Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
14 Февраль 2020, 13:00

ТЫЛ ҺАЛДАТТАРЫ

Ошо инәйҙәргә ҡарапҺыҙылып ҡуйҙы йөрәк -Улар һуғыш йылдарындаИленә булған терәк.

Ошо инәйҙәргә ҡарап
Һыҙылып ҡуйҙы йөрәк -
Улар һуғыш йылдарында
Иленә булған терәк.
Билдән кисеп ҡар-көрттәрҙе
Ағас та йыҡҡан улар,
Һабан һөйрәп йән көсөнә
Иген дә иккән шулар.
Төндәр буйы һалдаттарға
Ойоҡ-бирсәктә бәйләп,
Таң атмаҫтан фермаларға
Ашыҡҡан юлды шәйләп.
Бала ла баҡҡандар улар
Илдең иртәһен уйлап.
Ҡайҙа инде хәҙергеләй
Сығыу кейәүгә туйлап.
Тал сыбыҡтай саҡтарында
Йөкләгәндәр ил йөгөн.
Ошо оло фиҙакәрлек
Баһаланамы бөгөн?..
Инәйҙәргә ҡараным да,
Йөрәгем ҡуйҙы һыҙып...
Тал сыбыҡтай ғына булып
Үҫә бит үҙе ҡыҙым...
Читайте нас: