Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
28 Июль 2020, 16:35

БАШ БАРМАҠ КҮРҺӘТЕРЛЕК БУЛҺЫН ХӘЛДӘР!

Ым –ишара менән дә күпте аңлатырға була икәнен бәләкәйҙән беләм.

Ым –ишара менән дә күпте аңлатырға була икәнен бәләкәйҙән беләм.
Беҙ, бирьяҡтың урта тош балалары, аръяҡтар, өҫ яҡтар менән әллә ни дуҫ булманыҡ. Хәйер, бала саҡта икәүгә өсөнсө ҡушылһа, ҡан туғаның булһа ла, күҙ асып йомғансы “дошман"ға әйләнеп китеүсән.
Дуҫ ҡына уйнап йөрөгөн ерҙән бер әтнәкеһе сығып ҡына тора шул: шунан китә “һин шулай ҙа, һин былай” тип кәмләүҙәр, үсекләүҙәр, ауыртҡан ереңә баҫыуҙар. Былар ярҙам итмәһә, “ҡорал”дың икенсе төрлөһө ярҙамға килә – ым-ишара менән “төпәләү”. Беҙҙең урамда иң еңеле – һыңар ҡулдың бармаҡтарын усҡа йомарлап ҡуҡыш күрһәтеү, уныһы “ярҙам итмәһә” ике ҡуҡышты бер-береһенә һуғып күрһәтеү, унан ауырырағы – һуҡ бармаҡ менән урта бармаҡ араһына баш бармаҡты тығып ҡуҡыш еҫкәтеү, иң яманы – “дошман” яғына арт һының менән туңҡайып, ике бот аша теге елле ҡуҡышты күрһәтеү. Тәүҙә – һыңарын, аҙаҡ бер-береһенә тапылдата һуғып, икәүһен дә! Башың да ҡуша инеп китә яҙа әле аяҡтар араһына. Бына ошо була инде иң ояты, ауыры! Ошо хәлгә барып еткәнсе хәл-әхеүәлде ыңғай яҡҡа төҙәтеп өлгөрмәһәң, ошо ҡатмарлы ҡуҡыштан һуң, һис шикһеҙ, “оятлы һәм еңелгән” яҡ ғәрлегенән үсекләгестәрҙең төрлөһөн һинең яҡҡа осороп һыҙмаҡ менән була, йә, ғәрлегенә сыҙамай, алыш та бар, һалыш та бар, тигән әкиәти алымды тормошҡа ашырыу өсөн һиңә ажарланып ташлана.
Ошолайыраҡ “хәл асыҡлай” инек бала саҡта. Хәҙер уйлайым да, бөгөнгө балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә күҙ һалам да, аптырауға ҡалам: беҙ ихтираз булғанбыҙмы, әллә бөгөнгөләрме?
Бөгөн социаль селтәрҙәге төрлө смайликтар, эмоцияны, хәл-торошто белдереүсе һүрәттәр ошо беҙҙең ҡуҡыш-муҡыштарҙың заманса сағылышылыр ул!
Сағылыш, тигәндәй. Яңыраҡ Күҙәмбәттә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең республика Паратуры үтте. Беҙ ҙә шул сараны гәзит биттәрендә яҡтыртырға барҙыҡ. Йәшел футболкалар кейгән Хәйбулла районы командаһы эргәһендә торҙом. Журналист халҡы ҡыҙыҡһыныусан зат бит инде – тик ятҡан түңгәккә лә һорау бирмәһәк, исем юғала. Тегеләрҙән: “ Беҙҙең башлыҡ (элекке район хакимите башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповты күҙ уңында тотоп әйтәм инде) нисек эшләй унда?”
Яуап ым-ишара менән булды – бер юлы ике-өс кеше баш бармағын күрһәтте – “Во!”-тине.
Эскә йылы булып китте , хатта ғорурлыҡ хисе йүгерҙе. Тимәк, беҙҙеке тегендә лә һынатмай, афарин!
Иң мөһиме, кәмләп сикә тәңгәлен һуҡ бармаҡ менән бырауламанылар, ҡул һелтәп, йүнһеҙ, тимәнеләр, баш бармаҡ күрһәттеләр.
Үҙенә күрә аралашыу, уй-фекерҙе еткереү, баһа биреү алымы шул ым-ишара ла. Телһеҙ ҙә аңлатыу...
Читайте нас: