Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Декабрь 2017, 18:43

Ышанысты аҡлай

Күптән түгел Нәби ауылында йәшәүсе Хәмдиә Һатыбаловаларҙың ғаиләһенә улы Салауат хеҙмәт иткән Тольятти ҡалаһы тарафтарынан ҡыуаныслы хәбәр килде.

Күптән түгел Нәби ауылында йәшәүсе Хәмдиә Һатыбаловаларҙың ғаиләһенә улы Салауат хеҙмәт иткән Тольятти ҡалаһы тарафтарынан ҡыуаныслы хәбәр килде. Махсус тәғәйәнләнешле йүнәлеш буйынса килешеү төҙөп хеҙмәт итеүсе улдары Сүриә республикаһында хәрби операцияларҙа уңышлы ҡатнаша һәм миҙал менән бүләкләнә. Сентябрь айында ғына Салауат II дәрәжә “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалына эйә булғайны. Үткән йылда ул “Пальмираны азат иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Нәби мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағас, күңеле менән спортҡа тартылған Салауат Белорет педагогия колледжының физкультура бүлегендә белем ала. Тыуған мәктәбендә ике ай ғына эшләп өлгөргән егеткә армия сафына алынырға сират етә. Хеҙмәт ваҡыты тулғас, хәрби тормошто үҙ итеп өлгөргән һалдат 3 йылға контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә ҡала. Ошо уҡ йылда Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән Еңеү парадында ҡатнашып, тәүге миҙалын ала. Дағстанда хәрби операцияларҙа ҡатнашҡаны өсөн дә бүләкләнә.
Ҡайҙа йөрөһә лә һынатмай Салауат. 10 йәшенән генә атайҙан ҡалып, ҡәҙерле әсәһенә, ике апайына терәк-таяныс булып ауыл тормошонда сынығып үҫкән бит ул.
Контракт буйынса хеҙмәт итеү ваҡыты тулғас, Өфөлә һаҡ хеҙмәтендә эшләп ала, әммә күңеле һаман хәрби тормошҡа тартыла. Ярты йыл эшләгәндән һуң, яңынан үҙ теләге менән үҙенең хәрби часенә хеҙмәт итергә китә. Ошонан алып Салауат Факил улы тырышлығы, белеме, физик әҙерлеге, тәжрибәһе өсөн тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ булып, яҡындарын ҡыуандыра. Хәрби операцияларҙан хафаланып көтөп алыусы ғаиләһе лә һәр саҡ үҙе менән. Иглин районы һылыуы Әлфирә менән баһадирҙай ул үҫтерәләр. Салауатҡа киләсәктә лә ныҡышмалылыҡ, яңынан-яңы уңыштар, ғаилә бәхете, күңел бөтөнлөгө, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Ышанысыбыҙҙы аҡлаған өсөн рәхмәтлебеҙ Салауатыбыҙға. Яңғыҙы ошондай тәүфиҡлы, намыҫлы ул үҫтергәне өсөн Хәмдиә апайға афарин!
Асия ХИСАМЕТДИНОВА.

Читайте нас: