Бындай моңло йырҙы бер ҡасан да ишеткәне булмаһа ла ҡушылып йырланы. Һүҙҙәрен дә белмәһә лә ҡушылып йырланы. Йырлағанына үҙе аптыраны - тауышы матур булған икән. Үҙе лә белмәй йөрөгән. Ә ҡушылып йырламай булдыра алмай, сөнки был ят йырға, уның берсә күктән, берсә әллә ниндәй томан араһынан ишетелгән зарлы көйөнә эйәреп моңланмау мөмкин түгел ине. Эй йырланылар, эй йырлаштылар. Онотолоп ҡуймаһын, иҫемдә ҡалһын, гел йырлап йөрөрмөн, тип, яңы йыр отоп алғанына ҡыуана - ҡыуана йырланы.
Шул йырҙы иртәнсәктән алып иҫенә төшөрә алмай Фәйрүзә. Ҡолаҡ төбөндә сыңлап тора, көйләйем, тиһә - көйгә эйәрә алмай. Сәскәгә ҡунған бынау матур биҙәкле күбәләк, тиерһең.. Ойоп ҡына торған кеүек, ә ынтылам, һонолам, тип уйлап та өлгөрмәйһең, осоп китә лә бара. Кәйелеп - кәйелеп оса - оса ла, ул сәскәгә, быныһына ҡунғандай булып ымһындыра һәм ҡапыл юғала.
- Кем менән йырлаштығыҙ һуң, кемгә ҡушылып йырланың?, - тип һораһалар ҙа әйтә алмаҫ ине. Ә шундай итеп йырлашты бит улар! Икәүһе. Таңға тиклем. Фәйрүзә уянып киткәнсә. Бәлки, таңға тиклем түгелдер ҙә. Иҫеп үткән ел кеүек кенә төштәр ҙә була тиҙәр бит. Иҫенә төшөрә алмаҫ микән ни? Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моңло йыр ине...
Фәйрүзә баҡсаһындағы аллы - гөллө сәскәләренең береһендә лә теге матур күбәләкте тапманы. Осоп киттеләр икеһе лә - төштәге йыр ҙа, йәнле гөл дә.
- Был әҫәрен мәшһүр композитор иң тәүҙә төшөндә ишеткән, шунан өнөндә үлемһеҙ соната ижад иткән, - тигән булалар. Имеш... Әкиәт... Әллә ниндәй соната түгел, бер яп-ябай йырҙы иҫкә төшөрөп булмай әле бында. Иртәнге томан кеүек ине был йыр - эсендә йөрөйһөң, ҡосаҡлап, күкрәгеңә ҡыҫып булмай.
Ә һүҙҙәре? Нимә тураһында йырланылар һуң? Йән өҙгөс ине һүҙҙәре.
- Ээй...Һүҙҙәре лә онотолған...
Үтә лә таныш, ябай ғына һүҙҙәр ине. Төрлөсә әйтеп ҡарай, таба алмай. Өйтерһең, өйөрө менән яр ситендә генә үҫкән ылымыҡ үлән араһына һыйынған селбәрә балыҡтар - хәҙер һоҫоп ҡына алам ҡуш ус тултырып, тип ынтылаһың, ә улар күҙ асып йомғансы юҡ булалар. Һыу ҙа сайпылмай, күрән төбө лә һелкенмәй хатта. Ә күпме торалар ине бәләкәй саҡта һағалап. Төбө ташлы һай урман йылғаһының һыуыҡ һыуында аяҡтарын сәңкетеп.
- Ярай, онотолһа, онотола ла ҡуя инде, хәл юҡ.
- ...Бер ҡайтырмын, үлмәһәм.
Өйгә инеп барған Фәйрүзә ап-асыҡ итеп ҡолаҡ төбөндә генә әйтелгән был һүҙҙәрҙе ишетеп, тигеҙ ерҙә һөрөнөп китте.
- Йә Хоҙа... Кем бар? Зөбәйер, һинме әллә? Ҡа-са-а-н ҡайт - тың? Һин бармы ни донъяларҙа?
Фәйрүзә, эргәһендә бер кемдең дә юҡ икәнлеген күрһә лә ышанғыһы килмәй:
- Зөбәйер?..
Әллә ҡасан уҡ, ҡырҡ йылдан ашыу, Себергә эшкә китеп, шунда юғалған Зөбәйер класташын ниңә саҡырҙы әле Фәйрүзә? Бәй! Бәй - бәй! Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе, ысын булһа ла, һөйләмә, тигәндәре ошолай буламы икән әллә?
- Бер ҡайтырмын, үлмәһәм...
Эйе, Зөбәйерҙең тауышы ине был. Йөҙ тауыш араһынан таныр ине Фәйрүзә. Зөбәйер шыбырланы ҡолағына.
Зөбәйергә ҡушылып йырлаған, тимәк, Фәйрүзә.
Ихата эсенә ҡараған тәҙрә алдындағы эскәмйәгә ултырҙы ла уйға китте Фәйрүзә. Эскәмйәләге ҡорама түшәк кеүек төрлө-төрлө, өҙөк-өҙөк ине уйҙары. Нимә генә иҫенә төшһә лә, бөтә хәтирәһе Зөбәйергә барып тоташа.
