Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
15 Апрель 2023, 17:00

Разия апай йәки Яҙмыш һынауына бирешмәгән. Рәйлә Нурмөхәмәтова

...Төндә уянып китһәм, кәрәсин шәменән әбәк-һәбәк кенә яҡтылыҡ төшә. Ә таҡтанан эшләнгән ҡазан ябыуы өҫтөндә йылан йөрөй. Ҡурҡышымдан нимә эшләргә лә белмәйем. Юрған ябынһам, миңә килеп етер, ташланыр һымаҡ. Асһам, миңә ҡарап тик ята кеүек...

Разия апай йәки Яҙмыш һынауына бирешмәгән.  Рәйлә Нурмөхәмәтова
Разия апай йәки Яҙмыш һынауына бирешмәгән. Рәйлә Нурмөхәмәтова

Әсәйемдең (Ғәлиәкбәрҙә йәшәүсе Хөснә Исламбаеваның – ред.) хәтирәләрендә туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре айырым урын биләй. Ул үҙенең өс туған апайы Разия инәйҙе лә йыш ҡына йылы итеп иҫкә ала.
“Апайымды көсләп кейәүгә бирҙеләр…
Кәримә апайым менән илап тороп ҡалдыҡ. Ауылыбыҙ кешеһенә түгел, ә Мәҡсүттән Нәҙершин Миңлеғол тигән кешегә тормошҡа сығып китте.
Минең өс туған апайым ул Разия апай. Шулай ҙа яҡын, бер туған һымаҡ.
Олатайымдың ике ҡатыны булған. Береһе - Фәғилә, минең өләсәйем, икенсеһе - Рәхилә. Фәғилә өләсәйем Кәбәстеке, ә икенсе өләсәйем- Ҡолғонаныҡы. Разия апайым - Рәхиләнең ҡыҙы.
Ни өсөндөр, ул өләсәй балаһын алып ҡайтып киткән. Олатайымдың малды күп аҫрағанға, эш күп булыуы сәбәп булдымы икән, әллә көндәштәр араһында аңлашылмаусанлыҡ булдымы икән - мин әйтә алмайым.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, "бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта", тип олатайым ҡыҙын Ҡолғонанан барып алған. Рәхилә өләсәй үҙе килмәгән, ҡыҙын алып ҡайтыуға ҡаршы булмаған. «Күтәреп алып сыҡтым да, һыбай атҡа ултыртып алып ҡайттым», - тип һөйләгән олатайым.
Разия апайым Сәмиғә инәйемдең ҡыҙы (олатайымдың ейәнсәре була) Кәримә апайым менән тиңдәш булып, бергә уйнап үҫкән. Уҡырға бергә барғандар, мине лә бергәләп ҡарашҡандар. Мине сәңгелдәккә һалып, муйыл йыйырға йөрөткәндәр, атайыма хат яҙғанда, ҡулымды төшөрөп ебәргәндәр.
Мәктәптә тәнәфестә уйнап йөрөгән саҡта апайымдың ҡулы ҡазалана. Малайҙар ауыр ишекте тибеп асҡан ваҡытта икенсе яҡта торған Разия апайымдың ҡулына ишек һуға. Һулаҡай ҡулы терһәктән һына һәм яңылыш уңала.
7-се класты бөткәс, олатайым һәләтле ҡыҙын Темәскә уҡырға индерә. Яҡшы ғына уҡып йөрөй Разия апайым. Тик 1 май байрамына ҡайтҡанынан һуң кире бара алмай - Нөгөш йылғаһы шул тиклем ныҡ таша, ат йөҙҙөрөп тә сыға алмайҙар. Ул ваҡытта аттан башҡа транспорт та булмаған шул.
Разия апайым ауылдың медпункт һымағыраҡ бинаһында эшләй башлай. Ауылға медиктар килә лә китә, ә ул шул йортто йылытып, ауырыуҙар булһа, район үҙәгенә шылтыратып, бәйләнеш булдырып, шунда эшләп ултыра.
Ә бөгөн уны кейәүгә биреп, ситкә оҙаттылар…
Апайыбыҙ бәпәй табыр алдынан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып килгәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Шәрифулла ағайымдың Миңнеүәрәһе менән бер ваҡыттараҡ Салауат тигән улы тыуҙы. Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәпәй оҙаҡ йәшәй алманы.
Салауат үлгәс, еҙнәй ҙә килмәне.
Кәшәленән Айытҡол тигән кешенең әсәһе Хәйерниса, һорашып-белешеп килеп, Разия апайымды тағы алып киттеләр.
Ҡоҙағый күстәнәскә тәмле итеп өшәкәләр бешереп килтерә. Айыт еҙнәй күп итеп балыҡ, бал алып килеп бирә. Улар бал ҡорто тота, күп итеп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай.
Разия апайым Кәшәлелә саҡта Рәмзиә, Рәмилә тигән ҡыҙҙары тыуҙы.
Каникулда мин уларға ҡунаҡҡа барҙым. Әхмәҙулла еҙнәйҙең ҡыҙы Нәзирә әхирәтем үҙҙәренең туғандарына барҙы. Көн дә тиерлек балыҡ менән һыйлайҙар, ашау мул. Тик …
Бер мәл Хәйерниса ҡоҙағый, Фәүзиә ҡоҙаса менән йоҡларға яттыҡ. Апайымдар ҡунаҡҡа киткәйне.
Төндә уянып китһәм, кәрәсин шәменән әбәк-һәбәк кенә яҡтылыҡ төшә. Ә таҡтанан эшләнгән ҡазан ябыуы өҫтөндә йылан йөрөй.
Ҡурҡышымдан нимә эшләргә лә белмәйем. Юрған ябынһам, миңә килеп етер, ташланыр һымаҡ. Асһам, миңә ҡарап тик ята кеүек.
Ҡоҙағыйға әйтһәм: «Ул йөрөй-йөрөй ҙә китә ул!»- ти. Ҡоҙағый менән ҡоҙаса эргәһенә барып ятып ҡарайым, уятып маташам. Тик уларҙың йыланға иҫе лә китмәй, ҡыуып ебәреү тураһында ла уйлаған кеше юҡ.
Апайым ҡайткас, илай-илай барыһын да һөйләп бирҙем.
Нәзирәгә: «Ҡайтайыҡ!» тип инәлә башланым.
Ул: «Атайым килеп ала беҙҙе», - ти. Ике аҙна тирәһе ял иттек апайымдарҙа.
Әхмәҙулла еҙнәй килгәс, туғаныбыҙ Фәйзулла олатай «быныһы әсәйеңә» тип күп итеп йомшаҡ ҡына һарыҡ йөнө бирҙе. Әхмәҙулла еҙнәй арбаға мамыҡлы кәзә тейәп алды. Тау булғанда, атҡа еңелерәк булһын, тип, төшөп, йәйәү атлайбыҙ. Ә унда... аҙым һайын йылан. Саҡ ҡайтып еттек.
Ҡайтҡас, мин ауырып киттем.
Аппетитым юғалды. Кешеләр: «Күҙеңдең ағына һары төшкән», - тинеләр. Ауылға Уйылдан мулла килгән саҡта әсәйем мине алып барып күрһәтте. Мулла шәкәр ашарға ҡушты. Уның кәңәше буйынса көндәр буйына Сәғит ағайым тотоп биргән сылтыйҙарға ҡарап ултырҙым. Аҡ табаҡта йөҙөп йөрөйҙәр-йөрөйҙәр ҙә үләләр. Минең ауырыуым шулай тәьҫир иттеме икән? 1-2 көн шулай ултырҙым. Йонсоном, сәсем ҡойолдо. Уйылдан бабай тағы тәрбиәләп, өшкөрөп, саҡ шәбәйтте.

Айыт еҙнәй менән аралары боҙолоп киткәс, апайымды Сабитов Хәмит ағайым барып алды.
Еҙнәм килеп, күп итеп күстәнәстәр килтереп, алып ҡайтам тип йөрөнө, тик апайым барманы. Ғәлиәкбәргә ҡайтҡас, Рәил тигән улы тыуҙы.
Мин ауылға ҡайтып, мәктәпкә эшкә урынлашҡан ваҡытта, үҙебеҙҙең өй булмағас, апайымдарға барҙым.
Ул китапханаға, уҡытыусылар бүлмәһенә ут яғып, иҙәнен йыуып, йыйыштырыусы булып мәктәптә эшләне. Ҡулы ауыртҡас, утынды кешенән ярҙырып булһа ла, эшен еренә еткереп үтәне. Ауырыу булһа ла, өлгөр, тырыш, бөхтә булыуы менән ихтирам яуланы.
Матур итеп кейенергә яратты. Берәй кешелә матур күлдәк күрһә, тауар алып килә лә: «Миңә шундай күлдәк тегеп әле бир әле!» - тиер ине.
Егәрле апайым күп итеп ҡаҙ аҫраны. Һыйыры барҙың һыйы бар, тип һыйырҙан өҙөлмәне. Һыйырын аҫрарға ҡалдырып, башмағын биреп, бесән эшләтеп ала торғайны.
Йомарт булды. Кем килһә лә, икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ күрһәтеп, ҡаймағын-ҡоротон йәлләмәй, ултыртып, ашарға нәмә бешереп, сәй эсерҙе.
Мәктәп өйөндә ҙур ғаилә булып, бергә йәшәнек, татыу булдыҡ”.

Рәйлә Нурмөхәмәтова.

 

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: