Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
12 Май 2022, 12:10

Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе...

...Юҡҡа ғына көйәләнеп тә китәбеҙ, сүптән сүмәлә лә яһап ҡуябыҙ. Тормош бит инде. Аҙаҡ үкенәбеҙ, үҙебеҙҙе бөтөрәбеҙ... Кешеләрҙе күрә алмай, уларға нисек тә зыян ҡылырға уйлап йөрөүселәр ҙә осрап ҡуя... Ә донъя фани ғына. Мөмкин тиклем изгелектәр ҡылып өлгөрөргә кәрәк тә бит... Хәйер, артабан тап шул турала...

Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе...
Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе...

- Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

- Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.

- Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.

- Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан борсолоп, кәйефеңде төшөрмә.

- Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.

- Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.

- Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.

- Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама.

- Яҡшы уйҙа бул, насар уйҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.

- Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

(“Юлдаш”төркөмөнән).

Автор:
Читайте нас: