“Көн һайын был бөкөрө минең көлсәләремде ала һәм аңлашылмаған нимәләрҙер мыңғырҙай. Быны туҡтатырға кәрәк! Мин был бөкөрөнән ҡотолам” тип ярһый ул. Киләһе көндө ҡатын икенсе көлсәһенә ағыу ҡуша.
Ағыулы көлсәһен тәҙрә төбөнә һалырға булғас, уның ҡулдары ҡалтырап китә һәм: “Нимә эшләйем мин?!” тип уйлап, ағыулы көлсәне утҡа ташлай.
Тиҙ генә икенсе көлсә бешереп, тәҙрә төбөнә һала. Бөкөрө, ғәҙәттәгесә, килеп көлсәне алған һәм элеккесә мыңғырҙаған: “Һеҙҙең боҙоҡлоғоғоҙ үҙегеҙ менән ҡалыр, ә изгелегегеҙ үҙегеҙгә ҡайтыр!”
Ҡатындың йөрәгендә дөрләгән хистәр тураһында аңғармай, юлын дауам иткән.
Кис еткән. Һәм ҡапыл... ишек ҡаҡҡандар. Ишекте асҡас, ҡатын тупһала үҙенең улын күргән. Ә балаһы ҡот осҡос ҡиәфәттә икән: ас, ябыҡ, хәлһеҙ, өҫтөндө ылбырап бөткән бысыраҡ һәләмә кейем ишараты.
“Әсәй, минең ҡайтып етеүем мөғжизә. Мин өйгә бик оҙаҡ көндәр ҡайттым һәм бөтөнләй хәлдән тайҙым. Мин инде өйҙән бер миль тирәһе генә алыҫлыҡта ҡалғас, аслыҡтан йығылдым. Әгәр бер ҡарт бөкөрө килеп сыҡмаһа, моғайын, мин үлгән булыр инем. Ул янымдан үтеп бара ине һәм миңә ҡарата бик ҙур изгелек ҡылды – тотош көлсәһен бирҙе! Ул был көлсә уның тотош көнгә берҙән-бер ризығы булыуын, ләкин минең был көлсәгә мохтажлығым ҙурыраҡ икәнен күргәс, уны миңә бирергә ҡарар иткәнлеген әйтте”, - тип һөйләй улы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсә кешенең йөҙө ағарып китә һәм ул ҡоламаҫ өсөн ишек яҡтауына терәлә. Иртәнсәк ағыулаған көлсәһен иҫенә төшөрә. Әгәр ул уны утта яндырмаһа, берҙән-бер улы шул көлсәне ашап ағыуланып үлер ине... Шунда ғына ҡатын бөкөрөнөң: “Һеҙҙең боҙоҡлоғоғоҙ үҙегеҙ менән ҡала, ә изгелегегеҙ үҙегеҙгә кире ҡайта”, тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнә...
Мораль: әлеге ваҡытта изгелегегеҙҙе бер кем дә баһаламаһа ла, һәр ваҡыт изгелек эшләргә тырышығыҙ.
(Фото Гөлсөм Мөбәрәковнаның сәхифәһенән алынды).