«Һалҡын таң елдәре иҫкән саҡта
Йыраҡтарға китә уйҙарым.
Сын күңелдән һиңә бүләк итәм,
Яҡын күрһәң, алып ҡарарһың.
Сания, бергә уҡыған көндәрҙе ошо насар ғына фотоға ҡарап иҫеңә алырһың.
11А класс»
Бергә уҡыған йылдарҙы, матур йәшлекте йыш иҫкә алдымы икән Сания?
Осрашып, бер рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға хыялландымы икән? Ә мин һаман онота алмайым.
- Исемең кем була?
- Хөснә, Ғәлиәкбәрҙән. Ә һин?
- Мин - Сания, Исламбайҙан.
Интернатҡа урынлашҡанда бүлмәләге ҡыҙҙарҙың һәр береһе менән танышып сыҡтым.
Ә берәүһе, Ғәлиуллина Сания, тиҙҙән яҡын әхирәтем булып китте.
Ауылда Сания тигән класташым, дуҫым бар ине, шуға ла мин уны “минең икенсе номерлы Саниям” тип атаным.
Интернатта бер бүлмәлә йәшәнек, парта артында ла Сания менән ултырҙыҡ. Бүлмәлә һыуыҡ булғанда, бер карауатта йокланык. Татыу булдыҡ.
Туғыҙынсы класҡа Бөрйәнгә уҡырға барғас, яңы класташтарымдан 4-5 йәшкә өлкән булһам да, бер кем дә үсекләмәне, үҙ иттеләр. Математиканы яҡшы белә торғайным, бүтәндәргә күсерттем. Ә урыҫ теле ауыр булды. Ул предметтан Сания ярҙам итте миңә.
11-се класты тамамлағас, класташтар менән Шүлгәнгә барырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Тик һәр береһе, ниндәйҙер сәбәп табып, бармай ҡалды. Беҙ Сания менән һөйләштек тә, Бөрйәндән икәүләп сыҡтыҡ та киттек. Еләк ашай-ашай, һөйләшеп, көлөшә-көлөшә барабыҙ. Машиналар үтһә, йәшенеп ҡалабыҙ.
Йәйге оҙон көн ине. Кискәрәк Шүлгәндәге Фәрит ағайымдарға барып еттек. Ишек асыҡ. Камила инәйем өйҙә юҡ. Бер аҙҙан Фәрит ағайым эре генә алты балыҡ алып ҡайтты. «Йыуып, бешереп ашағыҙ», - тине лә ҡайҙалыр сығып китте. Балыҡты һыуҙа бешерҙек, һуңынан табаға һалып ҡыҙҙырҙыҡ. Күпме генә ашағанбыҙҙыр инде, урындыҡта икебеҙ ике яҡта йоҡлап киткәнбеҙ. Инәйем килеп ингәс, аптырап киткән: табала балыҡ асыҡ ултыра, урындыҡта ҡыҙҙар йоҡлап ята.
Иртәгәһенә мәмерйәне барып курҙек. Бөрйәндәге класташтарға һөйләгәйнек, улар: «Балыҡты һөйләп, күҙҙе ҡыҙҙыраһығыҙ!» тиҙәр.
Сания Өфөгә уҡырға инде.Ул Киров урамындағы ятаҡта йәшәй ине. Мин дә документтарымды теүәлләп, һуңғараҡ барып еттем. Бөрйәндән Өфөгә самолет менән барып төштөм. Ул ваҡытта телефон юҡ. Хаттағы адресы ғына бар Санияның. Өфө урамы буйлап китеп барам. Ике ҡулымда ла әйберҙәр: китаптар, күстәнәстәр, кейем-һалым. Ҡаршыма ике егет килә ине. Мин уларҙы танығандай булдым да: «Һаумыһығыҙ!»- тип өндәштем. Бара биргәс, әйләнеп ҡараным. Тегеләр ҙә боролоп ҡараны. Санияның ауылдаштары булған икән. «Ҡайҙа бараһығыҙ?- тип һорайҙар. Мин: «Ғәлиуллина Санияға», - тигәс, көлә- көлә бергә киттек.
Иртәгәһенә имтиханға барҙым. Башҡорт әҙәбиәтенән Йәлил Кейекбаевтың ижады тураһында һорау эләкте. Уны яҡшы белә инем, еңел булды. Тарихтан да уңышлы бирҙем. Рус теленән диктант яҙҙыҡ.
Инде «уҡырға керәм» тип ҡыуанып йөрөйөм. Дөйөм ятаҡта күңелле йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Студенттар араһында танылған шағир Рауил Ниғмәтуллин да бар. Йәркәй, Марат, Кәримә, Әхәт Ханнанович…
Күп кешеләр менән танышып, дуҫлашып өлгөрҙөм.
Һуңғы экзамен немец теленән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ, минән башҡа биш-алты кеше, ауыл мәктәбендә сит ил телен уҡымағайныҡ.
Шулай ҙа университетҡа барҙым. Имтихан биргән бүлмә эргәһендә башҡа абитуриенттарҙың шатланып йәки кәйефтәре ҡырылып килеп сығыуҙарын күҙәтеп тора бирҙем дә, ни эшләргә белмәй, ятаҡҡа киттем. Имтихан бирергә кейеп барған зәңгәр генә күлдәгемде сисеп, халат кейеп алдым.
Сания йүгереп ҡайтты ла:
- Нишләп ҡайтып киттең? Әйҙә, киттек. Университетта немец телен ауылда уҡымағандар рус теленән (телдән) экзамен бирә. Өс-дүрт кеше генә ҡалды,- тине.
Ашығып барып еттек. Тик уҡытыусылар тарала башлағайны инде. Өлгөрмәнек.
Санияларҙа тағы бер-ике көн булдым да, теге көндө ныҡышып, имтихан аҙағына тиклем ҡалмауыма үкенеп ҡайтып киттем.
Оҙаҡ ҡына хат алышып торҙоҡ Сания менән.
Тик тора-бара бәйләнеш өҙөлдө.
Уҡып бөткәс, ул Ауырғазы районына уҡытырға барған икән. Алдынғы уҡытыусы булған. Тормошҡа сыҡҡан. Ҡыҙ бала тапҡан. Бәпәйҙән һуң оҙаҡ ҡына ауырып, дауаханан сыҡҡас, бала табыу йортонан үҙенекен түгел, ә икенсе ҡатындың балаһын биреп ҡайтарғандарын аңлаған әхирәтем.
«Баламды бирегеҙ!» тип күп йөрөгән ул, ләкин теләгенә ирешә алмаған. Ике ҡыҙ бала ике ят ғаиләлә үҫкән. Теге ғаиләлә лә белгәндәр, тик кеше яҙмышын еңел генә хәл итеп, хаталарҙы эҙһеҙ төҙәтеп булмай шул...
Иренә лә оҡшамаған был хәл. Ләкин Санияға мораль яҡтан ярҙам итмәй, терәк булмай, киреһенсә, ошо ситуацияны ҡуйыртып, ҡатынын ыҙалатҡан.
Был турала миңә һеңлеһе Рәсимә һөйләне.
Апаһында һаҡланған фотомды кире бирҙе лә, Санияның әлеге ауыр ваҡиғалар арҡаһында ауырыуға һабышып, үлеп китеүен хәбәр итте…
И, Аллам…
Йөрәгемдә яҡты эҙ ҡалдырып киттең, Сания.
Тыныс йоҡла, дуҫҡайым.
(Хөснә апайҙың ҡыҙы Рәйлә Нурмөхәмәтованың сәхифәһенән).