“Байлыҡ – мин ныҡ өйрәнеп киткән тормош факты ғына. Әлеге ваҡытта, ауырып карауатта ятҡанда, мин үҙемдең тотош тормошомдо күҙ алдына килтерәм һәм шундай фекергә киләм: кешеләр аддында дан алыуым һәм булған байлығым – барыһы ла мәғәнәһеҙ һәм ҡотолғоһоҙ үлем алдында һәр төрлө юғары мәғәнәһен юғалтты...
Үҙегеҙҙе матур итеп яратығыҙ. Башҡаларҙы ихтирам итегеҙ. Олоғая барған һайын беҙ аҡыллыраҡ була барабыҙ. Һәм яйлап шуны аңлай башлайбыҙ: 30 доллар торған сәғәт тә, 300 доллар торған сәғәт тә бер үк ваҡытты күрһәтә. Беҙ үҙебеҙ менән 30 доллар торған аҡса янсығы йөрөтәбеҙме, 300 долларлығынмы – улар икеһе лә бер үк сумма аҡсаны һыйҙыра ала...
150 000 долларлыҡ автомобилдә йөрөйбөҙмө, 30 000 долларлығындамы – юл һәм алыҫлыҡ бер иш, һәм беҙ уларҙың икеһендә лә тәғәйенләнгән урынға барып етә алабыҙ...
300 квадрат метрлыҡ өйҙә йәшәйбеҙме, 3000 квадрат метрлығындамы – беҙ барыбыҙ ҙа бер иш яңғыҙ. Кешенең ысын эске бәхетенең сығанағы был донъяның матди әйберҙәренән хасил түгел.
Һин самолеттың беренсе (бизнес) класында осһаң да, эконом класында осһаң да, әгәр самолет ҡолай икән, һин барыһы менән бергә ҡолайһың.
Шулай итеп, аңлайһығыҙҙыр, әгәр һеҙҙең һөйләшергә, аралашырға дуҫтарығыҙ йәки башҡа кемегеҙҙер бар икән, был – ысын бәхет!
Биш бәхәсһеҙ фактор: балаларығыҙҙа бай булыуға ынтылыш түгел, бәхетле булырға ынтылыу теләге тәрбиәләгеҙ. Шул осраҡта улар үҫкәс әйберҙең баһаһын беләсәк, ә хаҡын түгел...
Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ, әгәр киреһенсә итһәгеҙ, дарыуҙы ризыҡ итергә тура киләсәк.
Һеҙҙе яратҡан кешеләр, һеҙҙән баш тартыу өсөн 100 сәбәп булһа ла, һеҙҙән баш тартмаясаҡ, икенсе яртығыҙ, ныҡлы булырға бер сәбәп булһа ла табып, һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Кеше булыу менән кешелекле булыу араһында бик ҙур айырма бар. Әгәр һеҙ тиҙ атлағығыҙ килһә, яңғыҙ атлағыҙ! Тик әгәр һеҙ алыҫ китергә теләһәгеҙ, башҡалар менән бергә атлағыҙ!”
(Тәржемә менән Т. Баһауетдинова әҙерләне).