Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
26 Май 2021, 12:15

“МӘДХИӘНЕҢ” КӨЛДӨРГӘНЕ...

Инстаграмда “Башҡорт журналисы” тигән хэштег аҫтында республика журналистары араһында ярыш-марафон бара. 5 тема тәҡдим ителде. Уларҙың һәр береһенә мәҡәлә яҙып барабыҙ. “Мин һеҙгә бер сер асам”тигән темаға яҙылған мәҡәләләремдең береһен – үҙем менән булған ҡыҙыҡлы хәл тураһындағыһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.

Студент саҡ. Уҡытыусы беҙгә мәктәп йылдарынан билдәле булғандар хаҡында ялҡытҡысыраҡ итеп һөйләй. Ундай дәрестәрҙә минең урыным, ғәҙәттә, иң артта. Эләккән буш ваҡытты ижадҡа бағышлайым – “мәдхиәләр” тупылдата башлайым. Курсташтарым минең ул көлкөлө-төртмәле шиғырҙарҙы шулай тип атай торғайны. Яҡшылап бөкләйем һәм иң тышына “Уҡы ла артабан ебәр!” тип яҙып ҡуям. Минән алдағы кешеләр уҡый ҙа башлайҙар, яурындары һелкенергә лә тотона. Шунан китә… Артабанғылар көлә башлаһа, “мәдхиә”нең эстәлеген белгән һәм яңы ғына көлөп туҡтай башлаған баяғылар ҡушыла.
Был дәрестә лә “мәдхиәм” урап сығыуға барыһы ла өҫтәлдәренә ятып шым ғына һығылып көлә ине. Быны уҡытыусыбыҙ ҙа аңғарып ҡалды. Күҙенә иң артҡы өҫтәл артында ҡулын яңағына ҡуйып, шундай “бирелеп” лекция тыңлаған һәм һаман һыңҡылдашҡан төркөмдәштәренә ҡаштарын төйөп,“көйөңкөрәп” ҡарап ултырған мин эләккәс, остазыбыҙҙың:
-Үҙегеҙ ҙә уҡырға теләмәйһегеҙ, ана, йыраҡтан уҡыйым тип килгән (миңә ҡулы менән ишаралап күрһәтә) кешегә лә уҡырға бирмәйһегеҙ, - тип әйтеүе лә булды, һабаҡташтарым баштарын күтәреп миңә ҡаранылар ҙа, инде тыйыла алмай шарҡылдап көлә башланылар.
Ярай әле, ҡыңғырау шылтыраны…
Читайте нас: