Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Апрель 2020, 11:00

ОРДЕНЛЫ АҠҺАҠАЛ

Йәки айыу менән күҙгә-күҙ осрашҡан, һеләүһен алған, аҙаҡ етем ҡалған һеләүһен балаларын көтөп маташҡан, 70 килограмлыҡ ондо Ҡурғашлынан Мораҙымға яурынына “ыһ” та итмәй һалып алып ҡайтҡан бәһлеүән Зинһар апаның күңел сәхифәләренә сәйәхәт ҡылдыҡ...

Йәки айыу менән күҙгә-күҙ осрашҡан, һеләүһен алған, аҙаҡ етем ҡалған һеләүһен балаларын көтөп маташҡан, 70 килограмлыҡ ондо Ҡурғашлынан Мораҙымға яурынына “ыһ” та итмәй һалып алып ҡайтҡан бәһлеүән Зинһар апаның күңел сәхифәләренә сәйәхәт ҡылдыҡ...
Нисәнсе йылдар булғандыр, иҫләмәйем, үҙебеҙҙең яратып уҡыған “Таң” гәзитендә Зинһар апабыҙ хаҡында “Орденлы малсы” тигән мәҡәлә баҫылғайны.
Ауылыбыҙҙың иң оло, абруйлы аҡһаҡалы Моратшин Зинһар Ғөбәйтулла улы 85 йәшлек юбилейын билдәләне, тигәстәре, барып уның хәлен белеп ҡайтырға булдым.
Ниндәй йомош менән йөрөгәнемде белгәс, ихлас ҡыуанып ҡаршы алды ул. Атайымдың яҡын ғына еҙнәһе булғас, яҡын күреп, тартып, апа, тип өндәшәбеҙ үҙенә.
Хәл-әхеүәлдәрҙе һорашҡас, яйлап оҙон әңгәмәгә күстек.
1935 йылдың февралендә Ғөбәйтулла Сабитулла улы менән Мәлифә Кинйәбай ҡыҙы Моратшиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала ул.
“Атай ҡарт уҡымышлы мулла булған тип әйтәләр – ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған бик күп китаптары булғанлығын иҫләйем”, – ти апа.
Бәләкәстән теремек малай тупылдап үҫеп тә китә. Ауылдағы башланғыс класта ғына уҡыу тейә уға. Ул ваҡыттағы бөтә балаларҙың бәхетле бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлай. Үҙе иҫләгәндән алып ғүмере эш өҫтөндә үтә.
“Бәләкәйҙән эшләп үҫелде. Әле атты егә белмәгән саҡта Баһыуҙа иген һуғып яттыҡ. Бер нисә генә оло кеше һәм минең менән бер тиҫтер балалар инек. Эш һайлап тороу ҡайҙа ул – ниндәй эш ҡушалар, шуны ҙур яуаплылыҡ менән үтәй инек. Һуғыш... Һуғыштан һуң ауыр йылдар хәҙер бер ауыр хәтирә булып ҡалды инде.
1955 йылдың көҙөндә армияға алдылар. Ил алдындағы изге бурысты үтәр кәрәк. Бөрйәндән 18 егет инек. Әлбиттә, төрлөбөҙҙө төрлө ергә бүлделәр. Хеҙмәт иткәндә Мәскәүҙе лә күрергә яҙҙы. Ҡаҙағстанда хеҙмәт иттем. Балхаш күлен дә күрҙем. 1958 йылдың ноябрендә ҡайтып инелде ауылға”, - тип хәтирәләр йомғағын һүтә Зинһар апа.
Армиянан ҡайтыу менән уңған егет эшкә сума, ул ваҡытта колхоздар яйлап күтәрелә башлаған осор була. Егәрле, һәр эшкә яуаплылыҡ менән ҡараған егет фермаға мал ҡарарға сыға. Хәҙер инде ул, дөрөҫөн генә әйткәндә, нисә йыл эшләгәнен дә иҫләмәй.
Ауылдан 9-10 саҡырым алыҫлыҡта Аҡташ йәйләүе йәйләй. Үлән сығыр-сыҡмаҫтан үҙенә беркетелгән малын ҡыуып йәйләүгә күсә ул. Инде көҙ етеп, һыуыҡтар башланғас ҡына ауылға әйләнеп ҡайта.
“Бөтәһе 11 алмаш көтөүсе менән эшләнем. Көтөүсенең эше рәхәт икән, тип барғандар тиҙ тайыр ине. Иң оҙағы Вәлит ҡәйнеш менән эшләнде. Бик моңло кеше ине ул – кис етеп, малдар кәртәгә ингәс, эй-й һыҙҙырыр ине ҡурайында. Шундай татыу эшләнек – үҙе бер ғүмер генә булып ҡалды...
Көндәр йылыныу менән йәйләүгә ғаиләләрҙе күсереп алыр инек. Унан инде бесән мәле етә. Емеш-еләк емерелеп уңа торғайны. Шундай һәйбәт колхоз рәйестәре, бригадир, ферма мөдирҙәре менән эшләргә тура килде. Әлибаков Таштимерҙе генә алайыҡ, ауылым, ауылдаштарым, тип тырышты. Ҡайһындай мәктәп, клуб төҙөттө, урамға асфальт түшәтеү ҙә – уның эше. Эшләгән кешегә шул хәтлем хөрмәт менән ҡараны, бер үк ваҡытта талапсан да булды. Эш шарттарын еңеләйтергә тырышты. Фермаларҙы әйтеп тораһы ла түгел. Беҙҙең һауынсылар йәйләүҙә иң матур өйҙәрҙә йәшәнеләр. Хәҙер бынау емерелеп ултырған һарайҙарға ҡарап эс боша. Белеп әйткән боронғолар: үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел, тип. Бер нисә генә кешенең ул-был нәмәләрҙе урлап ташыуы бөтөнләй оят, - тип замананың йән әсеткес күренештәренән тағы Аҡташ йәйләүенә күсте әңгәмәсем. – Унда элек алтын йыуыусыларҙан күп һанлы тәрән соҡорҙар ҡалған. Уларҙың ҡайһыһының ҡайҙа икәнлеген биш бармағым кеүек беләм – аңғармаҫтан мал аяғы төшөп китеүгә лә күп кәрәкмәй. Үҙем эшләгән дәүерҙә хатта бер баш малдың юғалыуына ла, үлеменә лә юл ҡуйманым. Ҡараған малдарым һәр саҡ юғары көрлөктә булды.
Заманында эшләгән кешенең эшен дә күрә белделәр һәм юғары баһаланылар - 1970 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын бирҙеләр. Унан тыш, 7 миҙалым һәм күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарым бар”.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ятып сыҙамай – эшләп өйрәнгән кеше башҡаса итә алмай инде. Йәй көнө урман буйлап йөрөп үҙенә кәрәк материалдарҙы әҙерләп ала ла, тотона ат саналары әҙерләргә. Юҡлыҡ бәкәлгә һуҡҡанда ярап һала: игенгә, онға алмаштырып ала эшләгәндәрен. Хатта бер йылды саналарын бер йылҡыға ла алмаштырып ала.
Хәҙер был эшен туҡтатҡан инде. Ғүмере буйы йәйләүҙән ҡайтып инмәгән кеше урманһыҙ, тәбиғәтһеҙ йәшәй алмай, шуға әле лә урманға сығып, тирә-яҡты айҡап-байҡап, йәшлек һуҡмаҡтарына тут төшөрмәй, алыҫтарҙан йәйәүләп йөрөп әйләнә. Ошонан күңеленә дәрт, тыныслыҡ, йөрәгенә ял ала. Шуға була, ахыры, ул һаман да шәп, йәш сырайлы, еңел кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле. Бөтә кешегә лә йылмайып баға, бер ҡасан да сырайы һытыҡ йөрөмәй, кешегә бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәй.
Бер ваҡытта ла тәмәке тартмаған, спиртлы эсемлектәрҙе үҙһенмәгән. Бөгөн булһа ла тик ултырып сыҙамай – сығып ҡар көрәһенме, хәленән килгәнсә утын ярһынмы, мал ҡараһынмы, донъяның бөтмәҫ башҡа эшенә сумһынмы...
Йәй булһа, картуфтың ҡыйын йолҡоп, матур итеп төбөн күмһенме – барыһына өлгөрә. Улы менән килене уны эшләмәҫкә, ял итергә өндәп-әжеүәләп кенә торһалар ҙа, бар, һин тыйып ҡара боронғо эш кешеһен һәм эшһеҙ ултыртып ҡара!
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип көлә лә ҡуя, унан тағы эшкә йәбешә.
Әйткәндәй, Зинһар апаны кесе улы Сынбулат менән Зөлхизә килене матур, һәйбәт ҡарайҙар. Ул йәшәгән кесе өй таҙа, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған.
“Балаларҙы шул хәтлем яратам. Ейәнем менән ейәнсәрем ошонда, өйгә килеп инһәләр, күңелемә шундай рәхәт булып ҡала”, - ти Зинһар апа.
Үҙе лә изгелеккә изгелек менән яуап биргән кеше ул – бәләкәстәрен тәм-том менән һыйларға ярата. Оло кешегә күп кәрәкме ни - бер йылы һүҙ, йылы ҡараш етә.
Читайте нас: