Был хәлде олпат ҡына бер ағай бәйән итте.
- Белеүегеҙсә, беҙ тау башында йәшәйбеҙ. Ауыл кешеһе булғас, ҡош-ҡорт аҫырамай булмай. Тауыҡтар себеш баҫып сығарғас, себештәре бәләкәй генә саҡта уларҙы кәкүк урлап теңкәгә тейә, аҙыраҡ ҙурая биргәстәре, әҙер иткә икенсерәк ҡоштар яу була, тағын да ҙурайғаыс – өсөнсөләре. Ҡыҫҡаһы, 100-ләгән себештән бары-юғы 30-40-ы тауыҡ булып етешә.
Бер эштән ҡайтһаҡ, бер оя себештәр етемһерәп ҡалған –ә әсәләрен ҡош алған. Сырҡ-сырҡ килешкән булып, йәлләтеп кенә йөрөйҙәр, бахырҡайҙар. Ҡатыным менән был себештәр менән артабан ни булыр, тип һөйләшәбеҙ. Йомортҡа һалып йөрөгән бер тауыҡтың кискә табан әсәлек инстинкты уянып киттеме, йәлләү тойғоһо көсәйҙеме, баҫып ятҡан йомортҡаларын да онотоп, алды бит теге себештәрҙе! Ҡанат аҫтына алып, бөтөнләй үҙенеке итеп ҡарай башланы.
Ҡара көҙ етте. Себештәр ҙә ҙурайҙы. Теге ҡурҡылдаҡ тауыҡ себештәрҙе ташламаны. Башҡаларын салһаҡ та, был ояныҡыларҙы салырға ҡыйманыҡ. Етемдәр бит, бынау тауыҡ алмаһа, яҙмыштары ни менән бөтөр ине – билдәһеҙ...
Башҡа бер уй килде: тауыҡтың тауығы миһырбан эйәһе икән. Ана бит, әсәлек инстинкты уянып, бер оя себеште алып көттө. Ә беҙ, кешеләр, әллә кем булып йөрөһәк тә, бәғзе саҡ ошо тауыҡтыҡындай ҙа аҡылыбыҙ юҡ: бәғер ите булған балаларын тапҡас та яҙмыш ҡосағына ташлап киткән әсәйҙәр, балаларын ҡарашмаған “кәкүк” атайҙар, бала хаҡын үтәмәгәндәр аҙмы ни донъяла? Кавказда балалар йорттары юҡ, улар унда кәрәкмәй ҙә, сөнки теге йәки был сәбәп менән ата-әсәһенән яҙған балаларҙы яҡын туғандары алып көтә , тиҙәр. Ә беҙҙә? Тере етемдәр, социаль етемдәр тигән тотош быуын үҫеп килә түгелме?
Зирәк булмаған, хәтере юҡ, аҡылына маҡтанырлыҡ рәте булмаған кешене беҙҙә “тауыҡ мейе” тип битәрләргә , кәмһетергә яраталар. Булмайыраҡ торһон әле – тауыҡтың мейеһе “аҡыл эйәһе” тип нарыҡланған әҙәми заттыҡынан күпкә шәп – быйыл йәй себештәрем менән булған ваҡиға ошоно раҫланы.
Эйе, тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Тауыҡтың тауығы менән булған ошо ябай ғына ваҡиға барыбер ҙә уйға һалырлыҡ. Мейе сырыштарын бураҙналап.