Падишаһ бик ҡайғырған. Вәзире уға: “Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшыға”, - тигән.
Һәм бына яңылыҡ килгән – баҡтиһәң, падишаһтың аты үҙенең тоҡомо һымаҡ ҡырағай ат өйөрөн табып алып, уларға ҡушылған.
Һалдаттары хәҙер инде падишаһҡа был һирәк тоҡомло ҡырағай аттарҙың тотош өйөрөн ҡыуып алып килгән.
Һуңғараҡ падишаһ һунарға юлланған һәм унда бармағы яраланған - хатта өҙөлөп төшкән. Был осраҡта ла теге аҡыллы вәзире: “Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшыға”, - тигән.
Был юлы падишаһ бик ныҡ асыуланған һәм вәзирен төрмәгә оҙаттырған.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, падишаһ тағы һунарға юлланған. Уны һалдаттары менән бергә кеше ашаусылар ырыуы кешеләре тотоп алған һәм барыһын да ашай башлағандар. Ләкин сират падишаһҡа еткәс, хөрәфәткә ышаныусан кеше ашаусылар уны – ағзалары теүәл булмаған кешене ашауҙан баш тартҡандар һәм иреккә ебәргәндәр.
Падишаһ һарайына ҡайтҡас, теге аҡыллы вәзирен саҡыртып алған. Уның алдында ғәфү үтенгән.
Ләкин вәзир үҙенең төрмәгә ултыртылыуын да яҡшыға ғына юраған. Сөнки, әгәр вәзир ҙә теге һунарға юлланған булһа, ул да кеше ашаусылар ырыуы ҡорбаны булыр ине...
Тормошта беҙҙең өсөн теге йәки был күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һаҡланыу ишаралары байтаҡ, тик беҙ генә ул “телде” аңлап етмәйбеҙ, ахыры...
(”Тормош өйрәтә ул...” тигән төркөмдәге мәғлүмәттәр тәржемә менән файҙаланылды).