Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
20 Декабрь 2022, 14:35

Дуҫтарығыҙ һауа кеүек булһын...

Аҡыл эйәһенән: “Дуҫлыҡтың нисә төрө була?” тип һорағандар. -4 төрө була, - тигән ул. Ниндәй төрҙәре, тиһегеҙме? Яуап – сайтта.

Дуҫтарығыҙ һауа кеүек булһын...
Дуҫтарығыҙ һауа кеүек булһын...

-Ризыҡ кеүек дуҫтар була – уларға көн һайын мохтажлыҡ кисерәһең.

Дарыу кеүек дуҫтар була – уларҙы үҙеңә ҡыйын булған саҡтарҙа эҙләйһең.

Сир кеүек дуҫтар була – улар һине үҙҙәре эҙләп таба.

Шул уҡ ваҡытта һауа кеүек дуҫтар була – улар күренмәй, ләкин улар һәр ваҡыт һинең менән, - тигән аҡыл эйәһе.

Килешәһегеҙҙер?..

(Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: