“Беләһегеҙме, ниңә мин бөгөн теремен? Германияла нацистар ҡанһыҙ рәүештә еврейҙарҙы үлтергән мәлдәрҙә мин үҫмер генә инем әле. Нацистар поезд менән беҙҙе Аушвицҡа алып киттеләр. Төндә отсекта ҡот осҡос һыуыҡ булды. Беҙҙе вагондарҙа әллә күпме ашатмай тоттолар. Ятырға карауаттар ҙа юҡ. Ҡыҫҡаһы, йылынырға мөмкинлек бөтөнләй булманы.
Туҡтауһыҙ ҡар яуа. Һыуыҡ ел беҙҙең сикәләрҙә туңдырҙы. Ул ҡот осҡос һыуыҡ, ауыр төндәрҙә вагонда беҙ йөҙәрләп кеше инек. Ризыҡһыҙ, һыуһыҙ, йылыныр урынһыҙ... Хатта тамырҙарҙа ҡан туңғандай... Минең эргәмә ҡалала ихтирамлы һаналған ҡарт еврей тура килгән. Уның бөтә тәне ҡалтырай һәм шуға бик ҡурҡыныс хәлдә ине. Йылытыр өсөн, уны ҡосаҡлап алдым. Әҙерәк кенә булһа ла йылынһын тип ныҡ итеп ҡосаҡланым. Уның ҡулдарын, аяҡтарын, битен, елкәһен туҡтауһыҙ ыуҙым. Үҙем уның тере ҡалыуын үтендем. Мин шулай йәшәүгә дәртләндерҙем ҡартты. Шул рәүешле был кешене төнө буйы йылытып сыҡтым. Үҙем дә арыған һәм туңған хәлдә инем. Бармаҡтарым туңып, иҫ белмәй башланы. Ләкин мин ҡартты йылытыр өсөн, уның тәнен ыуыуҙан туҡтаманым.
Шул рәүешлә күп сәғәттәр үтте. Ниһайәт, таң атты, ҡояш яҡтырта башланы. Башҡа кешеләрҙе ҡарар өсөн эргә-тирәмә күҙ һалдым. Ә күренеш ҡот осҡос, күҙемә ташланған бөтә нәмә – туңған мәйеттәр ине... Ҡолаҡҡа салынғаны – үлем тынлығы... Ҡаты һыуыҡ төн барыһын да үлтергән ине. Улар барыһы ла туңып үлгән. Бары тик ике кеше генә тере ҡалған – ҡарт һәм мин. Ҡарт бабай мин уға үлергә ирек бирмәгән өсөн генә, ә мин уны йылытырға тырышҡан өсөн имен ҡалғанбыҙ...
Был донъяла имен ҡалыуҙың серен аңланығыҙмы инде? Башҡаларҙың йөрәген йылытырға тырышһаң, үҙең дә йылынаһың. Һин башҡаларҙы дәртләндерәһең, уларға ярҙам итәһең, йәшәүгә ышаныстарын арттырырға ынтылаһың икән, һин үҙең дә тормошта ярҙам тояһың, ышаныс һәм өмөт, дәрт алаһың.
Бәхетле тормоштоң сере бына ошонда”, - тигән пекарня хужаһы.
Баҡтиһәң, күүүп аҡсалы булыуҙа түгел икән бәхет, ә кешеләргә ярҙам итеп, уларға кәрәк булып йәшәүҙә икән... Килешәһегеҙме?
Бер сумаҙан аҡса тотоп кешеһеҙ утрауҙа йәшәп ятыуҙан ни мәғәнә... Шулай бит!