Район хакимиәте бинаһы алдында Кейекбай, Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол, Байназар, Ҡыпсаҡ, Байғаҙы, Иҫке Монасип, Аҫҡар ауыл биләмәләренән 18 егетте Рәсәй армияһы сафтарына оҙатыу тантанаһы үтте.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағас, һалдаттарҙы тәбрикләү өсөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙ алды.
- Һалдат булыу – ҙур бурыс. Рәсәй армияһына райондан йылына 50-100 һалдат оҙатабыҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Бөрйән һалдаттары һынатмай, тоғро хеҙмәт итә. Тәүге осоро ҡыйынлыҡтар булһа ла, бирешмәгеҙ, районды, илегеҙҙе, ата-әсәләрегеҙҙе уйлағыҙ, - тине Рөстәм Динислам улы һәм егеттәрҙең имен йөрөп ҡайтыуын теләне.
Егеттәр илебеҙҙең төрлө тарафтарында – Калининградтан алып Камчаткаға тиклем төрлө ғәскәрҙәрҙә, шул иҫәптән, спецназ, һауа десанты кеүек элиталы ғәскәрҙәрҙә - хеҙмәт итәсәк. Буласаҡ һалдаттарға район хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырылғас, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссариаты хәрби саҡырылыш бүлеге начальнигы ярҙамсыһы Флүзә Ҡаһарманова саҡырылыусыларҙың исем-шәрифтәре менән таныштырҙы. Егеттәрҙең кемдәрелер урта һөнәри белем биреү йорттарын, кемдәрелер юғары уҡыу йорттарын тамамлаған, ә берәүһе хатта кәләш алып, атай булып та өлгөргән.
Хәрби комиссариат өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән, заманында бик күп егеттәрҙе армияға оҙатҡан отставкалағы өлкән прапорщик Илгиз Мәрәсов үҙ сығышында:
- Әрме хеҙмәте бутҡа ашау ғына түгел, ғәҙелһеҙлектәр ҙә булырға мөмкин. Иң мөһиме – ата-әсәйҙәрегеҙҙе онотмағыҙ, хәлдәрен белешеп тороғоҙ, уларҙы юҡ-бар менән борсомағыҙ, ауырлыҡтар булһа, түҙегеҙ, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөгөҙ, - тине.
Ата-әсәләр исеменән Ғәҙелгәрәй ауылынан Әҡлимә Сафина изге теләктәрен еткерҙе. Борондан килгән йолаға тап төшөрмәй, егеттәрҙе икмәк һәм сәй менән һыйлағас, буласаҡ һалдаттар, туғандары менән хушлашып, автобусҡа тейәлеп сынығыу мәктәбенә юл тоттолар.