Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
8 Апрель 2020, 14:00

ШӨКӨР, ТЕГЕ ТӘҘРӘЛӘ УТ ЯНА...

...Таң ҡараһынан уяныу менән тиҙ генә тәҙрә пәрҙәһенең ситен аса һалып, байтаҡ алы-ы-ыҫтағы бер өйҙәң тәҙрәһенә күҙ һалыуҙы ғәҙәт итеп алдым һуңғы ваҡытта. Әгәр тәҙрәлә ут яна икән, күңелем күтәрелеп китә... Ут янмаһа, их, тейем. Әллә... Ни өсөн улай итәмме?

...Таң ҡараһынан уяныу менән тиҙ генә тәҙрә пәрҙәһенең ситен аса һалып, байтаҡ алы-ы-ыҫтағы бер өйҙәң тәҙрәһенә күҙ һалыуҙы ғәҙәт итеп алдым һуңғы ваҡытта. Әгәр тәҙрәлә ут яна икән, күңелем күтәрелеп китә... Ут янмаһа, их, тейем. Әллә...
Ни өсөн улай итәмме?
Эскелек менән булыштылар ул йортта. Һәм бына күптән түгел шул эскенән башы сыҡмайыраҡ йөрөгән ир-уҙамандың намаҙға баҫыуы хаҡында ишеттем һәм ҡыуандым... Танышым да, туғаным да түгел, хатта йөҙөн дә яҡшылап белмәйем. Машина менән үтеп барғанымда иҫерек икәне генә күҙгә ташлана, ләкин йөҙөнә ҡарағаным юҡ ине. Шул ир-егет намаҙға баҫҡан бит. Иншаллаһ!
Өндәшмәй генә эй ҡыуанып йөрөйөм шуға. Айыҡ тормош алып барған милләттәштәребеҙ берәүгә булһа ла артты, тимәк, тип ҡыуаныуым. Ә ниңә тәҙрәһен аңдыйың, тиһегеҙҙер. Намаҙ ваҡыты етеүен белдереп шылтыраған сәғәтемде баҫҡас та, теге ир-егет намаҙ уҡырға торҙомо икән, тип “аңдыуым”. (Былай, шөкөр, Хоҙай намаҙ мәлен үҙе иҫкәртә, фәрештәләр уята, шикелле ул... Тик шул “сәғәтте” тыңлай белергә генә кәрәк, йыбанмай, йоҡоға баш булып...)
Теге тәҙрәлә ут янмаған көндә шикләнә башлайым. Әллә, бер-бер, тейем... Бер үк шайтан ҡотҡоһона ҡабат бирелеп ҡуймаһын, тип теләктәрем менән булһа ла ҡурсалайым диндәшемде. Ҡурҡам. Кешеләрҙән...
Элек ҡырын юлда йөрөп, насар ғәҙәттәре булып, аҡылына килеп, иман юлына баҫҡандарға мыҫҡыл итеп ҡарау ҙа юҡ түгел беҙҙең йәмғиәттә. Шул баҫым-ҡыҫымдарҙы еңеү өсөн ҙур рух көсө лә кәрәк бит. Шул рух көсөнә зыян итмәһендәр кешеләр, тейем.
Ә ул көслө кеше! Сөнки үҙ-үҙен еңгән! Ә иң ауыры тап шул үҙеңде еңеү бит был донъяла!
Ошондай еңеүселәр күберәк булһын ине арабыҙҙа. Ундайҙарҙан мыҫҡыл итмәйек, рух көстәренә һоҡланайыҡ, ярҙам итәйек уларға...
...Бына бөгөн дә таңда тәҙрә пәрҙәмә үрелдем. Теге тәҙрәлә ут яна! Шатланып башланым көнөмдө! Сөнки Бөйөк Аллаһҡа рәхмәт яуҙырыусы тағы бер кеше артты. Юҡ, дуҫтар, донъяны матурлыҡ яңғыҙы ғына ҡотҡара алмай, Иман, Изгелек, Мәрхәмәтлек тигән төшөнсәләр уға йәнәш йөрөргә тейеш...
Хаҡ юлға кешенең ҡасан һәм ниндәй юлдар менән килеүе лә артыҡ шарт түгел, Килеүе шарт...
Читайте нас: