Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
26 Май 2021, 16:10

БУРҘЫ НИСЕК АСЫҠЛАҒАНДАР?

...Ҡарт Уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы бынау тарих шаҡ ҡатырҙы. Уйландырҙы... Һоҡландырҙы... Фәһем бирҙе...Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле. Уйланырһығыҙ... Һоҡланырһығыҙ... Фәһем алырһығыҙ... моғайын...

...Ҡарт Уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы бынау тарих шаҡ ҡатырҙы. Уйландырҙы... Һоҡландырҙы... Фәһем бирҙе...
Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле. Уйланырһығыҙ... Һоҡланырһығыҙ... Фәһем алырһығыҙ... моғайын...
Бер мәл урам буйлап китеп барғанында йәш егет үтеп барыусылар араһында үҙен башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусыһын абайлап ҡала. Оло кеше янына барып:
-Һеҙ мине хәтерләйһегеҙме? Мин һеҙҙең уҡыусығыҙ булдым, -ти.
-Эйе, мин һинең өсөнсө класта уҡығаныңды иҫләйем. Хәҙер һин нимә менән шөғөлләнәһең?
-Мин балаларға белем бирәм. Һеҙҙең йоғонтоғоҙ миңә шул тиклем көслө булды, үҙемдә лә йәш быуынды тәрбиәләү теләге уянды.
-Шулаймы ней? Минең йоғонтом нимәнән ғибарәт булды һуң?
-Һеҙ ысынлап хәтерләмәйһегеҙме ней? Был осраҡты һеҙҙең хәтерегеҙҙе яңыртырға рөхсәт итегеҙ.
Бер мәлде минең бер класташым класҡа ҡулына бик матур сәғәт тағып килде. Уға уны ата-әсәһе бүләк иткән икән. Ул сәғәтен сисеп, партаһының йәшнигенә һалды. Мин һәр ваҡыт шундай сәғәт тураһында хыяллана инем. Шуға күрә нәфсемде тыя алманым, йәшниктән теге сәғәтте алырға ҡарар иттем. Тиҙҙән теге малай һеҙҙең янығыҙға барып, күҙ йәштәренә быуылып, сәғәтен урлауҙары тураһында әйтте. Һеҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла күҙ уңынан үткәрҙегеҙ ҙә: “Был малайҙың сәғәтен алған кеше, зинһар өсөн, сәғәтен кире бир”, тинегеҙ.
Миңә бик оят булып китте. Ләкин минең сәғәттә айырылғым килмәне, шуға ғәйебемде таныманым. Һеҙ ишеккә йүнәлдегеҙ һәм беҙгә стена буйлап теҙелергә ҡуштығыҙ. Унан: “Һеҙ барығыҙ ҙа күҙҙәрегеҙҙе йомған хәлдә мин инеп, һеҙҙең кеҫәләрегеҙҙе тикшерергә тейешмен”, тинегеҙ. Беҙ һеҙҙең әйткәндәрегеҙҙе үтәнек. Мин шул мәлдә был минең оҙон булмаған ғүмеремдәге иң оят мәл икәнен аңланым.
Һеҙ бер уҡыусынан икенсеһенә күсә-күсә кеҫәләрҙе тишерҙегеҙ. Һеҙ минең кеҫәнән теге сәғәте алғас та туҡтаманығыҙ, рәт буйлап кеҫәләрҙе тикшерә-тикшерә рәт аҙағына тиклем хәрәкәт иттегеҙ. Унан һуң: “Балалар, барыһы ла тәртиптә. Һеҙ күҙҙәрегеҙҙе аса һәм урындағыҙға ултыра алаһығыҙ”, тинегеҙ. Һеҙ сәғәтте уның хужаһына тотторҙоғоҙ һәм был инцидент буйынса башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәнегеҙ.
Шул көндө һеҙ минең намыҫымды һәм күңелемде ҡотҡарҙығыҙ, аянығыҙ. Алдаҡсы, бур, бер нәмәгә эшкинмәгән кеше итеп, минең исемемде бысратманығыҙ. Һеҙ хатта был эпизод тураһында минең менән айырым һөйләшеүҙе лә кәрәк тип тапманығыҙ.
Ваҡыт үтеү менән мин бының ни өсөн икәнен аңланым. Сөнки һеҙ, ысын Уҡытыусы булараҡ, йәш, әле формалашып бөтмәгән уҡыусының дәрәжәһен бысратырға теләмәгәнһегеҙ... Шуға күрә лә мин педагог булдым.
Был тарих тәьҫирендә икеһе лә тын ҡалалар.
Унан йәш уҡытыусы:
-Бөгөн мине күргән саҡта һеҙ был эпизод тураһында хәтерләмәнегеҙме ней? – тип һораны.
Ҡарт уҡытыусы:
-Эш шунда, мин бит кеҫәләрҙе үҙем дә күҙҙәремде ябып ҡапшаным...
Фәһем алырлыҡ тарих...
Читайте нас: