Уй төйөнө
15 Августа , 13:35

Серле тауыштар

Тимер ауылынан йыраҡ түгел, Үҙән йылғаһы буйында бер сабынлыҡ бар. Бесәнселәр элек-электән ҡояш байымаҫ борон был ерҙән тиҙерәк ауылға “шылыу” яғын ҡараған булған. Бының сәбәбе нимәлә һуң?

Серле тауыштарСерле тауыштар
Серле тауыштар

“80-се йылдар башы, йәйге ҡыҙыу бесән мәле. Кискә табан беҙҙең янда бесән сапҡан кешеләр, аттарын егеп, ҡайтыуға ыңғайланылар. Беҙ ҡатын менән ҡыуыш ҡороп, ҡуна ҡалырға булдыҡ. Эңер төшкәс, усаҡ янында сәй эсергә ултырҙыҡ. Шул саҡ ялан осонан ниндәйҙер сәйер тауыштар ишетелгәндәй булды. “Уй, Алла, бүреләр ҡамай башланы бит, тиҙерәк ҡайта һалайыҡ”, - тине ҡото осҡан Зөһрә. Ят тауыштар яҡынлашҡан һайын көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Уны бер нисек тә аңлатып булмай – ниндәйҙер сәйер музыкаға ла оҡшаған. Ғәҙәти булмаған тауыш бөтә тән аша үтеп, ваҡытлыса беҙҙең аяҡ-ҡулды бәйләне. Ҡатын менән бер-беребеҙгә ҡарап, ҡыбырлай алмай тауыш тәьҫире аҫтында ҡатып ҡалдыҡ. Эргәлә мылтыҡ ята – уға ла үрелеп булмай. Шул рәүештә, тауыш үтеп киткәнсе, бер тәүлек ултырғандай булдыҡ. Аҙаҡ, сәғәткә ҡарағас, ни бары 10 минут самаһы ваҡыт үткәнен белдек”.

-Һеҙ ниндәй тауыш икәнен анығыраҡ әйтә алмайһығыҙмы? – тип, был ваҡиғаны һөйләгән Альберт ағайҙан төпсөнөп һорағас: “Уны бер ниндәй тауыш менән сағыштырып булмай. Ул бөтә тән аша үтә, бер нисек тә аңлатып булмай. Үҙең ишетмәй аңламаҫһың. Ҡасандыр был тауыштар Тимер ауылынан бер кешене осороп алып киткән тип тә һөйләйҙәр. Белгән олораҡ кешеләрҙән һорашырға кәрәк, - тине.

Беҙ абсолют, үҙгәрмәҫ тип иҫәпләгән ваҡыт ағышын туҡтата алған ниндәй тауыштар булыуы мөмкин? Тибет пирамидалары комплексы, изге Ҡайлас тауы янындағы гигант ҡая-көҙгө конструкциялары ла ваҡыт ағышын үҙгәртеү һәләтенә эйә. Быныһы инде икенсе тема.

Боронғо Ҡытай тарихсыһы Мат Ван Лин Гоби сүллеге тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Был ҡырағай урындарҙан үткәндә һеҙ тауыштар ишетерһегеҙ. Ул ҡайһы саҡ көйгә, йә олоуға оҡшай. Тауыш тәьҫирендә юлсылар аҙаша, юҡҡа сыға. Был рух тауыштары”.

Дауамы бар

З.Дәүләтбирҙин,

Иҫке Монасип ауылы.

“Таң” гәзите, 2003 йыл.

Автор:
Читайте нас