Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
17 Июнь 2020, 17:10

КҮРШЕБЕҘ КЕМ БУЛЫР?

Күрше, тигәндән. Бер мәл Муса ғәләйһис-сәләм Хаҡ Тәғәләнән минең йәннәттәге күршем кем булыр икән, тип һорай. Раббыбыҙ уға ожмахтағы күршеһенең фәлән-фәлән ҡалала йәшәүсе ит һатыусы булыуын әшкәртә.

Өй һалыр ерҙе һайларҙан алда күршеңдең кем булырын һайла, тиҙәр. Был да дөрөҫтөр: күршеңдең кем һәм ниндәй булыуы - бәхетең йә бәхетһеҙлегең. Шөкөр, ҡайҙа ғына йәшәлһә лә, Аллаһы Тәғәлә бына тигән күршеләр менән бүләкләне!
Күрше, тигәндән. Бер мәл Муса ғәләйһис-сәләм Хаҡ Тәғәләнән минең йәннәттәге күршем кем булыр икән, тип һорай. Раббыбыҙ уға ожмахтағы күршеһенең фәлән-фәлән ҡалала йәшәүсе ит һатыусы булыуын әшкәртә. Пәйғәмбәрҙең ул кешене барып күргеһе килә һәм юлға сыға. Тегене барып тапҡас, был ниндәй кеше икән, тип, уны күҙәтә башлай. Иң аптырағаны шул була - көн буйы күҙәтһә лә, ит һатыусының яҡшы яғын күрмәй, уның ҡылған ғәмәлдәрен изге кешеләр башҡарған ғәмәлдәр рәтенә индереп булмай. Көн аҙағында ул ит һатыусыға бер мосафир сүрәтендә барып, ҡунып сығырға рөхсәт һорай. Теге ризалаша.
Ҡайтыр саҡта ит һатыусы бер киҫәк ит ҡырҡып ала ла, өйөндә уны бешерергә һала. Ит бешеп сыҡҡас, Муса ғәләйһис-сәләмгә :" Һин яңғыҙың ғына ашай тор, әгәр минең менән ашайым, тиһәң, бер аҙ көтөргә тура киләсәк", -ти. Муса ғәләйһис-сәләм өй хужаһын көтәм, ти.
Теге ир, бешкән ит киҫәген алып, уны бик ваҡ өлөштәргә турап бөтә лә, бүлмәнең шаршау менән бүленгән мөйөшөнә инеп китә. Шаршау асылғас, пәйғәмбәр унда бик ҡарт һәм хәлһеҙ генә ҡарсыҡты күреп ҡала. Ҡарсыҡ ятҡан урынынан кеше ярҙамынан тыш тора ла алмай, ризыҡ ашарлыҡ тештәре лә булмай. Ит һатыусы һәр бәлкәй ит киҫәген яйлап һәм берәм-берәм теге ҡатынға ҡаптыра. Ҡарсыҡ, һәр өлөштө йотҡас, тешһеҙ ауыҙын мөйтәндәтеп, иренгенәләрен ҡыбырлатып ниҙер шыбырҙай.
Ҡарсыҡты ашатып туйҙырғас, итсе уның ятҡан урынын таҙартып, бысраҡ нәмәләрен алмаштырып ҡуя. Шунан һуң ғына ҡунағының эргәһенә бара." Был һинең әсәйеңме?"-тип һорай пәйғәмбәр. "Эйе,"-була яуап. "Һәр ит киҫәген йотҡас, ул һиңә нимә әйтергә маташты ул?”-тип һорай Муса ғәләйһис-сәләм. " Ул, доға ҡылып, эй, Раббым, минең улым йәннәттә Муса ғәләйһис-сәләмдең күршеһе булһын инде, тип ялбара", -тигән.
Муса ғәләйһис-сәләм, теге иргә : " Әсәйеңә әйт - Хаҡ Тәғәлә уның доғаларын ҡабулдарҙан ҡылған инде!"-ти...
Ошо тарихты уҡығас, күршем Ишбирҙе ағай иҫкә төштө - әсәһенең бер бөртөк кенә балаһы, Хәйривафа инәй (әсәһе) ҡартайып киткәс, эй матур итеп ҡараны - өҫтөн-башын тәрбиәләне, ашатып-эсерҙе. Инәй: "Мунсанан һуң, тырнаҡтарым йомшаҡ саҡта, эй матур итеп тырнаҡтарымды ҡырҡа Ишбирем", -тип рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай ине...
Әсәһенең пенсияһын талап эсеп, эткә ашамаҫ һүҙҙәр әйткән, хатта үҙен донъяға тыуҙырған ғәзизенә ҡул күтәргән кешеләрҙе лә күрһәтте тормош киноһы.
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаҡ та, тормош ниндәй генә битлек кейҙерһә лә, тегендә кемдең күршеһе булыуыбыҙ, нимә генә тиһәк тә, ғәзиз әсәйҙәребеҙҙең фатихаһына, ҡылған доғаһына бәйле шул. Муса ғәләйһис-сәләмдең ит һатыусы күршеһенеке һымаҡ...
Читайте нас: