Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
5 Июнь 2020, 15:00

КҮҘ БӘЙЛӘҮМЕ? НИМӘ БУЛДЫ ҺУҢ УЛ?

Тормошта беҙ аңлап етмәгән сәйер хәлдәр ҙә осрап тора шул. Бынан 15 йылдар самаһы элек Иҫке Монасип ауылындағы Ильяс хәҙрәт ҡәберенә зыярат ҡылғанда күргән сәстәр үрә торорлоҡ күренеш һаман иҫтән сыҡмай...

Тормошта беҙ аңлап етмәгән сәйер хәлдәр ҙә осрап тора шул. Бынан 15 йылдар самаһы элек Иҫке Монасип ауылындағы Ильяс хәҙрәт ҡәберенә зыярат ҡылғанда күргән сәстәр үрә торорлоҡ күренеш һаман иҫтән сыҡмай...
...Хеҙмәттәштәрем менән һөйләшеп, бер шәмбелә Монасиптағы Ильяс хәҙрәт ҡәберенә барып ҡайтырға булдыҡ. Эштән уазикты һорап тороп, ашарға ла алып, иртәнсәк үк сыҡтыҡ изге юлға. Барып еткәс, машинанан төшөп, зыярат яғына атланыҡ. Ҡапҡаны үтеү менән – йылға йырҙаһы. Тик ул йәй ямғырлы ғына булыға ҡарамаҫтан, тамсы ла һыуы юҡ. Сүллек һымаҡ һары ташлы тәрән генә йырҙа ғына өңрәйеп ята. Унан аша һалынған баҫма аша үткәндә, мин:
-Теге килгәндә ошонан сылтырап ҡына йылға ағып ята ине. Ҡалай ямғырлы йәйҙә лә ҡороған, - тип ҡуйҙым. Башҡаларҙың тәүгә килеүе ине.
Үтеп, эскәмйәләргә ултырҙыҡ. Хәҙрәт ҡәбере баяғы йылғаға яҡын ғына. Апайҙар аят уҡыны. Ҡоштарға ем һалдыҡ. Көн аяҙ, еләҫ кенә ине.
Бер сәғәттәй ултырғас, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ һәм... теге баҫма аша үткәндә... тел аңҡауға йәбеште лә ҡуйҙы – бер сәғәт элек кенә күргән һары ташлы йырҙа урынында күкһел ҡаяташтар өҫтөнән сылтырап ҡына йылға аға ине...
Барыбыҙ ҙа телһеҙ ҡалып, тәндәр зымбырҙай-зымбырҙай атланыҡ машинаға. Инеп ултырғас, бер-беребеҙгә һораулы ҡараштарыбыҙҙы төбәнек.

Ингәндә әллә күҙ бәйләнгән булғанмы икән? Әллә арабыҙҙа ышанмайыраҡ барыусы булғанмы?.. Бәлки, рухына бағышлап уҡылған аят “бәйләнгән” күҙҙәребеҙҙе асҡандыр...
Ҡайтыр юлда тәғәмләнергә туҡтағас ҡына телдәр бер аҙ “аңҡауҙан ысҡынды”.
Бына шундай кирамәт күрҙек. Бәлки, тағы ла ошондайыраҡ хәлгә тарыусылар барҙыр...
Был нимә булды һуң ул? Һуңғы ваҡытта барғаныбыҙ юҡ хәҙрәт ҡәберенә. Теге шишмәлә һыу бармы икән? Ташы ниндәй төҫтә икән?
Читайте нас: