Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Миллионлаған ҡорбандар аша яулаған еңеү көнө беҙҙән алыҫлаша барһа ла, уның баһаһы кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара.
Һуғыштың әсе һағышы әле лә йөрәкте әрнетә, ғаилә архивтарындағы фотоһүрәттәр күҙҙәрҙе йәшкәҙәтә. Минең атайым да илебеҙ именлеген һаҡлап, илгә ҡалҡан булғандарҙың береһе.
Атайым Ҡулбирҙин Әбделғәни (Ғәни) 1923 йылдың 28 ғинуарында Иҫке Мөсәт ауылында донъяға килгән. Олатай менән өләсәй хәлле генә йәшәгәндәр. Мин иҫ белгәндә уларҙа урыҫ ҡапҡа ине, донъялары ла бүрәнә ҡоймалар менән уратып алынған. Бәләкәй булғас, ул бейек урыҫ ҡапҡаһының тотҡаһына ҡулыбыҙ етмәй, шуға ҡойма аша төшөү беҙгә еңелерәк булды. “Нимәгә кәрәк булды инде һеҙгә ҙур ҡапҡа”, тип өләсәйгә ризаһыҙлыҡ белдергәнемде асыҡ хәтерләйем.
Олатайҙың ғаиләһендә 5 бала үҫә. Атай, яҙғанымса, 1923 йылғы, Вәхит ағай (Украинаның Киев ҡалаһында йәшәне, хәҙер мәрхүм) 1931 йылғы, Ғөбәйҙә апай 1926 йылғы (мәрхүмә инде), Хөмәйрә апай 1933 йылғы (Мәндәғолда йәшәй). Кинйәбикә апай 1937 йылғы.
Мал-тыуары ла ишле булған олатайҙың. Ишек алдында ла, урмандағы солоҡтарҙа ла бал ҡорттары күп булған. Солоҡтарын балаларына исемләп япҡан: атайҙыҡы – Әлештә, Вәхит ағайҙыҡы – Ҡыҙыл ерҙә, Ғөбәйҙә апайҙыҡы – Әбей сәсәгәндә, Хөмәйрә апайҙыҡы – Көргәҫтә, Кинйәбикә апайҙыҡы – ауыл янында.
Атай 1939 йылда 7-се синыфты тамамлағас, “Яңы юл” колхозында эш башлай. Бар эште лә тырышып һәм еренә еткереп башҡара ул.
1940 йылда йәштәрҙе йыйып, леспромхозға ағас эшенә ебәрәләр. Ошо төркөмдә атай ҙа була.Улар Ырғыҙлы ауылы янында ағас әҙерләйҙәр һәм эшкәртәләр. 1942 йылдың 12 июнендә ул фронтҡа китә.
Атайым тәүҙә парашютсылар әҙерләү мәктәбендә уҡып, хәрби әҙерлек үтә һәм август айында Сталинград янында барған көслө һуғышҡа десантсы булып инә. 80-дән артыҡ десантсыны самолеттан дошман тылына ырғыталар. Рейдтан һуң барлығы 8 десантсы ғына тере ҡала.
Атай йәнә бер хәл тураһында һөйләй торғайны. Десантсылар дошмандарҙың нығытылған ут нөктәләрен баҫып алалар. Дошман пулеметтарының атылған гильзаларынан күбә ҙурлыҡ өйөм барлыҡҡа килгәнен күреп хайран ҡалалар. Ә беҙҙең үлгән һалдаттар яланды ҡап-ҡара итеп ята ине, тип һөйләгәйне.
Ошо һуғышта сағында ул Коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә. Клецкая ауылын азат иткәндә бик ҡаты яралана. Шул мәлдә күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” тигән миҙал менән наградлана.
Был алыш тураһында Интернетҡа ҡуйылған архив материалынан алынған мәғлүмәттә:
“Ғәни Ҡулбирҙин Малое Яблонево районында туҡтауһыҙ ҡойолған бомбалар һәм миномет уты ямғыры аҫтында 3 тәүлек буйына йоҡламай һәм ял итмәй, штаб менән бәйләнештә өҙөклөктәр булыуына юл ҡуймай, алғы һыҙыҡта булды. Был ваҡыт эсендә уның тарафынан 20 боҙолған урын төҙәтелде.
1943 йылдың 6 авгусынан 8 авгусына тиклем дошман уты аҫтында Клинино ауылы менән Белгород араһындағы элемтәне тергеҙҙе. Дошмандың артиллерия уты аҫтында бер нисә тапҡыр хәрби задание үтәне. Ғөмүмән, үҙенә ҡушылған бурысты һәр ваҡыт ҡаһармандарса һәм ҡыйыу үтәй”, - тигән юлдар бар.
Хәҙер Интернет заманы бит. Улдарым йәнә архивтан алынған түбәндәге документҡа ла юлыҡты. Ул наградалау тураһында ҡағыҙ:
“1944 йылдың 18 авгусынан 19 авгусына ҡараған төндә Коземяж районында Висла аша үткән кабель линияһын төҙәткән ваҡытта баҡыр үткәргес төпһәгә эләгә. Йылғаның тәрәнлеге 3 метр самаһы булыуға ҡарамаҫтан, Ғ. Ҡулбирҙин, дошман уты аҫтында ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кабель эләккән ергә йөҙөп барып етеп, эләгеп торған ерҙе ысҡындырҙы. Бының менән ул командование менән үҙ ваҡытында тотороҡло бәйләнеш булдырыуға мөмкинлек бирҙе.
1944 йылдың 20 авгусында Бойшин районында ла дошман уты аҫтында 8 минут эсендә элемтәне тергеҙеүгә өлгәште.
Шул уҡ йылдың 24 авгусында дошмандың артиллерия уты менән Висла йылғаһы аша 6-сы линия сафтан сығарылғайны. Ғ. Ҡулбирҙин һыуға һикерҙе һәм кабелде ялғаны. Һөҙөмтәлә, командование менән өҙлөкһөҙ бәйләнеште тәьмин итте”.
Капитан Бурмистровтың наградаға тәҡдим итеүе нигеҙендә 1944 йылдың 5 сентябрендәге бойороҡ менән красноармеец Ғәни Ҡулбирҙин беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Һуғыш тамамланғас та шунда уҡ тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете теймәй атайға. Һуғышта күрһәткән ҡыйыулыҡтары, ҡаһарманлыҡтары өсөн 1945 йылдың Еңеү парадында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була ул. Парадҡа әҙерлек Ҡыҙыл майҙанда 4 аҙна буйы бара.
Өс тапҡыр яраланған яугир 1946 йылдың 25 сентябрендә генә демобилизациялана.
Улының иҫән-һау, үҙ аяғында тыуған ауылына ҡайтыу шатлығын олатай тана һуйып билдәләгән. Ауылдаштарын, туғандарын йыйып, ҙур байрам ойошторған.
-Тананы һуймайыҡ, һыйырҙы икәү итәйек. Минең башҡа әҙерлектәрем дә бар, - тип өләсәй әҙерәк ҡаршы сығып ҡараһа ла, олатай һүҙен бирмәгән.
-Һин һуғышта, ут эсендә булманың әле, - тип өләсәйҙең һүҙенә ҡарамай, танаһын һуйған.
Хәтерләүем буйынса, атай заманына күрә белемле булған, яҙыуы матур ине, урыҫ телендә яҡшы аралашты. Яҙып-һыҙыуға грамоталы, кешегә иғтибарлы булды. Ауылдың оло инәй-бабайҙары ғариза, аңлатма яҙҙырырға, йыйылыштарҙа төрлө мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙе һорап уға йыш киләләр ине.
Яңы Собханғолда 8-сене тамамлағансы белмәгән һорауҙарыма яуапты унан һорай торғайным. Яй ғына, төплө генә итеп, бер һүҙен ике ҡабатламай ғына өйрәтер ине.
Һуғыш тураһында артыҡ һөйләргә яратманы. Йөрәген әрнетеп, һуғыш яраларын яңынан ҡуҙғатаһы килмәгәндер инде. Бәлки, ул ваҡытта һуғыштағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе әллә ней һөйләргә лә ярамағандыр.
-Днепр йылғаһын кискән саҡтар айырыуса хәтерҙән сыҡмай. Дошмандың ямғыр һымаҡ яуып торған пулялары, бомбалары аҫтында кистек йылғаны. Днепр өҫтөнән үлгән һалдаттарҙың кәүҙәләре ҡап-ҡара булып, тотош йылғаны ҡаплап аҡты. Беҙ төндә кәшмәк менән сыҡтыҡ, - тип һөйләгәне йөрәкте әрнетә. Кемдәрҙең генә ғәзиздәре аҡҡандыр инде...
Атайымдың күкрәген беренсе дәрәжә, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”,”Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” тигән миҙалдар биҙәй ине. Юғары командованиеның 13 маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булған.
Һуғыштан ҡайтҡас, Аҫҡар мәктәбендә физкультура, хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Ул ваҡытта Аҫҡарҙан район үҙәгенә тура юл булмаған, халыҡ Ҡағы аша урап йөрөгән. Атайым тоҫмаллап, самалап, туранан ҡышҡыһын саңғыла ҡар ярып, район үҙәгенә көнөнә барып әйләнер булған. Уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын да шулай барып алған. Ә ара, барып-ҡайтыу менән бергә, 90 саҡырым самаһы килеп сыға. Ул ҙур кәүҙәле кеше ине, кәүҙә оҙонлоғо 1 метр 95 сантимер.
Исламбайҙан Әхтәм ағай Хәйбуллин:
-Бер йәйҙә Әбделғәни миңә бесән сабышты. Бер яланды бер көндө яңғыҙы сабып бөттө лә, берәй 20-26 күбә сығыр, тигәйне, ысынлап та, 26 күбә сыҡты. Шулай бер көндә бер үҙе бер кәбән саба ала торғайны, - тип һөйләй.
Бер мәл иптәшем Әйүп Мөсәттә йоҡлай ҙа, иртәгәһенә атайым менән ЗИЛ-157 машинаһының кузовында район үҙәгенә китәләр. Водитель быларҙы район үҙәгенә ингән ерҙә, СПТУ тапҡырында, төшөрөп ҡалдыра. “Мин кузовтан машинаның тәгәрмәсенә баҫып төштөм. Ҡайнымдың бер аяғы кузовта, береһе ерҙә ине. Ашаҡлап ҡына төштө лә ҡуйҙы”, тип көлә иптәшем.
Артабан үҙәккә ҡарай ҡайнылы-кейәүле йәйәү китәләр. “Ҡайнымдың аҙымдары хәтәр ҙур. Артынан эйәреп етә алмай, үҙенә күрһәтмәй генә йүгереп-йүгереп алам”, тип тә көлөп һөйләй Әйүп әле лә.
Тылда ла еңел булмаған. Һуғыш йылдарында әсәйем Белоретта хәрби заводта эшләй. “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн” тигән миҙалы ла бар ине. Атай ҙа, әсәй ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булды.
Атайым йәшәгән нигеҙҙәге йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
...Тормош дауам итә, йыл артынан йылдар үтә. Тормош арбаһы туҡтауһыҙ алға елдерә. Мәле еткәс, һәр беребеҙ был арбанан төшә барабыҙ. Атайым 1995 йылдың 15 июнендә, әсәйем 2004 йылдың 20 майында донъя менән бәхилләштеләр.
Улар ултыртҡан тормош ағастары һәр яҙ һайын шаулап сәскә атырҙар, уларҙың эштәрен тыныс тормошта балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре дауам итер. Артабан да тормош арбаһы имен-аман барһын, балалар һуғыш күрмәһен. Тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын. Шартлау тауыштары сабыйҙарҙың ҡотон осормаһын.
Яҙмамды үҙемдең шиғырым менән тамамлайым:
Тәндәрҙәге яра уңалһа ла,
Уңалмай бит күңел яраһы.
Йөрәктәрҙе һаман әрнетә шул
Һуғыш һалған яра эҙҙәре.
Илде һаҡлап, тыныс тормош өсөн
Башын һалды күпме ағайҙар.
Көндө төнгә ялғап хеҙмәт итте
Тылда ҡалған әсәй-апайҙар.
Еңеү яҙын һеҙ бит килтерҙегеҙ,
Бүләк иттегеҙ бит тыныслыҡ.
Рәхмәт һеҙгә, беҙҙең ветерандар!
Рәхмәт һеҙгә, башын һалғандар...