Улым Булатҡа 4-5 йәштәр самаһы булғандыр. Урал урамындағы күрше малайы Фәнүр (мәрхүм инде) менән Иҙелгә балыҡ тота киткән былар. Һәптеюҡ ваҡыт үтһә лә, икеһенә бер генә балыҡ эләккән. Ҡайтһам, түрбаштағы өҫтәлдә буйына ҡырҡылған ярты балыҡ ята. Уныһы ҙур булһа бер асыу. "Кем был сей балыҡты шулай буйынан-буйына ҡырҡып һалып ҡуйҙы?"-тейем. Булат әйтә: "Фәнүр ағай менән көн буйы балыҡ ҡармаҡланыҡ, ҡармаҡ минеке, балыҡты Фәнүр ағай тотто, честно булһын, тип, ошолай бүлдертеп алдым, "-ти.
Ғәләмәт, әй. Хәҙер нимә генә бүлешмәйҙәр: ерҙе лә, алтынды ла, аҡсаны ла, башҡаны ла... Ошо кескенә балаларҙағы һымаҡ ғәҙеллек кенә юҡ...