Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
26 Июнь 2020, 13:10

БӨРЙӘНДӘРҘЕҢ... АЙҺЫЛЫУЫ ҮӘ ТАҢҺЫЛЫУЫ

Мин Бөрйәнде уның гүзәл тәбиғәте аша ғына түгел, ә гүзәл кешеләре аша беләм. Ә гүзәл кешеләр улар үҙ йәшәйештәре һәм ҡылған ҡылыҡтары, башҡарған шөғөлдәре менән үҙ ерлектәрен биҙәп, йәмләп һәм ҡырҙағыларға уның исемен ишеттереп, белдереп тороусылар. Шундайҙарға әҙибәләр, Бөрйән районының «Таң» гәзите хәбәрселәре Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдиноваларҙы ла индерәм. Улар, һис шикһеҙ, райондың ғына түгел, башҡорт әҙәбиәтенең, журналистикаһының да сағыу өлгөләре. Телдәренән тамған һәр һүҙ һутлы, күңелдәренән сыҡҡан һәр фекер фәһемле был апайҙарҙың. Беҙҙең әңгәмәне уҡып, үҙегеҙ инанығыҙ.

БӨРЙӘНДӘРҘЕҢ... АЙҺЫЛЫУЫ ҮӘ ТАҢҺЫЛЫУЫ
Мин Бөрйәнде уның гүзәл тәбиғәте аша ғына түгел, ә гүзәл кешеләре аша беләм. Ә гүзәл кешеләр улар үҙ йәшәйештәре һәм ҡылған ҡылыҡтары, башҡарған шөғөлдәре менән үҙ ерлектәрен биҙәп, йәмләп һәм ҡырҙағыларға уның исемен ишеттереп, белдереп тороусылар. Шундайҙарға әҙибәләр, Бөрйән районының «Таң» гәзите хәбәрселәре Айһылыу Ғарифуллина менән Таңһылыу Баһауетдиноваларҙы ла индерәм. Улар, һис шикһеҙ, райондың ғына түгел, башҡорт әҙәбиәтенең, журналистикаһының да сағыу өлгөләре. Телдәренән тамған һәр һүҙ һутлы, күңелдәренән сыҡҡан һәр фекер фәһемле был апайҙарҙың. Беҙҙең әңгәмәне уҡып, үҙегеҙ инанығыҙ.
- Һеҙ икегеҙ ҙә ғүмер буйы ауылда йәшәп ижад итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар. Был үҙе үк күптәр өсөн мөмкин булмаған ауыр хеҙмәт. Күңелендә илһам йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар ауыл ерендә көнкүреш мәшәҡәттәренә баҫылып ҡалыусан, әҙәбиәттән ситләшеп ҡалыусан. Нисек һаҡлай алдығыҙ һеҙ йөрәгегеҙҙә был ҡомарҙы?
Айһылыу Ғарифуллина:
- Ғүмерҙә лә үҙемде көсләп, шуны яҙайым, быны ижад итәйем, тип ултырманым. Был, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Шундайыраҡ бурыс-маҡсаттар ҡуйылһа, бәлки, күберәк, күләмлерәк әҫәрҙәр ижад ителер, китаптар сығыр, сағыуыраҡ балҡыш ҡалдырылыр ине... Инеләр ярҙам итмәй шул: ни яҙылған - шулар яҙылған, яҙылмағандар ваҡыт менән бергә юҡҡа сыҡҡан. Ауылға килгәндә, кем әйтмешләй, шағирҙар бит ауылдарҙа тыуып, ҡалаларҙа йәшәп үләләр, тигәндәй, йөҙ ижадсының 99-ы, барыбер, ауылдан сыҡҡан. Элегерәк, интернет, заман техникалары булмаған саҡта, бушҡа ҡалаға кителмәгән, тигән ҡорт мейене юҡ-юҡта тишкеләй ине. Хәҙер - юҡ. Ауыл - минең теүәл донъям, матур тәбиғәтем, телебеҙҙең һутын һаҡлаусы мөхитем, минең күңел донъямды һаҡлап тороусы ҡабырсағым. Бигерәк тә бынау үҙизоляция ауылдың ҡаланан өҫтөнлөгө күп икәнен аңлатты. Бында, исмаһам, дүрт мөйөшкә бикләнеп ултырмайһың: үҙ ихатаң, биләмәң, тигәндәй... Йәбешеп ятып донъя көтөү тигән сифат та миңә шыпа йоҡмай. Әсәйем әйтмешләй, минең үҙ туҡһаным һәр ерҙә лә туҡһан - кешеләр менән ярышмайым, башҡаларҙың бәхетенә, байлығына көнләшмәйем, кеше шулай тиер, былай тиер, тигән ҡурҡыу ҙа юҡ - миңә Аллаһ хөкөмдар, һәм бөттө! Күңелем төшһә, һыпырып йөрөп эш эшләргә, күңелем төшмәһә, ҡыл да ҡыбырлатмай, үҙ донъяма бикләнеп ятыу ҙа ситен түгел миңә.
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Ижад һинең эшең бармы, балаң мыжыймы, иреңә ашарға бешерергә, һыйыр һауырға кәрәкме икәнде һорап торамы һуң инде!.. Асфальт тишеп сыҡҡан гөл кеүек бит ул - ҡулыңа ҡәләм тоттора ла ҡуя! Ошо ижад тигән серле утрау булмаһа, был тормошта ҡалайтыр инем икән... Әллә ниндәй «шедеврҙар» яҙмаһам да, тормоштоң ығы-зығыһынан, ваҡлыҡтарынан йыш ҡына шул «утрауға» ҡасып, «имен» ҡала киләм, шикелле. Әллә ней матди байлыҡҡа йәбешеп ятмағанға ла, донъя малына рыяраҡ ҡарағанға ла һаҡлай алғанбыҙҙыр, тимен, был ҡомарҙы. Айһылыу менән икебеҙ ҙә «бер төрлөрәк» кешеләр бит беҙ. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә. Яңы тун һатып алып ҡайттым да, кейеп ҡарарға тип, көҙгө алдына баҫтым. Әсәйем был мәлдә беҙҙә ине. Һиҙеп торам, был минең яңы кейемгә риза түгел. Уларҙың бер бәлтәһе булған да, шуны ара-тирә ҡәҙерлегә генә кейгәндәр, күп ғүмерҙәре фуфайкала үткән. Ә беҙгә яҡшы кейем көн һайын кәрәк. «Матурмы?» - тием. Шартланы теге. «Өйөңә йыһаз алмай, өҫтө-өҫтөнә кейем алаһың да йөрөйөң», - тип бурылданы. «Әсәй, минең өйгә йыһаз нимәгә, өйөмә туғандар килә лә дуҫтар килә, бөтә «дошмандар» урамда бит. Шулар алдында һыр бирмәҫкә кәрәк», - тип шаяртыуға борғас, бүтән өндәшмәне. Әйткәндәй, Айһылыуҙың бер шиғырындағыса, ауылда бит, яҙҙыңмы, тимәйҙәр, һауҙыңмы, тип һөйләшәләр...
- Миңә йыш ҡына «Һиндәге тел, күңел байлығы тыуған ерегеҙгә бәйлеме?» тигән һорауҙы бирәләр. Йәнәһе, һығылмалы башҡорт теле төпкөл бөрйәндәрҙә генә һаҡланған, тигән мәғәнәлә. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе һеҙгә лә төбәйем: ҡайҙан һеҙҙә бындай рухи байлыҡ? Ниндәй ғаиләләр, ниндәйерәк ҡарашлы ата - әсәләр тыуҙырып үҫтерҙе һеҙҙе? Ниндәй туғандар, дуҫтар, йәмғиәт тәрбиәләне?
Айһылыу Ғарифуллина:
-Үҙемде белә-белгәндән әсәм беҙҙе гел мәҡәл менән әрләне, мәҡәл менән өйрәтте. «Бер аяғығыҙҙы баҫҡансы, икенсеһен эт ашай», «Булыр бала биләүҙән», «Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа» һ.б. Һин-ялҡау, эшкинмәгән, тип тураһын әйтеп әрләһә, бер ҡолаҡтан инер, икенсеһенән сығыр ине. Ә бит ошо мәҡәл аша әсәй нимә әйтергә теләне, тип күпме баш ватаһың, уны башта меңде үк булмаһа ла, йөҙҙө өйөрөлтәһең, хәтер янсығыңа мәңгелеккә бикләп ҡуяһын унан. Тағы: беҙ бит китап уҡып үҫкән быуын. Элек һәр өйгә гәзит-журнал да күп килде, китапханалағы китаптарҙы ярышып уҡыр инек. Былары - ҡәләм әһеле өсөн икенсел нәмәләр барыбер. Яҙыу һәләте, нимә генә тиһәк тә - Аллаһтан бирелә. Ул бирә икән - яҙаһың, юҡ икән - юҡ. Бәғзе бер шиғырҙарымды мин «танымайым» - быны мин яҙҙым микән, тип ултырған саҡтар күп. Сөнки күңелгә илһам килһә, шуны теркәүсе ролен генә үтәп ҡуяһың - үҙенән-үҙе түгелә бит ул аҡҡа... Хәҙерге балаларҙы беҙ китап, гәзит-журнал уҡымай, тип әрләйбеҙ. Беҙҙең өйҙә, киреһенсә, беҙҙе эш эшләмәй китапҡа тексәйеп ултырған өсөн әрләйҙәр ине. Ҡулға һәйбәт кенә китап килеп эләкһә, билдәле, унан айырылып булмай. Әсәй тышта саҡта китаптан күҙҙе алмайһың да, ул килеп инһә, китабыңды йәһәт кенә мендәр аҫтынамы, ҡаралды араһынамы тыҡшырып ҡуяһың да, иҙән һеперепме, өйҙө йыйыштырыпмы йөрөгән кеше булаһың. Төнөн юрған аҫтында фонарь яҡтыртып та китаптан айырыла алмай ятҡан саҡтар булды. Атайым, мәҫәлән: «Иң ялҡау кеше - китап уҡыған һәм симешкә сирған кеше», -тип әйтә торғайны. Был тыйыуы китаптан айырмаһа ла, мин әле булһа симешкә сирыуҙы өнәмәйем. Туғыҙ балалы колхозсы ғаиләһендә 7-се бала булып тыуғанмын мин. Атай менән әсәйҙең ҡиблаһы, ике ҡулы белгәне лә эш кенә булды. Беҙҙе шул эш менән тәрбиәләнеләр – замандаш малай - ҡыҙҙар эшләгән бөтә ҡара эште эшләп, ысын ауыл балаһы булып үҫтек. Минең өйгә эшем менән ҡыҙыҡһынғандарын, эшләнеңме, тип һорағандарын хәтерләмәйем - бәғзе саҡ сумкамды мәктәптән ҡайтҡас ҡайҙа быраҡтырғанмын, шунан һәрмәп алып дәрескә китә инем. Шуныһы: уҡытыусының һөйләгәнен иғтибар менән тыңлаһам, миңә шуны ҡайтанан һөйләү ауыр бирелмәне. Беҙ, шул осор балалары, үҙебеҙ уйын уйлап сығарып, үҙебеҙ уйынсыҡтар эшләп алып үҫтек бит. Күршелә генә класташым, балалыҡ дуҫым Зилә Лира (Ҡужәхмәтова) йәшәне. Уларҙан ҡайтыша белмәй уйнайым. Әсәйем бәғзе саҡ: «Марат балаһы», - тип әрләй ине. Зилә лә - ижад кешеһе. Икәүләп төрлө сәскә-үләнде ҡурсаҡтар итеп, таптарҙы ергә ҡатып ауыл төҙөп, һөйләнә-һөйләнә уйнайбыҙ, әкиәттәр уйлап сығарабыҙ. Йөрөй торғас, талашып китәбеҙ ҙә, бер-беребеҙҙе үсекләп таҡмаҡтар әйтешеп таралышабыҙ. Мәҫәлән: Зилә, Зилә, Зиләйлүк, Баш(ы) урынында сәйнүк. Айыу, айыу, айғата - Аҡырып илап ята. Айыуы - минең бала саҡ ҡушаматы. Ошо «һәләт»ебеҙ ҙә ижад кешеһе булыуға этәргес биргәндер, тим.
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Миңә лә, һиндәге тел, тигәнде ишеткәнем бар. Ләкин миңә күберәк әсе теллелек, тура һүҙлелек өсөн әйтәләр. Ул тәбиғәттән булалыр инде. Уны эргәтирәләгеләр генә тәрбиәләй алмайҙыр. Әсәйемдең телгә һөйөү тәрбиәләп ултырырға ваҡыты булманы. Ул, 30 йәшендә генә тол ҡалып, биш балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән әсә, ферманан ҡайтып инмәне. Шулай ҙа төндәрен әкиәттәр һөйләгәне иҫтә. Яҡын туғандар араһында ла сәсәндәр юҡ. Хәйер, Сабирйән сәсән әсәй яғынан әҡрәбәм була. Шиғырҙарҙы башта йәшереп кенә яҙҙым. Бер мәл уҡытыусы шиғыр яҙып килергә өйгә эш бирҙе. Эй тырышып-тырышып «Тау шыуабыҙ» тигән шиғыр яҙҙым. Башҡалар барыһы ла ҡайҙандыр күсергәйне. Миңә генә «4»-ле булды. Ҡалғандар «5»-ле алып ҡыуанды. Телгә кире ҡайтҡанда, беҙ бит йығылып ятып китап уҡыған быуын. «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш», «Ырғыҙ» кеүек китаптарҙы, Я. Хамматовтың, Н. Мусиндың һәм башҡаларҙың китаптарын 5-7-се кластар тирәһендә үк уҡып бөттөк. Ҡыҙҙар менән әкиәттәр һөйләштек, йомаҡтар ҡойоштоҡ, үсекләшеүҙәребеҙ ҙә шиғри юлға һалынған ине. Ғөмүмән, беҙҙең урта тош гөрләп торҙо.
- Ҡатын-ҡыҙ сабырлығы т ураһында һөйләшәйек әле? Сабыр төбө һары алтынмы ул? Әллә башҡасараҡ та булырға мөмкинме?
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Сабыр төбө гел алтын түгел икәнен дә аңғартып тора тормош. Һин сабыр иткән арала өлөшөңдө сәлдереүселәр ҙә осрап ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ сабырлығы тураһында беҙгә һөйләргә түгел дер индеул. Беҙ Айһылыу менән икебеҙ ҙә сабырһыҙыраҡ, яндырайыраҡ кешеләр. Ләкин сабыр итергә лә тура килә шул... Хатта ныҡ сабыр итергә.
Айһылыу Ғарифуллина:
-Сабырлыҡ тигән нәмәне миңә Аллаһ бик самалап биргән шул. Мин шуға, әлеге лә баяғы әсәйем әйтмешләй, «Аҡыллы уйлағансы алйот эшен бөтөргән» мәҡәле буйынса йәшәнем. Минең холҡом да шулай: сабырһыҙ, эштең һөҙөмтәһен шундуҡ күрер, уйлағанды нәҡ ошо мәлдә, ошо урында әйтер кәрәк... Дингә килеүем, шөкөр, миндә ошо матур сифатты үҫтерҙе һәм тотош донъя менән гармонияла йәшәргә форсат бирҙе. Хәҙер бушҡа-юҡҡа янмайымкөймәйем. Тимәк, Аллаһ ҡушыуы ошо, тимәк, тәҡдиргә шулай яҙылған, тигән аҡылдан сығып эш итһәң, донъя һәр саҡ түңәрәк, күңел тыныс.
- Һеҙ - ир ҡатындары, малайҙар әсәһе. Бөгөнгө ирегет ысынлап та яҡлауға мохтажмы, нисек уйлайһығыҙ?
Айһылыу Ғарифуллина:
-Һәр кемдең үҙ тәҡдире, үҙ юлы. Мин, мәҫәлән, атай баш булған ғаиләлә үҫтем. Атайҙыҡы - һүҙ, атайҙыҡы - закон һәм ул, ысын хәҡиҡәткә тап киләме-юҡмы, үтәлергә тейеш. Минең ирем иһә ике йәштән атайһыҙ ҡалып, әсәй тәрбиәһендә генә үҫкән. Шуға ул миңә әллә ни баш була алманы. Унда лидерлыҡ, ойоштороу һәләте юҡ. Шуға, власть йомшабыраҡ киткәндә уны эләктерергә генә тороусылар һәр даим булған кеүек, үҙемдең ғаилә лә «президент» ролен йылдың 365 көнөндә үтәмәгәндә лә, 360 көнөндә ихтыярһыҙҙан үтәргә тура килә. Әрменән ҡайтҡан улымды үҙемде нисек тәрбиәләгәндәр, шулай итеп тәрбиәләргә тырыштым. Шөкөр, эсмәй, тартмай, дингә ынтылышы бар, эш эшләргә генә тора. Бөгөн тотош донъя баштүкән әйләнгән бит ул: һәр нәмә, һәр кем үҙ урынында түгел һымаҡ. Ирҙәр тормош дилбегәһен ҡулдан ысҡындырҙы. Бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙ, күпме генә аҡыллы, белемле булмаһын, улын йөҙ проценты менән ир-ат итеп тәрбиәләй алмай, сөнки Аллаһ тарафынан уға бындай миссия бирелмәгән. Үҙен, ғаиләһен яҡлай, ҡарай, һаҡлай алмаған ир ошо исемде шартлыса йөрөтөүсе генә. Һәр кем үҙ урынына ултырһын, үҙ миссияһын үтәһен өсөн байтаҡ ғүмер үтеп, һыуҙар ағыу кәрәк булыр әле ул. Йәшәй-йәшәй шуға төшөндөм - ысын ирҙәр генә ысын ир-ат тәрбиәләй ала. Атайым, мәҫәлән, дүрт класс белеме менән дүрт улына оҫталыҡтан, һәр саҡта ла ир була белеүҙән, яуаплылыҡтан башҡа нәмә ҡалдыра алманы. Аллаға шөкөр, дүрт ир туғанымдың да ғаиләһе, ҡатындары, балалары өсөн яуаплылығы ҙур - береһе лә хөкүмәт эшендә түгел, әммә донъялары бөтөн, ризыҡтары шөкөр, балалары ҡараулы. Яуаплылыҡ тигән орлоҡто ул һәр уланының күңеленә һеңдерә алған. Ошо яғы менән генә лә ул ысын ир-ат булған - йәне йәннәттә булһын!
Таңһылыу Баһауетдинова:
- Мин ир баланың өләсәйемен генә. Ир-егеттәр, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым. Ирҙәр тәбиғәттән бирелгән тәғәйенләнештәре буйынса йәшәһә, уларға яҡлау кәрәкмәй һәм уларҙың ролен бер кем дә тартып алмаясаҡ, минеңсә. Сөнки көслө, яҡындарына һәр йәһәттән терәк булырға тырышып торған ир-егет янында ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙ асылында ҡала. Донъяһын да гөл итеп көткән, ғаиләһенә лә ҡәлғә булып йәшәгән ир-аттарыбыҙ ҙа күп, шөкөр. Уларға ҡарап йәлләү хисе түгел, ғорурланыу, һоҡланыу хисе генә уяна. Үҙемдең иң яҡын ир туғандарым булған ике туған ҡустыларым араһында бөгөн, мәҫәлән, һаҡлауға «дусар» булғандары юҡ - донъя көтөргә, эшләргә тырышып торалар.
- Йәш ҡатын - ҡыҙҙарға кәңәш бирә алырлыҡ, аҡыл өйрәтерлек йәки апай, инәй булып абруй тота алырлыҡ булыуҙың ниндәй нигеҙләмәһе бар: тәжрибәме, күпте белеүме, үтелгән тормош юлымы, дәрәжәме?
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Бында ярҙам итергә теләүҙе тәүге урынға ҡуйырға кәрәктер. Кешене бәхетлерәк итке килеү теләген. Дәрәжә лә, тәжрибә лә түгел, күңел һиҙгерлеге, тойомлау һәләте ярҙам итәлер... Редакциябыҙҙағы Айһылыу менән икебеҙ ултырған бүлмә психологик ярҙам бүлмәһенә лә әйләнеп киткеләй, эйе. Ауыр уйҙары, проблемалары менән килгән нисә кеше, яҙылып, дәртле баҫып сығып китте икән беҙҙән... Хатта димсе ролен дә башҡарып, яңғыҙ йәндәрҙе табыштырған саҡтарыбыҙ ҙа булды. Ул яңғыҙ ҡаңғырған йәндәр бер бөтөнгә әйләнеп, шул тиклем матур итеп, дәртләнеп йәшәп яталар. Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең күңел яраларабыҙҙы бер-беребеҙгә түгеп, шәмәрешеп тә алабыҙ ҡайһы саҡ. Тормош бит...
Айһылыу Ғарифуллина:
-Һикһән йыл йәшәп, һигеҙ тинлек аҡыл тупламаған инәйҙәр бар, һигеҙ йәшендә һине аптыратырлыҡ аҡылға эйә балалар бар. Йылдар ғына аҡылды билдәләмәйҙер ул. Аҡыл да - Аллаһ бүләге бит ул. Тормош тәжрибәһе, күргәнкисергән, төрлө яҡлап ғилем алыу, бигерәк тә динебеҙҙе өйрәнеү, Аллаһ ҡанундары буйынса йәшәү кешене аҡыл бирерлек дәрәжәгә күтәрәлер ул.
- Ғаиләлә йәберләүҙе иҫкәртеү, сикләү буйынса закон тормошҡа ашырылмаҡсы икәнде беләһегеҙ. Депу тат тар менән бына ошо темаға һөйләшеү уҙғарғас, миңә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан күп кенә хаттар килде. Эйе, ғаиләлә йәберләнеп йәшәүсе ҡатындар күп... Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ ошо хәлгә ҡала? Ни өсөн үҙен яҡлай алмай йә ҡорбан халәтенә түҙә? Һеҙ быларҙы нисек аңлатыр инегеҙ? Ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Йылдар буйы йәберләнеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп беләм. Бер мәл берәүһенә, нишләп бынау заманда иҙелеп йәшәйһең, полицияға хәбәр ит, тигәйнем: «Полиция мине көнө-төнө һаҡлап тора алмай бит, бер килер, ике килер, ә миңә артабан йәшәргә кәрәк. Айырылыр инем, ауылда ирһеҙ донъя көтөүе ауыр. Аҡса эшләмәһә лә, бесән, утын кеүек ирҙәр эштәрен теүәлләй бит», - тине. Икенсе танышым, ҡайҙа барайым мин хәҙер, кемгә кәрәкмен мин, тыуған йортомдан әллә ҡасан уҡ айырылғанмын, тине. Күп ҡатын-ҡыҙҙар иң беренсе балаларын уйлай. Ярай, ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тигәндәй, үҙ атаһына атай тип йәшәһендәр, тиеүселәр ҙә бар. Йәнә өйрәнгән, яйға һалынған йәшәү рәүешен үҙгәртеүҙән, билдәһеҙлектән дә ҡурҡа күптәр. Нимә тип кенә кәңәш бирәһең инде. Ир менән ҡатын араһына инеүе лә ҡыйын бит ул. Улар таң атыуға ярашып тороп, һинең ғәйепле булып ҡалыуың да бар... Йәки, ҡатынҡыҙ, айырылып, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, тиран ирен һағына башлай һәм, их, фәләндең һүҙен тыңлап әрәм булдым, йәшәр ҙә ятыр инек әле, мужыт рәтләнеп китер ине, тип үҙеңде ғәйепле итеп тә ҡуйыуы бик ихтимал. Ә тирандарҙы үҙгәртеп булмайҙыр ул. Минеңсә, көсһөҙ, ирмен тигән ирҙәр менән ярыша алмаған, бәләкәйҙән ата-әсәһенең итәгендә үҫкән, тормошта үҙ урынын тапмаған һәм, әлбиттә, эске яратҡан ирегеттәр генә ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәрә, рәнйетә. Көслө ир-ат ундай түбәнлеккә төшмәй.
Айһылыу Ғарифуллина:
- Эйе, йәберләнеп йәшәгән ҡатындар күп... Әллә ниндәй аҡыллы, ҡаты закондар индереп тә быны тыйып булмаясаҡ, әгәр ир кешенең башында үҙ аҡылы, йөрәгендә ҡатынына ҡарата һөйөүе, аяуы, ихтирамы, иманы булмаһа. Мин иренән туҡмалып, әҙәм сыҙамаҫ хәлгә түҙеп, йәбер-золом күреп йәшәгән ҡатындарға түгел, ә үҙ ваҡытында яҙмыш йырҙаһын бора, аныҡ ҡарар ҡабул итә, дөрөҫ ҡарарға килә алған ҡатындарға һоҡланам. Бер ҡул күтәргән ғүмер буйы туҡмаясаҡ, бер мыҫҡыл иткән ғүмер буйы көләсәк. Кеше үҙгәрмәй. Быға һәр кемдең үҙе миҫалы. Йөҙҙөң, меңдең бере генә үҙгәрергә мөмкин. Уныһында ла, дингә килеп. Ер шарында 52 йыл йәшәп, ғүмер буйы эсеп, аҙып-туҙып йөрөп, ғаиләһенә күрмәгәнде күрһәтеп, етмешенсе тиҫтәһен ваҡлай башлағас ҡына иманына ҡайтып үҙгәргән бер-ике кешене генә беләм. Әммә уның «ҡорбан» дарының һаулығы юҡ инде. Беҙҙең күршелә яңғыҙ ғына Хөснә инәй йәшәне. Тышҡа сығып ултыра ла: «Эй-й, тау башына яҙын үлән сыҡмаһа, йәйен, көҙөн сыҡмай бит ул...» - ти ҙә ултырыр ине. Ошо йомаҡһүҙҙәр бала сағымда хәтергә һеңһә, хәҙер аҡылдың үҙе икәненә инандым... Уңмаған юлды ҡыумау хәйерле.
-Был тормоштоң, эштең, яҙмыш һынауҙарының, йәмғиәттең ауырлыҡ мәшәҡәттәрен иңдә күтәргән ҡатын - ҡыҙ ижадсыларҙың нескә, хисле шиғырҙарын, яҙмаларын уҡып, тойғолар ҡапма-ҡаршылығынан баҙап ҡалаһың. Бына һеҙҙең ижадтан, мәҫәлән. Был ҡатын-ҡыҙҙың йәшәүгә булған көсөмө ул?
Айһылыу Ғарифуллина:
-Был - тағы бер миссия. Аллаһ беҙҙе һәм ендәрҙе үҙенә ғибәҙәт итер өсөн яралтҡан. Һәр кешенең төп миссияһы - ошо. Әсәй, хеҙмәткәр, ир ҡатыны, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, журналист булыу миссиялары - икенсе, өсөнсө һ.б. Бөгөн мин иң беренсел миссиямда хилафлыҡ булмаһын, тип тырышам. Ҡалғандары - Аллаһ ҡушҡанға, күңелгә биргәнгә, ваҡытҡа ҡарап.
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Ни тиклем генә көслө булырға тырышһа ла, шулай булып маташһа ла, ҡатын-ҡыҙ асылында көсһөҙ генә зат бит ул. Күптәре сараһыҙҙан ғына көслө булып йөрөй. Ә ижадта алдашып булмай. Мине тормошта уҫалыраҡ, талапсаныраҡ, тура әйтеп, туғанына ярамағаныраҡ (хәйер, юмор яратҡан итеп тә) кеше итеп беләләр. Шиғырҙарымда төптә йәшенеп ятҡан асылым - тормошта үҙенә ҡулланыу тапмаған ысынбарлығым асыла ла ҡуя. Уларға тыуырға шарттар булмағандыр инде. Күп ҡатынҡыҙҙар көслө битлек артына йәшеренеп кенә йөрөйҙөр ул. Иренә иркәләнеп, наҙланып ҡына, көсһөҙ генә булып йәшәргә теләмәгән ҡатынҡыҙ бармы икән ул... Был бит беҙгә Хоҙайҙан, тәбиғәттән бирелгән. Сөнки арҡаланыр арҡаң булмаһа, наҙланып ҡына донъя көтөп булмай - тапап китеүҙәре бар. Тешләргә тешең булмаһа ла, тешләнеп йәшәргә лә тура килеп ҡуя. Аңғарғанығыҙ барҙыр, эстән тешләнеп, һыр бирмәйем, тип йәшәгән кешеләрҙең күҙҙәре йылмайған саҡтарында ла һағышлы була. Ижад - үҙүҙеңә ҡайтыу, асылыңды асып һалыу бит ул...
Көсһөҙ зат булып яралғас,
Көслө булыуҙар ауыр.
Көслөләргә тигән елдәр
Көсһөҙгә тотош дауыл, - тиеберәк яҙған бер шиғырым да бар.
Йәнә:
Аяуҙар юҡ йәнгә, таяуҙар юҡ,
Ҡаяуҙар күп…
Арҡа сейләнгән…
Күңелемдә - балам, йәндә - шиғыр,
Йәшәйешем шуға көйләнгән, - тигәне лә…
-Әсәй кешенең балаһына йоғонтоһо шул тик лем көслө икәнен беләбеҙ. Ул балаһынан теләгән кешеһен үҙе әүәләй, уға һөйөүҙе лә, нәфрәтте лә теләгәненсә һала ала. Тимәк, бала тәрбиәләүсе әсә нимәләрҙе белергә тейеш?
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Юҡ, һәр баланан теләгән кешене әүәләп булмайҙыр ул. Әлбиттә, тәрбиәләргә мөмкин. Ләкин холҡоноң төп һыҙаттары уға Хоҙай тарафынан бирелмеш, гендар буйынса килә, минеңсә. Булыр бала бишектән, тигән әйтем дә юҡ ерҙә тыумағандыр. Балаға йәшенә ҡарап тәрбиә алымдары үҙгәрә бара инде. Мин үҙем ҡыҙымды бәләкәй сағында ҡатыраҡ тоттом, шикелле. Грузиндарҙың бер әйтеме бар, тиҙәр бит: балаңды бәләкәй сағында үҙеңә дошман ит, ҙурайғас дуҫ булыр, әгәр бәләкәй сағында дуҫ итһәң, ҙурайғас дошман булыр. Был үтә әпәүләмә, ҡатыраҡ тот, тигәнгә ишаралыр, моғайын. Ҡыҙым үҫә килә мин дә уның менән бергә үҫтем, үҙгәрҙем. Шөкөр, б өгө н беҙ бик яҡын әхирәттәр ҙә. Ҡыҙымдың тормош көткәндә үҙемдән аҡыллыраҡ, уңғаныраҡ, тырышыраҡ булыуына ҡыуанам. Ҡыҙығыраҡ әсәй булғанмын икән, тип ҡуям хәҙер. Бер осраҡ хәтерҙә. Был бер шылтыратҡанында, уф, зачеттар ауыр, башты ла ҡалҡытып булмай, тигәнерәк хәбәр һалғайны, күп тә тормай, тегегә түбәндәге эстәлектәге «сообщение» китте:
Ғүмерең үтеп китмәһен Зачет хәстәрҙәрендә. Айырым һөйөү бите юҡ Ғүмер дәфтәрҙәрендә.
Әсәй кеше, уҡы, ыштубы, башыңда егет-елән булмаһын, тиергә тейеш һымаҡ та бит... Тыйып ҡына тәрбиәләп булмай. Тыйылған емеш татлы була, уны татып ҡарағыһы килә кешенең. Үҙ башы булһа, аҡты ҡаранан айыра ул әҙәм балаһы. Бала үҙенә ышаныс белдергәнде лә тойорға тейеш... Бына шулайыраҡ шаяртыуишаралар аша «әүәләнем» ҡыҙымды. Шөкөр генә итәм Хоҙайыма былай - өмөттәремеде аҡланы һәм аҡлау өҫтөндә. Шөкөр, хәҙер ейәнем менән өләсәй булыу серҙәрен өйрәнәм. Был бөтөнләй башҡа донъя. Балаңа ҡатыраҡ булһаң да, ейәнгә улай итеп булмай икән, яратҡы, һөйгө, уның теләктәрен үтәге генә килеп тора. Тормошомдоң өр-яңы битен асып, өләсәй тәрбиәһе тигән фәнде үҙләштереү өҫтөндәмен, шөкөр.
Айһылыу Ғарифуллина:
-Мин балаларымды, нигеҙҙә, үҙемде нисек тәрбиәләгәндәр, шулай тәрбиәләргә тырыштым. Атай-әсәйем беҙгә дини ғилемде һала алманы (заманы шулай булды), ошоно үҙемдекеләргә һалырға тырыштым. Шөкөр, ике баламдан да бик ризамын. Ҡыҙыма ла, улыма ла гел шуны туҡыным: «Әсәй - һеҙҙең Ер шарындағы иң яҡын кешегеҙ. Минән бер серегеҙҙе йәшермәгеҙ. Тотош Ер шарында һеҙ минән башҡа берәүгә лә кәрәк түгел. Һеҙҙең аһзарҙы ла, проблема-фәләнде лә, шатлыҡ-ҡыуанысты ла иң беренсе сиратта мин белергә тейеш. Бер генә атай-әсәй ҙә, әгәр аҡылы камил булһа, балаһына боҙоҡлоҡ, яманлыҡ теләмәй. Алдашмағыҙ, эш боҙһағыҙ ҙа, йәшермәй әйтегеҙ», - тинем. Йөҙ проценты менән быны, бәлки, үтәмәгәндәрҙер, әммә мин ҡыҙыма ла, улыма ла иптәш, серҙәш, кәңәшсе була алдым, тип уйлайым. Улар менән ғаилә проблемаларын да, башҡа хәләхүәлдәрҙе лә уртаға һалып һөйләштек, әле лә шулай. Мин журналист кеше, билдәле, командировкаларға йыш йөрөйөм. Бер мәл эштән ҡайтып барһам, ҡыҙым менән улым ҡаршы сығып килә: «Әсәй, беҙ шундай-шундай эш боҙҙоҡ», - тиҙәр. Алдан алдашмай, дөрөҫөн әйтһәгеҙ, туҡмаҡ эләкмәй, алдашһағыҙ, жарылаһығыҙ, тип өйрәткәс, күп ғәйептәрен кисерергә тура килде. Балаларҙың күңеленә иман орлоғо сәсеү - иң отошло тәрбиә. Иманлы кеше тормоштоң ниндәй һынауҙарында ла һынмаясаҡ, үҙенә ҡул һалмаясаҡ, ахыр сиктән сыҡмаясаҡ. Үҙҙәренә гел хәҙистә шулай тиелгән, былай тиелгән, тигәс, бәғзе саҡ үҙем сабырһыҙланып китһәм, балалар мине тыйып ҡуя. Бына әле пандемия осоронда күп һанлы мәғлүмәт ишетеп, күңел төшөп китһә, улым мине тынысландыра: «Һуң, әсәй, үҙең әйттең бит тәҡдирҙән уҙып булмай, маңлайға яҙғанды барыбер күрәһең, ошо сир һиңә яҙылған булһа, ул ҡайҙа ҡасһаң да һине килеп табасаҡ, яҙылмаған булһа, йоҡмаясаҡ, тип», - ти.
- Беҙҙең халыҡта мөхәббәт культы юғары күтәрелгән, фольклорҙа, ауыҙ-тел ижадында һөйөү иң үҙәктә тора. Ә ғаилә ҡорғанда был йөрәк тойғоһон әллә ни алға ҡуймағандар һымаҡ. Асылда, ғаиләлә иң мөһиме мөхәббәтме, әллә ул улай уҡ мөһим түгелме?
Айһылыу Ғарифуллина:
- Беҙҙең башҡорттоң мөхәббәте телендә түгел бит ул, йөрәгендә. Динебеҙ иң юғары һөйөү - ихтирам, тип өйрәтә. Мөхәббәт - килер-китер нәмә. Ихтирам - холоҡ, ул ҡала. Ҡосаҡлашып-үпәстәшеп кенә донъя көтөп булмай. Башҡорт дөрөҫ эшләгән ғаилә ҡорғанда йөрәк тойғоһон алға ҡуймай. Аҡыл ал дан, асыу арттан йөрөһөн, тигәндәй, аҡыл алдан, хис-тойғо арттаныраҡ йөрөһөн ул, барыбер.
Таңһылыу Баһауетдинова:
- Был һорауға бер төрлө генә яуап биреүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, мәңге иләҫмиләҫ йөрөгән шиғри күңелле кешеләр быға дөрөҫ кенә яуап бирә аламы икән инде ул... Ләкин йән һөйгән, күңелең тартылып торған кеше менән йәшәү барыбер ҙә яҡшыраҡ инде. Әлбиттә, ғаилә ҡорорға теләгән йәштәр ололарҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалырға тейештер. Уларҙа - тәжрибә, аҡыл. Һәм ситтән яҡшыраҡ күренә, тигәне лә бар. Мөхәббәттән бикәр үҙ-ара ихтирам булырға тейештер, тип уйлайым. Мәҫәлән, ир кеше ғаиләһе, балалары, ҡатыны өсөн өҙөлөп тора, уларҙы етеш йәшәтергә тырыша икән, ҡатыны уны ихтирам итәсәк, яратасаҡ. Ә «үлеп яратам» тип барып та, тормош юлдашың итеп һайлаған кешең эскегә әүәҫ, тормош көтөүгә ялҡау икән, ниндәй мөхәббәт ҡалһын инде?..
- Ни өсөн кешелек әленән-әле бәләләргә, ауырыуҙарға, һуғыштарға дусар була? Һеҙ нисек аңлатырһығыҙ?
Таңһылыу Баһауетдинова:
-Әҙәм балаһы хаттин аша башланы бит. Үтә байҙар өсөн донъяның ҡыҙығы бөтөп, аптырағас, аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, алтын бәҙрәфтәрҙә хәжәт үтәй башланылар. Шул уҡ ваҡытта күпме өйһөҙ ҡаңғырған йәштәр, ауыр сир менән яфаланған балалар, ҡартлығында аҡса еткерә алмай ҡаңғырған ололар... Ә ни өсөн башҡалар ҙа яза күрәме? Уларҙы тыймаған, уларға быны аңлатмаған өсөндөр. Һуғыштар, нигеҙҙә, айырым кешеләрҙең ҡара эслелегенә, нәфсеһенә, байлыҡ көҫәүенә бәйле килеп сыға. Бәлә-ҡазалар, сирҙәр - Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау, минеңсә. Һынауҙы һынмай үтәбеҙмеюҡмы - үҙебеҙҙән тора.
Айһылыу Ғарифуллина:
- Былар барыһы ла - Аллаһтың һынауы, язаһы. Ҡөрьән Кәримдең «Шура» («Кәңәш») сүрәһенең 30-сы аяты - ошоға яуап: «Башығыҙға төшкән һәр бәлә - үҙегеҙҙең ҡылғандарығыҙ өсөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, (тәүбәгә килгәндәрҙең) күбеһен Аллаһ ярлыҡаясаҡ». Бында Аллаһ беҙгә бик һәйбәт аңлата: беҙҙең башыбыҙға төшкән һәр бәлә, ауырыу, юғалтыуҙар, балаларыбыҙ ҡайғыһы, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙ яратҡан, беҙгә ҡәҙерле һәр нәмәнең китеүе - беҙҙең үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡылған гонаһтар өсөн яза. Тәүбәгә киләйек, ғәфү, ярлыҡау һорайыҡ, доға ҡылайыҡ, Аллаһтың тыйғандарынан тыйылып, бойорғандарын үтәп йәшәйек, иншаа Аллаһ, ҡотолоу килер...
-Һеҙ икегеҙ ҙә - башҡорт блогерҙары, интер - нет аша үҙ фекерегеҙҙе, әйтер һүҙҙәрегеҙҙе еткерә алған, күптәрҙе яҙғандарығыҙға ҡолаҡ һалырға мәжбүр итә, әүрәтә алған шәхестәрһегеҙ. Бына ошондай һүҙ көсөнә эйә булғандарға интернеттан нимәләрҙе һөйләргә була, ә нимәләрҙе ярамай, тип уйлайһығыҙ? Был системала ниндәйҙер тәрбиәүи алымдар, дөрөҫ ағым булырға, контролдә тотолорға тейешме? Мәҫәлән, һеҙҙең маҡсатығыҙ ниндәй?
Айһылыу Ғарифуллина:
-Мин барыбер ҡабырсаҡта йәшәйем. Башҡа килгән нәмәне әйтеүҙән, оло донъяға сығарыуҙан һаман да тыйылам. Беренсенән, һәр һүҙемде динебеҙ ҡалыбына, унан күңелем бизмәненә, намыҫ, әҙәп-әхлаҡ үлсәүенә һалырға тырышам. Һүҙгә, уны әйтмәҫтән алда, һин хужа, ауыҙыңдан сыҡтымы - ул һиңә хужа. Һүҙ менән кешене үлтереп тә, терелтеп тә була. Ошо көстө насар, кемделер, ниҙелер юҡ итеү маҡсатында ҡулланыу - үҙе гонаһ. Һәр һүҙ өсөн уҡыусың алдында ғына түгел, Аллаһ алдында яуап бирер кәрәк бит әле. Бына быныһы - хәтәр.
Таңһылыу Баһауетдинова:
- Әҙәм балаһы камил лашыуҙан туҡтарға тейеш түгел. Беҙҙә, ғәҙәттә, кешенең мең яҡшылығын онотоп, бер ғәйебен башы аша ҡаплау ғәҙәте бар. Улайтып кешене тәрбиәләп булмай. Абсолют насар йәки абсолют яҡшы кешеләр булмай бит ул. Һәр кемдең дә кешегә оҡшап етмәгән яҡтары булырға мөмкин. Кеше теге йәки был ситуацияла насар йәки яҡшы ҡылығын күрһәтеп алырға мөмкин. Кешенең бәләкәй генә тырышлығын йәки ынтылышын, яҡшы ғәмәлен күреп, шуны күтәрмәләп ебәрһәң, унда үҙенә ышаныс уяна, ул изгелеккә изгелек менән яуап бирергә тырышасаҡ, минеңсә. Шуларҙы ишаралап ҡына уй төйөндәре аша бирергә тырышабыҙ. Юҡ, абсолют аҡыллы, ғилемле йәки шәп булған өсөн түгел. Мин, мәҫәлән, күңелем ҡушҡанға һәм үҙемдең әйләнәмдәге донъяны әҙләп кенә булһа ла яҡшыраҡҡа, яҡтыраҡҡа йүнәлтергә теләгән өсөн, бер генә кеше булһа ла фәһем алһын өсөн яҙам ул яҙмаларҙы. Ә интернетта нимә һөйләргә, нимә һөйләмәҫкә тигәндә, ошо хаҡта уйлап тормаусыларҙың күбәйеүе һиҫкәндерә. Фейк исем аҫтында кеҫә эсенән йоҙроҡ күрһәтеүселәр артты... Мулла ҡатаһыҙ, бәндә хатаһыҙ булмай, тигәндәй, барыбыҙ ҙа хаталана, яңылыша. Ләкин тәүбәгә килеү, ул хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышыу - үҙе үк ҙур еңеү. Ғәйепте эҙләһәң, һәр кешенән табып була. Был яҙмаларым аша бәхетте, тормош мәғәнәһен ябай ғына нәмәләрҙә лә табырға мөмкин икәнлеген аңлатыу - маҡсатым. Бәхет бит бер өймәләм ҙур тау түгел, йәки бер көн бәхеткә барып етеп, булды, килеп еттем, тип бот һоноп ултырып булмай. Ул айырым-айырым бәләкәй генә шатлыҡҡыуаныстарҙан тора. Шулар арта барған һайын, күңелең дә байый, донъяң да теүәлләнә. Быларҙы аңлауға тиклем мине Хоҙай ауыр һәм ҙур һынауҙар аша үткәрҙе. 30 йәшемдә генә ҡаты сиргә тарыным. Бер мәл бөтөнләй ятып киттем. Минең донъям бер бөртөк тәҙрәгә һәм телевизорға ғына ҡарап ҡалды. Әсәйем килеп тәрбиәләй башланы. Ул йәшереп кенә тышта илап инә ине. Күҙҙәре һатты... Күп уйландым. Шул мәлдә тормошомда һынылыш булды. Бер көндө әсәйем менән сәхәр эсеп, ураҙа тоттоҡ һәм мин «Ихлас» сүрәһен мең тапҡыр әйтеп, теләгәнемде һорарға ниәт ҡылдым. Төшкә әйтеп бөттөм һәм Өфөләге ҙур урында эшләгән бер таныш апайға шылтыраттым. Ул мине бик яҡшы дауаханаға урынлаштырҙы. Шөкөр, аяғымда ҡайттым. Шунан тормошом үҙгәрҙе. Быға тиклем, аҡылды мисәү итеберәк, хистәр донъяһындараҡ йәшәп, донъяға алһыу күҙлек ашараҡ ҡарап йөрөһәм, бынан ары аҡылды төпкә егә башланым... Яйлап намаҙға баҫтым. Әлбиттә, сәләмәтлек өсөн көрәшем 30 йәшемдән алып бер көнгә лә туҡтағаны юҡ. Ләкин уның ҡарауы мин тәҙрәмә килеп һарылған ямғыр тамсыһына ла, сабыйҙың әсәһен ҡосоп йылмайыуына ла, сит кеше бәхетенә лә ҡыуанырға өйрәндем... Үҙүҙемде яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәртеү, камиллашыу юлындамын. Дуҫың кем икәнен әйт, мин һинең кемлегеңдә әйтермен, тиҙәр. Рухташым, әхирәтем, хеҙмәттәшем Айһылыу менән бер коллективта, бер бүлмәлә ултырып эшләүҙе лә Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк, тип ҡабул итәм. Бушҡа ғына эшләмәгән быны Хоҙай, тип уйлайым. Иң ҡыйын мәлдәрҙә бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ. Әлбиттә, быға ла һынауҙар аша килдек. Тимәк, тормош дауам итә...
("Киске Өфө" гәзитенән алынды).
Читайте нас: