҙәр, өләсәйҙәр бик күп була. Яуға киткәндәрҙән 25 кеше әйләнеп ҡайта, ә ҡалған 29-ы һәләк була, йә хәбәрһеҙ юғала.
Һуғышҡа бер ғаиләнән бер нисә ир-егеттең алыныуы айырыуса аяныслы.
Шәйәхмәт менән Ғилмихаят Аҫылбаевтар береһенән береһе уңған имән шикелле алты малай үҫтерәләр: Хәләф, Ильяс, Шаһыбал, Шаһимырҙан, Гәрәй, Исҡаҡ.
Ауылда был ғаилә эшсән, уңған булып таныла. Заманында ундайҙарҙы яратмағандар бит. Шәйәхмәтте лә, ошаҡсылар арҡаһында кулак мөһөрө тағып, Мурманск тарафтарына һөргөнгә ебәрәләр. Ә өйҙә ҡалғандар кулак балаһы булған өсөн ыҙа сигә. Өҫтәүенә, йәше еткән малайҙарҙы һуғышҡа алмай интектерәләр. Шулай булһа ла, ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә торғас, кулак балаларын да яуға ебәреп бөтәләр. Башҡалар кеүек, улар ҙа ил өсөн аяуһыҙ һуғыша. Шаһыбал Аҫылбаев 19 йәшендә генә Донецк өлкәһендә батырҙарса һәләк була.
Шаһимырҙанды ла, йәшең бәләкәй, тип бер нисә мәртәбә кире ҡайтаралар. Ахырыһы, йәшен өҫтәп яҙып алып бара. Уны һуғыш бөтөп барғанда Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Квантун армияһына ҡаршы һуғышҡа эләгә ул.
Шаһимырҙан Аҫылбаев Свердловск ҡалаһында тәүҙә курстарҙа уҡый. Унда танкист һөнәрен үҙләштерә. Танкист булып япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә орден-миҙалдар алып ҡайта. Һуғыштан алда уҡ ҡурай тартырға өйрәнә. Еҙ көпшәнән ҡурай эшләп, хеҙмәттәштәрен аптырата. Үтә тишек көпшәнән шул тиклем дә көй сығарып буламы икән, тип иҫтәре китә һалдаттарҙың.
Ш. Аҫылбаев ата-әсәһенә эйәреп намаҙға баҫа. Төрлө дини йолаларҙы үтәй башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ сүрә-аяттарҙы ятлап өлгөрә.
Малайҙарҙың иң өлкәне Хәләф Аҫылбаев һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн өсөнсө дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
1927 йылда тыуған Ильяс Аҫылбаев бигерәк сая һуғыша. Разведчик була. Уның түшенә Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, күп тә тормай, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тағалар.
Шулай итеп, «халыҡ дошманы» балалары илде дошмандан һаҡлауҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән.
Һуғыштан һуң Донецк өлкәһенән Шаһимырҙанға хат килеп төшә. “Шаһыбал Аҫылбаевтың ҡәберлеге табылды. Мөмкин булһа, уның фотоһын алып килеп ҡайтығыҙ. Ағайығыҙҙы яңы ҡәберлеккә ерләйәсәкбеҙ”, тип әйтелә унда.
Хәбир Ураҙғолов менән Мөхәмәтхужа Ураҙғоловтар ҙа бер туғандар. Улар ҙа фронтҡа бергә алына. Икеһе ике фронтҡа эләгә. Хәбир данлыҡлы Шайморатов дивизияһы ойошторолғандан алып шунда хеҙмәт итә.
- Дивизияға өс ауылдашы менән бергә бара. Бүтән ауылдарҙан да күмәк булалар. Монасиптан Ғизетдин Муллағоловты, район үҙәгенән Ноғоман Ваһаповты, ауылдашы Юныс Аҫылбаевты йыш иҫкә төшөрә ине, - тип һөйләй Дамир Ураҙғолов.
Һуғыш башланғанда Хәбир Күркәтауҙа ағас ҡырҡып ятҡан була. Бәлки, шуғалыр ҙа, армияға Баймаҡ кешеһе булып саҡырыла. Тәүҙәрәк Алкинола, аҙаҡтан, дивизия ойошторолғандан алып, Дим станцияһында була. Оҙаҡламай 112-се дивизия составында алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Тәүге сынығыуҙы Воронеж, Дон фронттарында ала. Һуңынан Сталинград фронтына эләгә. Унда бик күп алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда ҡаты яралана. Яугиргә оҙаҡ ҡына госпиталдә ятырға тура килә. Ҡулы ҡорал тоторға яраҡһыҙ булып ҡала. Шул арҡала уға икенсе төркөм инвалидлығы биреп, фронттан ҡайтарып ебәрәләр.
Яугир ғаиләһе менән килеп район үҙәгендә төпләнә. Оҙаҡ йылдар райсоветта ат ҡараусы булып эшләй.
Генерал Таһир Кусимов Бөрйәнгә килгәнендә хеҙмәттәшен күреп китергә була. Бесән мәле булһа ла, Х. Уразғоловты ҡайтарталар. Оҙаҡ йылдарҙан һуң яугирҙәрҙең тәүге осрашыуы ҡыҙыҡ килеп сыға. “Ах, японский, Кусимов бит был”, тип һүҙ башлай ат ҡараусы. Бының холҡон белгәс, генерал көлөмһөрәп тора ла, килеп ҡосаҡлап ала. Шунан һуң һөйләшеп алып китәләр.
Яуымбайҙың урта тошонда йәшәгән ағалы-ҡустылы Шәһит менән Мотаһар Мырҙағоловтар ҙа бер-бер артлы ғына фронтҡа алына. Улар ҙа ауылдаштарының ышанысына тап төшөрмәй. Икеһе лә сая һуғыша. Алған наградалары бик күп.
Фәруҡ Ғүмәр улы Маликов та Яуымбай ауылынан ине. Ауылдан иң күп хәрби наградаларға лайыҡ кеше ул булғандыр. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике мәртәбә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Һуғыш мәлендә бөлгөнлөккә төшкән ауылды, бригаданы күтәреүгә һау ҡайтҡан ағайҙар, атайҙар күп көс һала. Юныс Аҫылбаев, Әҙеһәм Бәшәров, Йәмилха Кинйәкәевтар оҫта ойоштороусы була.
Һиҙиәт Исмәғилев бесәндә алмаштырғыһыҙ звено етәксеһе булды, шул тиклем эшкә әрһеҙ, ихлас, намыҫлы ине.
Муллағәләм Исмәғилев яҡшы балта оҫтаһы, шәп кәбән һалыусы булып таныла.
Япон һуғышы яугире Йәмилха Кинйәкәев аҙаҡҡы йылдары малсылыҡта дан ҡаҙана. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Хәсән Вәлитов һуғыштан яраланып ҡайтҡас, колхоз эшендә ҡатнаша алманы. Киномеханик һөнәренә уҡып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ауылдаштарына кино күрһәтте.
Яугир Нурислам Кинйәкәев ҡатыны Фәғилә еңгәй менән бәхетен малсылыҡта таба. Улар оҙаҡ йылдар райондың иң алдынғы быҙау ҡараусылары булды. Райондың күсмә вымпелын бер кемгә лә бирмәҫтәр ине.
Яугир Ҡотлоғәлләм Назаров алдынғы ҡарашлы колхозсы ине. Бүтәндәргә ят күренгән ниндәй техника килә, уға бирерҙәр ине. Ат бесән сапҡысынмы, иген саба торған самоброскамы, иң элек ул эшләтте.
Бына шулай, Бөйөк Еңеүгә бәләкәй генә Яуымбай ауылы ир-егеттәре лә ҡайһы тиклем ҙур өлөш индергәндәр.
Читайте нас: