Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
8 Апрель 2020, 12:00

ҺАНДУҒАС ТА ҮПКӘЛӘЙ БЕЛӘ ИКӘН...

...Үткән ялда көн бик матур торҙо: ҡояшлы, аяҙ. Мунсанан ҡайтып килгәнемдә өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һайраған ҡош тауышы иғтибарымды йәлеп итте. Әлле теге һандуғасым ҡайтҡанмы икән, тип ян-яғыма ҡарандым. Үҙе күренмәй.

...Үткән ялда көн бик матур торҙо: ҡояшлы, аяҙ. Мунсанан ҡайтып килгәнемдә өҙҙөрөп-өҙҙөрөп һайраған ҡош тауышы иғтибарымды йәлеп итте. Әлле теге һандуғасым ҡайтҡанмы икән, тип ян-яғыма ҡарандым. Үҙе күренмәй.
Өйгә ингәс тә тәҙрә аша теге моң дауам итте. Тәҙрәнән тышҡа күҙ һалһам, эйе, бер бәләкәйерәк кенә ҡош өҙҙөрә генә. Тәҙрә пәрҙәһен асып ҡараһам, тертләр, тип ипләп кенә күҙәтә башланым. Яҡшыраҡ ҡарарға булып, шулай ҙа пәрҙәне ҡыбырлатыуым да булды, пырт итеп осоп та китте ҡошсоҡ. Шул-шул! Һандуғасыбыҙ ҡайтҡан! Үпкәсел һандуғасыбыҙ!
Инде нисәнсе йыл һандуғас төйәк итә беҙҙең тирәне. Минең йоҡо бүлмәмдең тәҙрәһенә тейеп тигәндәй үҫкән сейә ботағына ултырып ала ла, көн, тимәй, төн, тимәй, моң түгеп ала ул бер мәл. Төндәр буйы һайрай, ҡара таңдан һайрап уята...
Шулай бер нисә йыл элек булалыр, ныҡ ҡына ауырып ятам. Ә һандуғастың унда эше бар, тей. Һайрапмы-һайрай ғына! Бер мәл былай ҙа ауыртҡан башымдың эсенә инеп һайрай башлаған һымаҡ тойола башланы. Йоҡлай алмай ҡаңғырып һыҙланып ятҡан кешегә етә ҡалды – илағы килә башланы. Һаман туҡтамағас, иптәшемә, шул һандуғасты ҡыуып тор әле, тинем. Иптәшем сығып та китте, һандуғастың да тауышы шымды...
Йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк өйрәнелмәгән тынлыҡ ҡаршы алды. Һандуғасһыҙ таң... Тимәк, үпкәләгән һандуғасым...
Ул йәйҙә бүтән сейәлә һайраманы һандуғасым. Алыҫтараҡ тоноҡ ҡына булып ишетелгеләне... Икенсе йәйҙә лә күренмәне. Өсөнсө йәйҙә генә килде моң эйәһе. Ҡабаттан ҡайтты төйәгенә. Тимәк, быйыл да ҡайтҡан... Күңелем күтәрелде, донъям түп-түңәрәк һымаҡ булып китте. Тимәк, яҙым йәнә һандуғаслы буласаҡ, тимәк, йәнә һандуғаслы таңдар көтә, тимәк, йәшәү дауам итә!
...Баҡтиһәң, тулы бәхетле булыу өсөн ҡош моңо ла кәрәк икән әҙәм балаһына...
...Баҡтиһәң, һандуғас Аллаһтың иң матур исемдәрен белеүсе берҙән-бер йән эйәһе икән...
“...Когда Ибрагим был брошен в огонь, над костром собрались все птицы. Среди них была одна слабая птичка, которая бросила себя в огонь, чтобы быть рядом с Ибрагимом. Аллах Всевышний сказал, обращаясь к Джибрилю: - О, Джибриль! Эта слабая птица бросила себя в огонь, чтобы оказаться рядом с Ибрагимом. Есть ли у нее какое-либо желание? Я исполню его. Джибриль спустился вниз, взял эту птицу, положил ее на землю и спросил о том, чего бы она хотела от Аллаха. Птица сказала: - Я слышала, что у Аллаха есть тысяча и одно имя. Я узнала сто из этих имен, и хотела бы узнать остальные. Аллах Всевышний научил эту птицу оставшимся именам. Таким образом, эта птица узнала все имена Аллаха Всевышнего. Этой птицей был соловей. Из книги «Анваруль-ашикын»
...Тиген ҡош түгел икән дә баһа һандуғас. Бәлки, теге саҡта ла ул, өҙөлөп-өҙөлөп, миңә шифа бирергә, күңелемдә йәшәүгә көс уятырға тырышҡан булғандыр үҙенсә. Ә мин уны үпкәләткәнмен... Ғәфү ит, Һандуғас!..
Читайте нас: