Бөтә яңылыҡтар
Уй төйөнө
16 Август 2019, 16:00

Далала ла аҙашып була икән йәки Урау булһа ла юл яҡшы

Интернетта Өфө ҡалаһында бер ҡатынды фатирҙа тотолған эт талап үлтереүе хаҡында уҡығас, ҡылт итеп бала саҡта үҙем менән булған бер хәл иҫкә килеп төштө.

Интернетта Өфө ҡалаһында бер ҡатынды фатирҙа тотолған эт талап үлтереүе хаҡында уҡығас, ҡылт итеп бала саҡта үҙем менән булған бер хәл иҫкә килеп төштө.
Башта Баймаҡҡа, унан – Сибайға, Сибайҙан Ҡыҙылға, Ҡыҙылдан йәнә бер ауылға автобуста барҙыҡ. Тик еҙнәй йәшәгән ауылға барып етмәй икән автобус. Ары артыҡ күп ҡалмай, йәйәүләп бараһығыҙ инде, тинеләр. Көн эңергә тартҡан мәл. Дала буйлап йәйәүләп сығып киттек. Барабыҙ ҙа барабыҙ, ә юлдың иге-сиге юҡ һымаҡ. Арытты. Күҙ бәйләнә башлаған мәлдә ҡаршыбыҙға арбалы ат осраны. Хужаһы – ҡатын кеше. Арбаһына һарыҡтар һалып алған. Апайым беҙ күҙ тотҡан ауылға алыҫмы икәнлеген һорашты. Юл уңға китә, ә ҡатын беҙгә һулдараҡ күренгән уттарға төртөп күрһәтеп, ана, һеҙ барасаҡ ауыл, тине. Апайым менән, урап йөрөгәнсе, әйҙә, тура барайыҡ, тип һөйләшеп, бер бөртөк ағас әҫәре булмаған дала аша тура киттек. Барабыҙ, барабыҙ, барып ҡына етеп булмай, беҙ атлаған һайын теге уттар ҙа ҡаса. Ул арала ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. Ҡайҙа ул ваҡытта кеҫә телефоны. Ниһайәт, уттар яҡынлашты. Был мәлгә төн урталары еткәйне, ахыры. Уф, еттек, шикелле, тип уйлап та өлгөрмәнек, алдыбыҙҙа киң генә йылға хасил булды. Аптырап, яр буйлап атлайбыҙ. Апайымдың башына килмәгәндер инде оло юл киткән яҡҡа - уңға атларға кәрәклеге, гел һулға тартабыҙ. Ауыл ҡул һуҙымы ғына ерҙә, тик йылға аша күпер ҙә, баҫма ла күренмәй.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 16 август һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: