Тынлыҡ. Имам, мейес эсендә ялҡын бейеүен тамаша ҡылып, бер нәмә лә өндәшмәй. Ҡыҫҡыс ала ла, иң баҙыҡ ҡуҙҙы һайлап, яңғыҙын ғына усаҡтан ситкә сығарып һалып ҡуя. Шунан, ултырғыс арҡаһына һөйәлеп, өндәшмәй ултырыуын дауам итә.
Өй хужаһы ла һүҙ әйтергә ҡыймай, берсә утты, берсә имамды шым ғына күҙәтә. Яңғыҙ ҡуҙ нур һибеп ята бирә лә һүрелә башлай. Тиҙҙән ул бөтөнләй ҡап-ҡара күмергә әйләнә.
Шулай һүҙһеҙ-ниһеҙ ултыра торғас, имам сәғәтенә ҡарай ҙа ҡайтырға ваҡыт еткәнен аңлай. Яйлап ҡына тора, һүнгән күмерҙе алып, усаҡтың уртаһына кире ырғыта. Уныһы, башҡа ҡуҙҙарҙан тоҡанып китеп, шунда уҡ йәнә баҙларға керешә.
Имам, ҡайтырға тип тороп, ишеккә барып етеп тә өлгөрмәй, хужа күҙ йәштәре менән уға былай тип өндәшә: “Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт, ялҡынлы вәғәзегеҙ өсөн бигерәк тә! Мин яңынан мәсеткә йөрөй башлаясаҡмын, иртәгәнең иртәнге намаҙынан башлап, ин шәә Аллаһ!”
(“Бәрәкәт” журналының социаль селтәрҙәге төркөмөнән).