5-се курс. Лекция бара. Уҡытыусы башын да күтәрмәй уҡый. Үҙемә кәрәк булырҙай ерҙәрен генә теркәп барам дәфтәремә. Тирә-яғымды ҡарайым. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл. Күҙемә артымда йоҡомһорап ултырған төркөмдәшем Азат (исеме үҙгәртелде) эләкте.
Ваҡыты-ваҡыты менән “ағыулы” патрондар елгәреп ала торған “пулеметымды” эшкә ҡуштым:
-Азат, әгәр уҡытыусынан һорамай ғына сығып китеп, миңә морожный барып алып, рөхсәт һорамай ғына кире инмәһәң, егет булмайһың…
Теге бер тирләне, бер туңды, ахыры. Беләм бит инде холҡон, ҡайҙан бының артына ултырғанмын, тигәндер инде.
Бер ваҡыт уҡ һымаҡ ишеккә атылды.
-Не понял, - тине уҡытыусы. Аудиториялағылар аптырашып ҡалды…
Эргәмдәге әхирәтем:
-Нимә булды ул Азатҡа, һеҙ һөйләшә инегеҙ түгелме? – тип һорағас, бик етди йөҙ менән:
-Бая ысталауайҙа ашаған бутҡа оҡшаманы, шикелле, эс бора, ти ине, - тейем.
-Эй, ошоно. Һиңә шулайтып әйтеп тормай бит инде…
Ун минут тирәһенән аудиторияның ишеге ҡапыл асылып китте һәм ике ҡулын алға һуҙып, өс туңдырманы шыҡырайта тотҡан Азат килеп инде (туймаһаң, туй, мәскәй, тигәндер инде, өсәү алған бит әле))). Тегеләрҙе минең алға тып иттереп ултыртты ла урынына ҡунаҡланы.
-Вот джентльмен! – Был юлы кафедра артынант шундай ауаз яңғыраны.
Туңдырмаларҙың береһен әхирәтемә бирҙем, икенсеһен үҙемә алып ҡалдым, өсөнсөһөн, юл хаҡы, тип “сағып”, Азаттың алдына ҡуйҙым.
Ул арала ҡыңғырау ҙа сыңланы. Төркөмдәштәр көлә-көлә беҙҙең тирәгә йыйылды. Ә теге әрһеҙ пулемет үҙ эшенә яҡшы белә шул:
-Эй, Азат, берәй ҡыҙ әйтһә, бер хәл, бер балалы ҡатын әйткәнгә сығып китеп бараң бит әле!
Ул ваҡытта мин кейәүҙә инем һәм бер йәшлек ҡыҙым бар ине инде…
Әйткәндәй, гел улай хулиганлыҡ менән булышманым, әлбиттә. Ҡыҙыҡлы, кәрәкле дәрестәрҙә минең урыным һәр ваҡыт иң беренсе рәттә булды))).