Тормошта үҙ юлдарын тапмай һынып ҡалған йәш кешеләргә ҡарайым да, ныҡ ярҙам итке килә... Тик һүҙ ярҙамын ғына аңламай шул күптәр...
Миңә лә, һин нисек ундай кеше була алдың ул, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Ваҡытында Башҡортлоғомдо аңлап өлгөргәнем, рухлы булғаным өсөндөр тип уйлайым үҙем. Бәләкәйҙән арҡа һөйәгем ныҡ булғандыр, бер "стержень" булғандыр тип уйлайым.
Мин ниңәлер, бәләкәй генә саҡтан уҡ, ҡайҙалыр алыҫта, әле мин йәшәгән мөхиттә түгел, бик йыраҡта уҡымышлы, тәрбиәле, аҡыллы башҡорттар йәшәй, унда яҡтылыҡ, матурлыҡ, тип уйлай ала инем. Йәйләүҙә йәшәгәндә лә, һикәлтәгә сығып, өҫкә ауып килгән урман аръяғында офоҡтар бар, шул офоҡтар артында нимәләр бар икән, тип, елкенеп, ашҡынып уйлап ултыра торғайным. Гел генә офоҡтарға ҡараным да талпындым, шул офоҡтар артында матур, яҡшы, яҡты күңелле, бөйөк кешеләр барҙыр, унда тормош яҡшыраҡтыр тиҙерәк ҙурайырға ине, шунда барып күрергә ине, тип... Шуға ла, һәр ваҡыт үҫергә ҡабаландым...һәм һәр ваҡыт күңелем ситкә ашҡынды.
Ә бер ваҡыт, миңә ун биш йәш, апайыма ун һигеҙ йәш ине, әсәйем бер ағайым менән һеңлемде алды ла, Башҡортостандың икенсе осона өлкән апайымдарға ҡунаҡҡа китте...һәм бер айҙан, беҙ бында йәшәргә ҡалдыҡ, тигән хаты ғына килде. Эргәлә ҡалған өлкән апайҙарыбыҙ бар ҙа, тик улар икенсе ауылдарҙа үҙ ғаиләләре, үҙ балалары менән йәшәйҙәр. Бер ауылда йәшәгәненә лә барып йөрөргә, тамаҡҡа ашап ҡайтырға була, тик үҙҙәре йәш ғаилә, беҙҙең ҡайғы юҡ, тигәндәй. Беҙ шулай, ике үҫмер ҡыҙ, кәрәкмәгән бер ташландыҡ булып ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ. Башҡаларға һиҙҙермәһәк тә, икебеҙ генә белдек кәрәкмәгәнлек, артыҡлыҡ тойғоһо ниндәй ауыр икәнен. Хәйер, ул тойғо миндә тыумыштан булды. Һигеҙенсе бала булып тыуғанға ла...башҡаһы өсөн дә... Апайым менән икебеҙ йәшәнек, бирешмәгән булдыҡ. Тиҙҙән мал-тыуарҙы һатып, әллә ҡайҙа итеп бөттөләр. Һыйырҙан айырып, үгеҙ быҙауҙы ғына, бер кемгә лә бирмәйбеҙ, үҙебеҙ үҫтереп, аҙаҡ танаға алмаштырып, кире һыйырлы булырбыҙ, тип илашып алып ҡала алдыҡ. Сөнки ул быҙауҙы, һыйыр тыуҙыра алмағанда, үҙебеҙ һөйрәп алып, һыйырға шәкәрле йылы һыу эсереп, ашап ҡуймаһын өсөн, сыуынын һалдырып ташлап, үҙебеҙ тәрбиәләп алғайныҡ...
Шулай беребеҙгә ун алты, беребеҙгә ун туғыҙ йәш тулды. Апайым район үҙәгенә эшкә төштө, аҙаҡ икенсе апайымдарҙың ауылына эшкә китеп, шунда йәшәй башланы. Мин өйҙә яңғыҙ йәшәй башланым. Бик ашарға ла булманы, тәмле нәмә ашағы килә ине. Утын булмағас, газ духовкаһын ҡуйып, өйҙө йылыта инем. Иртә менән торам да, мәктәпкә тиклем, теге быҙауға бесән һалыр өсөн һарай башына менә инеем. Ундағы бесән ҡатып туңған була торғайны, йә балта менән тумырып, йолҡҡослап шунда бесән ҡутара торғайным, ояла-ояла. Сөнки эргәбеҙҙәге юлдан мине ҡарап класташтарым, башҡалар мәктәпкә үтә торғайны. Быҙауға бесән һалғас, йүгереп инеп һарай еҫен йыуып бөтөргә тырышып, йыуынып, кейем алмаштырып, мәктәпкә йүгерә инем. Бик уҡыу ҡайғыһы ла булманы инде. Әммә, переходной возраст ваҡыты бит инде, төнөн клубҡа ла сыға инем, шулай булһа ла аулаҡ өй тип, шағараҡ ҡорорлоҡ бер ниндәй ҙә насар уйҙар инмәгән башҡа...
Етмәһә, төнөн өйҙә нимәлер йөрөй торғайны, йоҡлап ҡына китһәм, йөрөй башлай, миңә яҡын килә. Шуны һиҙәм дә һикереп тороп ултырам. Илай-илай, берҙән-бер белгән генә доғамды уҡыған булам. Шулай таңға тиклем йоҡлай алмай сыға торғайным һәм көндөҙ уҡырға барырға кәрәк. Шундағы буранлы, шыҡһыҙ, һыуыҡ, оҙон ҡышҡы төндәрҙәге ыҙалауҙарым, рәнйеүҙәрем...
...Һынмай ҡалғанмын... Тиҙҙән үтер барыһы ла, мин яҡшыраҡ йәшәй башлармын, тиҙҙән ҙурайырмын, ситкә, теге бәләкәй саҡта хыялланған офоҡтар артына сығып китермен, тигән өмөт... Бер бәләкәй генә өмөт менән йәшәгәнмен... Шунда, киләсәктә был хәл үҙгәрер, мин теге уҡымышлы Башҡорттар эргәһенә сығып китермен, халҡыма кәрәкле кеше булырмын, бында ғаиләмә кәрәкмәһәм дә, мин милләтемә, сит кешеләргә кәрәк булырмын, тип алға ҡарап, үҙемде ышандыра алғанмын...
Шулай итеп, мин унды бөттөм. Ул ваҡыттағы ронола эшләүсе атай яғынан туған тейешле апай, бер туғандарым менән һөйләшеп, мине Өфөгә 2-се һанлы педколледжға уҡырға китергә күндерҙе. Туғыҙҙың аттестаты менән уҡырға инә алдым. Ҡыуанып киттем уҡырға Баш ҡалаға. Тик аңламағанмын, Өфөгә килеү, уҡырға инеү бер, ә йәшәргә лә кәрәк бит әле. Бында ҡолас йәйеп көтөп торор кеше юҡ, стипендия тигәненең стипендия тип әйтмәһәң хәтере ҡалыр күләмдә генә, туғандарҙан, әсәйҙән өҙөп-йолҡоп килгән аҡса менән, ул ваҡытта аталары үлгән балларға пенсия сыҡманы микән, белмәйем, һәр хәлдә мин Өфөлә аҡсаһыҙ интегеп, аслы-туҡлы йәшәй башланым. Башта ҡайһы берҙә Өфөлә аҙашып ваҡытында ятаҡханаға ҡайтып етә алмаһам тимер юл вокзалына барып төндө үткәрә инем. Шул вокзал йылы ғына хәтирәләр уята һәр саҡ миндә. Төнгө ҡала ҡурҡынысынан һәр саҡ ҡурсалап алып ҡалғанғамы... Шунда ҡайҙалыр китеп барған, йә ҡайтып килгән кешеләр, ғаиләләре менән, балалары менән бергәләр, ныҡ бәхетле күренәләр ине минең өсөн. Уларҙы ҡарайым да, яңғыҙлығымдан, ташландыҡ хәлемдән йөрәгем ярыла яҙа ине. Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем, минең ҡайҙа нимә эшләп йөрөүем менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмай...тамағыма ашаныммы, дәрескә барҙыммы, ятаҡханаға ҡайтып еттемме-юҡмы...телефон заманы булмаған хәлдә лә, күрешкән ваҡытта ла минең өсөн борсолғандарын, ҡайғырғандарын, хәстәрлек күргәндәрен иҫләмәйем...бындай бахыр хәлемде тимер юл вокзалы әҙ күрмәне...😐
Шул бер ваҡыт, көҙгө һыуыҡта, шыр ҡара ямғыр яуғанда дәрестән ҡайтып килгәнемдә, йоҡа кейемдәрем вис һыуланып өшөгәйнем. Шул хәлдәрем ныҡ үҙәгемә үтте. Ҡала уртаһында тороп, ямғырға ҡушылып ҡысҡырып-ҡысҡырып иланым. Эргәнән мыжғып, йылы кейенгән, ҡулсатыр тотҡан кешеләр, гөжләп матур иномаркалар үтеп торҙо, минең әрнеүем, яҙмышыма үпкәләүем шул тиклем ине, бер кемдән дә оялманым, ҡысҡырып илап урам уртаһында торҙом да-торҙом...
Тик мине, һәр саҡ, колледжда бер нәмә үҙенә тартып торҙо. Икенсе ҡатта коридорҙа бер картина эленгән ине. Бөхтә генә Башҡорт өйө, урындыҡҡа тирүгәләр түшәлгән, ҡаралды өйөлгәнме шул. Унда бер яҡты ғына йөҙлө, мөләйем генә әбей ултыра. Ә тәҙрә артында баҫыу, ер-һыу күренеп тора, баҫыуҙа бер трактор ер һөрөп йөрөй. Был кемдең картинаһы булғандыр, шул тиклем оҡшай ине миңә. Сөнки унда Башҡортлоҡ, ябайлыҡ, асылыбыҙ ярылып ята ине. Бигерәк тә ер һөрөп, иген сәсергә әҙерләнеп йөрөгән трактор ниндәйҙер муллыҡ, бәрәкәт, ҡот бөркә ине. Иҫем китеп, яратып, сәғәттәр буйы ҡарай инем шуға. Хатта, бер кем дә ҡамасауламағанда, яңғыҙ ғына ҡарап ултырыр өсөн, ҡайһы бер контроль эштәремде иң беренсе тигәндәй эшләп бөтөп сыға инем һәм тәҙрә төбөнә ултырып шул һүрәткә төбәлә инем. Ул картина ниндәйҙер рух бирә ине миңә. Теге, бәләкәй саҡта хыялланған офоҡтарҙың берәүһен артылғанымды аңлай инем. Тик яҡшы тормош түгел, тағы ла насарыраҡ хәлдә ҡала барыуымды аңлай инем... Шуға ла, шул картинаға ҡарап йыуанырға, беҙҙең халҡыбыҙҙың асылы ошолай икән, мин дә ошо халыҡтың бер өлөшө, был картинала минең дә бер тамсы асылым ята, тип уйлауҙан рәхәтлек ала инем...һәм шуның менән һынмай ҡала инем буғай...
Былай уҡыу оҡшай ине, музыкаль әҙерлек бүлегендә уҡыным. Төп класым фортепиано һәм баян ине. Ятаҡханала таңғы алтынан тороп баянда уйнай инем махсус класстарҙа. Фортепианола уйнарға яраттым, вокал буйынса Альберт Иманбаев уҡытты, әрләмәй ҙә, сабыр ғына итеп үҙ диапазонымдағы иң юғары нотаны алырға өйрәткәнен әле лә яҡшы иҫләйем. "Хоровая дисциплина"ла иң көслө сопранолар араһына ҡуйыуҙары ныҡ ғорурлыҡ ине минең өсөн. Тик был шатлығымды һөйләр яҡын кешеләр генә булманы ваҡытында... Нишләп үҙ-үҙемде һаҡламағанмын икән, әлеге лә-баяғы, яныуымдыр инде...эстән дөрләп яна инем гел. Колледж тормошонда ҡайнап йәшәнем шуға ла. Спорт ярыштарында ҡатнашып колледж буйынса отжимание эшләп икенсе урын алдым, волейбол буйынса колледждың йыйылма командаһына алғайнылар баштан уҡ.
Шулай бер ваҡыт әсәйемдәр йәшәгән икенсе районға ялға барҙым... Аслы-туҡлы йөрөгәс, эт эсәгенә һары май килешмәй, тип уйланым, кирегә Өфөгә электричкала килә ятҡанда эсем ауырта башланы. Саҡҡа ятаҡханаға ҡайтып еткәнмен дә иҫем китеп ҡолағанмын. 21-се дауаханаға тиҙ ярҙам менән алып барғас, һуҡыр эсәгем шартлағаны аңлашылған. Өс урындан ҡырҡып таҙаланылар. Нисәлер тәүлектән иҫемә килгәнсе, торорлоҡ саҡ ҡына хәлем булғансы, ике медсестра ике яғымдан тотоп, һөйрәп алып барып телефондан шылтыратырға ярҙам иткәнсе нисәлер көндәр үтте. Минең был хәлемде бер кем дә белмәне, коридорҙа ятҡаным өсөн үткән-сүткән табиптар һәм кешеләр миңә йәлләп, хәлемде аңлап, нимәлер ашатып, ярҙам итеп үтәләр ине. Дауаханала оҙаҡ яттым ул ваҡыт. Уҡыуҙан артта ҡалдым, музыканың теорияһы, сольфеджио иң ауыр дәрестәр ине минең өсөн. Кураторым, уҡытыусылар кире кил, ярҙам итәбеҙ, ҡыуып етерһең, тиһәләр ҙә, ауылға ҡайтып киттем. Ауыр ине сөнки миңә. Ҡалала сит кешеләр араһында, аслы-туҡлы, аҡсаһыҙ йәшәп китә алмаҫымды аңланым. Инде декабрь еткән, шулайтып ҡайтып, ун беренсе синыфтың яртыһына саҡ кире эләгеп, уҡып бөттөм ауыл мәктәбен...
Артабан, тағы ла һынауҙар күп бирелде... Тик мин һәр саҡ бала сағымда йәйләү күтәрмәһенә ултырып офоҡтарға ҡарап талпынғанымды иҫләйем.
Әйткәндәй, минең бар рәнйеүҙәрем, үпкәләүҙәрем был донъяға үҙемдең артыҡ булып, кәрәкмәгән булып яралыуымдан ғибарәт ине. Әммә мин әсәйемдең дә, туғандарымдың да ғәйептәре юҡ икәнен, былар барыһы ла яҙмыш ҡуйған һынауҙар икәнде аңларға өйрәндем... Бер кемгә лә үпкәләр юҡ! Әммә кешеләргә һынауҙар бирелгәндә һайлап алыу өсөн юлдар ғына була, офоҡтарға ҡарап талпынырға, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, матур тормошҡа ынтылырғамы, әллә һынып ҡалырғамы?!
Һәр кемдең үҙ ҡулында!
Таңсулпан Рәсүл.