...Беренсе синыфҡа уҡырға барғанда, тәүге уҡтыусылары Зөһрә Рәхмәтовна:
- Йәгеҙ әле, балалар, кем ниндәй йыр белә, миңә йырлап күрһәтегеҙ әле, йәме. Мин тауыштарығыҙҙы ишетәйем, - тигәйне, Фәйрүзә:
- Апай, мин! Мин беләм! - тип ике ҡулын алмаш-тилмәш күтәрҙе.
- Бик яҡшы. Кил бында, алға сыҡ. Таҡта янына. Ниндәй йыр йырларға теләйһең?
- Һуғыш тураһында!
- Тыңлайбыҙ, балалар. Көлмәй генә тыңлайбыҙ, һуңынан сәпәкәй итербеҙ. Йә, Фәйрүзә!
- Бер ҡайтырмын, үлмәһәм!
Гирман эснәрәте тейеп,
Урталай өҙөлмәһәм! Иих!
Бөйөрөнә таянып бейеп әйләнде лә дауам итте Фәйрүзә:
- Һалдат көҙгөгә ҡарай,
Сәстәрен ҡырын тарай.
Һалдат меһкен бер төш күрһә,
Ҡайтыр юлына юрай. Иих!
Быныһында бейемәне. Сәпәкәй иткән булдылар былай.
- Кем өйрәтте һиңә был йырҙы, Фәйрүзә?
- Өләсәйем. Уға олатайым һуғыштан гел шиғыр яҙып ятҡан. Үҙе ҡайтмаған шунан.
- Рәхмәт әйт өләсәйеңә. Мин барып олатайыңдың яҙған шиғырҙарын яҙып алырмын әле, йәме? Исеме кем өләсәйеңдең?
- Бәхтей әбей.
- Бәхетъямал! - Зөбәйер ярҙамға килде.
Бәләкәй саҡтан белә ине бит был һүҙҙәрҙе Фәйрүзә. Ҡарасы, бөтөнләй хәтеренән сыҡҡан. булған. Өләсәһе таҡмаҡ итеп әйтеп, уны бейетә торғайны. Ә класташы Зөбәйер ниңәлер бер ҙә онотманы. Уңайы сыҡҡан һайын "Бер ҡайтырмын, үлмәһәм,"- ти торғайны. Уның был һүҙҙәренә өйрәнеп бөттөләр, ысынға алмайҙар ине. Ә Фәйрүзә, ете йәшлек ҡыҙыҡай, нимә тураһында йырлап - бейеп торғанын үҙе белдеме икән әле.
- Ниңә аҙағын йырламайһың, бөткәнсә йырлап ҡуй, - тиһәләр, Зөбәйер йылмая ғына ине.
Ә бөгөн аҙағына тиклем йырланылар. "Гирман эснәрәте" тураһында түгел, башҡа ине һүҙҙәре. Тик онотто Фәйрүзә.
- Көт, тимәйем, класташ, барыбер көтмәҫһең. Һылыуҙарҙы, аҡыллыларҙы беҙҙә сит ҡыйғырҙар тибә бит ул. Ну, мин ҡайтырмын, үлмәһәм, - тигәйне Зөбәйер армияға киткәнендә лә, Себергә киткәнендә лә.
Ә Фәйрүзә көтөр ине. Көттө. "Сыҡ," - тиһә, сығыр ине, "Әйҙә," - тиһә, ер сигенә лә китер ине.
Яратты, тип үк әйтерлек булмаһа ла. Зөбәйерҙе бергә уҡыған саҡтан яҡын күрҙе. Ул дәрескә килә алмаған көндәрҙең бер ҡыҙығы ла булмай ине. Шул иҫендә ныҡ ҡалды - Зөбәйерҙе юҡһына, һағына ине.
- Ниңә көтмәйем, ти? Көтәм! Ҡайт ҡына, - тиһәмсе.
- Нишләп һин улайтып минең өсөн әйтәһең? Минең үҙ башым юҡмы ни? - тиһәмсе.
Үҙеңдең һүҙеңде ваҡыты үтмәҫ элек әйтеп ҡал икән... Әйткән булһа, бәлки, былай булмаҫ та ине, ҡайҙан беләһең. Әйтерһең, араларында ниндәйҙер үтеп сыға алмаҫлыҡ кәртә торған. Зөбәйер белгәндер, күрәһең, ә Фәйрүзә быны аҙаҡ аңланы.
...Өләсәһенә эйәреп, уның әхирәт әбейҙәренә бара торғайны Фәйрүзә бәләкәй саҡта. Ҡайһы саҡтарҙа ғына:
- Эйәрмә. Йөрөмә. Унда һиңә нимә бар, - тип ҡалдырып китә ине уны Бәхтей әбей. Был юлы эйәртте.
- Ғилминур насарайған. Зөбәйерҙе ебәргән, килһен әле, тигән. Ҡасан да булһа бер һөйләшеп алырға кәрәк бит үлмәҫ борон. Барайым, хәлен беләйем. Әйҙә, бараһыңмы?
Бәхтей әбей Ғилминур янында оҙаҡ булды.
Фәйрүзә менән Зөбәйер урамда, сирәмдә ултырҙылар. Инде һигеҙенсегә күскән йәй ине. Танау аҫтары еҫ тоя башлаған үҫмерҙәр нимә тураһында һөйләшергә белмәне. Зөбәйер ҡараһа, Фәйрүзәнең сикәһенә ут ҡаба, Фәйрүзә Зөбәйергә ҡарап өлгөрмәй, ул башын ситкә бора. Шулай ҙа уның теле сиселде.
- Һин һаман өләсәйеңдән ҡалмайһың икән. Ә минең өләсәй ауырый ул, оҙаҡ итеп һөйләшә алмай. Тауышы ла саҡ - саҡ ҡына сыға. Һинең өләсәйең менән улар йәш саҡта иң яҡын әхирәт булғандар. Барып алып кил Бәхетте, мин уны ғәйепһеҙгә күп рәнйеттем, Ғилминур саҡырта, тип әйт, тигәс, барҙым. Бармаҫҡа ла магу инем, һорауыма яуап бирһәң, барам, тигәйнем, яуап биргәс, барып әйттем Бәхет инәйгә. Һөйләтеп алдым барыбер. Һиңә бер һөйләрмен әле, үлмәһәм.
- Алйот һин. Нигә гел шулай тиһең ул?
Яйлап ҡына атлап ҡайтты Бәхетьямал өләсәһе. Яҙып ябынған яулығының бер осо менән күҙҙәрен һөртө - һөртә атланы.
Шунда һөйләне өләсәһе. Фәйрүзәнең әсәһе Ишбикә менән Зөбәйерҙең атаһы Ҡасим бер - береһен бик яратҡандар, тик Ғилминур теше - тырнағы менән ҡаршы торған. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан Ғаззалиһын ғүмер буйы "Бәхтей" әхирәтенән ҡыҙғанып, ғүмер буйы нахаҡ ғәйеп тағып йәшәгән икән Ғилминур.
- Бәхтей ҡыҙын килен итәсәгем юҡ! - тигән.
Йәше үтеңкерәп булһа ла, кейәүгә сыҡҡан Ишбикә, тик йәшәп китә алмағандар. Ире икенсе ҡатынға сығып киткән. Ғилминур тағы хәбәр таратҡан:
- Бәхтей тоҡомонда ир торамы ни?
Үҙенсә хаҡлы булған микән әллә Ғилминур? Фәйрүзә лә һуң сыҡты тормошҡа, уны ла бер бала менән ире ташланы.
Олатаһының бер шиғыры ҡапыл иҫенә килде:
- Аҡтүбәлә үҫкән өс ҡайын,
Береһен ҡырҡһаң, икәү ҡуш ҡала.
Был яуҙарҙан урап ҡайталмаһам,
Ҡуйынҡайың һинең буш ҡала.
- Бына ҡайҙа ул өс ҡайын, бына һиңә буш ҡуйын.
Фәйрүзә урынынан торҙо. Арыуы һаман бөтмәгән икән әле - кисә аят уҡытҡайны әруахтарына. Әсәһе киткән көн ине кисә. Кеше күп булды. Рафил хажи бөтәһенең дә исемен әйтергә ҡуша - шуныһы һәйбәт. Йәнеңә рәхәт булып ҡала бит аят мәжлестәренән һуң.
Быға тиклем бер ҙә әйткәне булмағайны, кисә "Ҡасим улы Зөбәйер" тип айырым атап әйтеп уҡытты. Шуға йыры менән килеп кергәндер Зөбәйер Фәйрүзәнең төшөнә. Икәүләп йырлаштылар. Үҙе күренмәһә лә, Зөбәйер ине йырлаусы. Уның тауышын йөҙ араһынан таныр ине Фәйрүзә. Һүҙҙәрен генә онотто.
Эскәмйәнән тороп, ишек яғына ыңғайлаған Фәйрүзә, тәҙрә яҡтауына тотондо.
- Йә Хоҙа... Иҫемә төштө!
Сәскәлә леберҙәп торған күбәләк тағы осоп китмәһен, тигәндәй, һаҡ ҡына көйләне:
- Бер ҡайтырмын, үлмәһәм,
Һөйөүҙән төңөлмәһәм.
Мөхәббәт һағыштарынан
Урталай өҙөлмәһәм...
- Эй Зөбәйер, Зөбәйер...
- Нимә, әсәй? Хәйерле иртә, әсәй!
Күҙ йәштәре аша сикһеҙ һөйөү менән баҡты улына, Зөбәйеренә, Фәйрүзә. Зөбәйер тип ҡуштырғайны исемде. Шөкөр-әлхәм, тәүфиҡлы егет. Ғаиләле, уҡыуы ла бар, эше лә. Килене өсөнсөгә ауырлы. Кешенең үҙе генә әйтә торған бер хәбәре була бит. Зөбәйер улы ла уңайы сыҡҡан һайын:
- Үҙем яңғыҙ үҫтем, ейәндәрең күп буласаҡ, әсәй, - тиергә ярата.
Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина.