Тик өҫтәл тирәләй ултырған кешеләр бик ас һәм ауырыу күренгән. Барыһы ла аслыҡтан хәлһеҙләнгән рәүештәләр икән. Барыһының да ҡулдарында бик оҙон һаплы ҡалаҡтар, ти. Был ҡалаҡтар кешеләрҙең ҡулдарына беркетелгән...
Улар теге ризыҡлы һауыттағы ризыҡты ҡалаҡтары менән һоҫоп ала алалар, тик, ҡалаҡтың һабы үтә оҙон булыу сәбәпле, ауыҙҙарына яҡын алып бара алмайҙар икән...
Теге кешене уларҙың был бәхетһеҙ хәле шаҡ ҡатырған.
Аллаһ: “Һин тамуҡты күрҙең”, тигән.
Артабан улар икенсе ишеккә йүнәлгән. Аллаһ уны асҡан.
Кеше шаһит булған күренеш баяғыһына оҡшаған, ти. Бында ла бик ҙур өҫтәл ултыра, уртала шундай уҡ тәмле еҫе сығып торған, кешенең ауыҙ һыуҙарын ағырға мәжбүр иткән елле һауыт... Өҫтәл тирәләй ултырған кешеләрҙең ҡулдарына ла теге бүлмәләге һымаҡ уҡ оҙон һаплы ҡалаҡтар беркетелгән. Ләкин был кешеләр бик туҡ һәм бәхетле күренәләр, үҙ-ара матур әңгәмә ҡоралар икән.
Кеше Аллаһҡа һораулы күҙҙәрен төбәгән...
“Барыһы ла ябай ғына, - тип йылмайған Аллаһ. – Бары икенсе бүлмәләгеләр бер-береһан ашатырға өйрәнде”...
Берҙәмлектә – тереклек. Ни тиклем күңеле киңерәк, шул тиклем кеше бәхетлерәк, тигәнгә ишара был...