Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
25 Июнь 2018, 16:00

Илнур – өлгөлө һалдат

Күптән түгел Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Надия һәм Иршат Сәғитовтар Ырымбур ҡалаһында хеҙмәт итеүсе улы Илнурҙың хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Күптән түгел Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Надия һәм Иршат Сәғитовтар Ырымбур ҡалаһында хеҙмәт итеүсе улы Илнурҙың хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Хәрби часть командиры, гвардия капитаны Е. Деревянчук ебәргән хатта түбәндәге юлдар бар: "Хөрмәтле Иршат Шамил улы һәм Надия Хамадғәле ҡыҙы 12128-се хәрби частың 2-се мотоуҡсылар ботольоны командованиеһы Һеҙгә улығыҙ Илнурҙың намыҫлы ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерә.

Хеҙмәт итеү осоронда Һеҙҙең улығыҙ үҙен хәрби эшкә әҙерлекле, грамоталы һалдат итеп танытты, хәрби бурысты үтәүҙә хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора. Ул хәрби техника һәм ҡорал менән оҫта эш итә. Уның өлгөлө һәм яҡшы хеҙмәте бер нисә тапҡыр хәрби часть командованиеһы менән дә билдәләнде. Нәҡ Һеҙҙең улығыҙ кеүек һалдаттар булғанда Рәсәй мәнфәғәтен яҡлаға, илебеҙ именлеге һағында ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙербеҙ. Артабан да тыуған иленә файҙа килтерер, Һеҙгә, ата-әсәһенә, хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтер тигән ышаныста ҡалабыҙ.”

Илнур Сәғитов Иҫке Собханғол мәктәбен уңышлы тамамлағас, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы 3 йыл тракторист-машинист, автомеханик һөнәрҙәренә уҡып сыға. Яҡшы тәрбиә алып, ауылдаштары, иптәштәре араһында абруй яулаған егет армия сафында ла һынатмай, ата-әсәһенең 3-сө, төпсөк улдары булараҡ, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй.

Илнурҙың хеҙмәтен тултырып ҡайтырына лә һынаулы ғына көндәр ҡалған. Өлгөлө һалдаттың Ватан алдындағы изге бурысын бынан ары ла тырышып, намыҫлы үтәренә шигебеҙ юҡ. Киләсәктә лә яҡындарыңды гел ҡыуандырып, лайыҡлы йәшә, Илнур.

А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: