Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
19 Декабрь 2022, 16:00

ЯҘМЫШ ЙӨГӨ

Үҙенең тормошо менән һис ҡасан риза була белмәгән бер әҙәм Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән. “Тәңрем, һин миңә еңелерәк яҙмыш бирә алмайһыңмы? Көндәлек һынауҙарыңдан шул тиклем йонсойом...” - тигән ул.

ЯҘМЫШ ЙӨГӨ
ЯҘМЫШ ЙӨГӨ

...Һәм бына шул бәндә төш күреп ята, тей. Бер өйөр кешеләр арҡаларына ауыр бүрәнәләр һалып китеп баралар икән. Был үҙе лә шулар араһында, тей. Ныҡ арыған, уға үҙенең бүрәнәһе башҡаларҙыҡынан оҙонораҡ, ауырыраҡ булып тойолған. Ул туҡтаған да, бүрәнәһен ергә төшөрөп, бер килкеһен ҡырҡып ташлаған. Йөгө бер аҙ еңеләйгәс, башҡаларҙы тиҙ ҡыуып еткән. Тик был нимә? Халыҡ өйөрө алдында – тәрән упҡын ята икән. Ә уның аръяғында шундай матур, бай, яҡты мәңгелек бәхет иле башлана тей. Ожмах тигәндәре ошо үҙе, күрәһең!

Тик ул яҡҡа нисек сығырға? Упҡын аша бер ниндәй ҙә баҫма ла, күпер ҙә күренмәй. Баҡһаң, башҡалар еңел генә сыға икән: арҡаларындағы бүрәнәне упҡын аша ташлайҙар ҙа, шуның буйлап икенсе ярға йүгереп сыға ла китәләр. Теге әҙәм бер үҙе генә тороп ҡалған. Сөнки уның бүрәнәһе ҡыҫҡа булыу сәбәпле упҡын аша буйламаған. “Их, белгән булһам...” – тип үкһеп илаған саҡта уянып киткән. Һәм ул башҡаса бер ҡасан да яҙмышына зарланмаҫҡа ҡарар иткән.

Рәхимә Мусина.

(Асыҡ сығанаҡтан алынды).

Автор:
Читайте нас: