Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
17 Июнь 2020, 15:00

ШУЛАЙ ҘА БУЛА...

Был материалды күптән яҙырға уйлап йөрөһәм дә, боҙом, сихыр юҡ ул, тигәстәр, туҡтап ҡалғайным. Әле бына “Мир” каналынан ҡараған тапшырыу киренән ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Унда һыуҙың, әйткән һүҙеңә ҡарап, төҙөлөшө үҙгәреүен күрһәттеләр.Ә түбәндәге хәлгә мин үҙем шаһит булдым.

Был материалды күптән яҙырға уйлап йөрөһәм дә, боҙом, сихыр юҡ ул, тигәстәр, туҡтап ҡалғайным. Әле бына “Мир” каналынан ҡараған тапшырыу киренән ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Унда һыуҙың, әйткән һүҙеңә ҡарап, төҙөлөшө үҙгәреүен күрһәттеләр.
Ә түбәндәге хәлгә мин үҙем шаһит булдым.
1976 йылда инәйем ныҡ ҡына ауырып китте. Йөрәктән йыл буйы дауаханала ятты. Һарғайып, ҡураныс ҡына булып ҡалды.
Каникул ваҡытында, һыйыр һауышырға, тип, әсәйем мине уларға ебәрҙе. Матур, йылы яҙ. Бөтә халыҡ эргәтирәһен матурлай. Олоғара дебет шәл ябынған инәйем уларҙы иламһырап, эсе бошоп күҙәтеп ултырғанында:
-Бабайың мине Белорет дауаханаһына алып барып ҡарай. Хәлем бөттө, үләрем, ахыры. Их, балаларым ҡала инде, - тигәйне.
Мин йәшлегем менән бик төбөнә төшөп һорашып торманым. Инәйем 95 йәшкәсә йәшәп мәрхүмә булды. Бер мәл беҙгә ҡунаҡҡа килгәндә, ҡыҙыҡһынып, унан теге хәл хаҡында һорап ҡуйҙым. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Теге мәл Белоретҡа китеп барғанда Ҡағыла автобус боҙолдо. Урыҫ белештәргә барҙыҡ. Эй тәмле генә тоҙло кәбеҫтә ашы еҫе сыға, ашағым килә, тик сусҡа ителер, тип тартынып ултырам. Әбейе сыуаш икән , ә уларҙа күрәҙәлек тә бар бит. Бабайың менән урыҫса һөйләшәләр. -Ҡатыныңа әйт, - ти икән.
- Сусҡа ите түгел, йылҡы ите. Ашаһын, ашағыһы килеп ултыра. Дауаханаға алып барһаң, үлтереп, тейәп ҡайтаһың, берәй мосолман муллаһына күрһәт. Боҙом эшләгәндәр, уныһы йәнләнгән, йөрәген кимерә. Тиҙ арала күрһәт.
Бабайың мине дауаханаға түгел, ә Аҙнағол муллаһына алып барҙы. Ул тоҙ өшкөрөп бирҙе һәм шуны, кеше аяғы баҫмаҫ элек таң һыуы алып, шуға ҡушып эсергә ҡушты. Йыл үткәс кенә ҡоҫҡанда ауыҙымдан май ҡуңыҙы кеүек бер нәмә килеп сыҡты. Әлдә генә мулла әсәйем эргәмдә ине. Ул боронғоса ағас көрәк менән алып, юл сатына ташлатты.
Ҡайтҡанда ул доға уҡып, мин йырлап ҡайттым. Аллама рәхмәт. Шәбәйеп киттем.
Шәбәйгәндер, беҙгә байрамға килеп, сәхнәлә, 100-гә етәм, тип тыпылдатып бейеп йөрөнө.
Иҫ китмәле егәрле ине ул. Эшләмәгән эше ҡалманы. Бәйләү, сигеү, тегеү кеүек эштәрҙең ҡулынан килмәгәне булманы.
Миңә лә иҫкәртеп ҡуйҙы: “Насар йәшәһәң - кеше үсәй, матур йәшәһәң – күрә алмай. Аң бул. Шикләнгән кешең булһа, бер ҡалаҡ ҡына ризығын ситкә ҡой. Миңә лә ризыҡҡа ҡушып биргәндәр”.
Дөрөҫтөр. Ана бит, насар һүҙ әйтһәләр, тап-таҙа һыу ҙа ҡапҡара төҫкә инә. Аң булайыҡ, һау булайыҡ. Бер-беребеҙгә изгелекле булып йәшәйек.
Читайте нас в