Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
8 Октябрь 2018, 14:07

Намыҫлы ил һаҡсыһы

Ошо көндәрҙә Байназар ауылында йәшәүсе Ураҙбай Айытбай улы менән Рәзилә Әхмәҙиә ҡыҙы Байназаровтар Бүрәт Республикаһында хеҙмәт иткән төпсөк улдары Фидәилдең часть командирынан һөйөнөслө хәбәр алып, оло шатлыҡ кисерә.

Ошо көндәрҙә Байназар ауылында йәшәүсе Ураҙбай Айытбай улы менән Рәзилә Әхмәҙиә ҡыҙы Байназаровтар Бүрәт Республикаһында хеҙмәт иткән төпсөк улдары Фидәилдең часть командирынан һөйөнөслө хәбәр алып, оло шатлыҡ кисерә. Хатта ошондай юлдар бар:

“Һеҙҙең улығыҙ хеҙмәт итеү ваҡытында үҙен намыҫлы һәм дисциплиналы һалдат итеп күрһәтте. Хәрби уставты яҡшы белә һәм уларҙы көндәлек хеҙмәттә дөрөҫ ҡуллана. Әрме мәктәбен өйрәнеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, үҙенең белгәндәрен иптәштәре менән дә бүлешә. Ул хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында хаҡлы рәүештә ихтирам һәм абруй яуланы.

Улығыҙҙа намыҫ, эшһөйәрлек, ғәҙеллек һәм яуаплылыҡ тойғолары тәрбиәләгәнегеҙ, яҡшы кеше - лайыҡлы Ватан һаҡсыһы итеп үҫтергәнегеҙ өсөн часть командованиеһы һеҙгә оло рәхмәт белдерә. Һеҙ хаҡлы рәүештә улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ”.

Байназар мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Фидәил СиБДУ-ға уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес ҡулына дипломын да алырға өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә оҙатыла.

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре рәтендә элемтәсе-водитель булып хеҙмәт итеүсе Фидәилдың артабан да изге бурысын намыҫ менән үтәренә шигебеҙ юҡ. Киләсәктә лә һәр ваҡыт атай-әсәйеңде, яҡындарыңды ҡыуандырып, лайыҡлы йәшә, Фидәил.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: