Баҙыян байрам булдырмаҡсы. Барыйы бурылдай: бесән булмағас, байрам булмай. Бер Беларус та бесәндәре булманы быйыл.
Боҙ-борсағы бигерәк борсой. Бар байлығың баҡсала булғас, борсолаһың. Бөгөн бына бар булған баҡса байлыҡтарын болғаны. Баҙыян бисара баҡсаһынан биҙрәләп борсаҡ бырғатты. Был багудаһы быйыл быйтандапмы-быйтандай. Болот та болот. Башта булманы. Бесән башланғайны, башланы был да. Бесән бакуйҙа, бесәнлеккә барып та булмай, батҡаҡ. Беларус та батҡан. Барый барып бакуйҙарын болдалап биргән борсаҡҡа. Бурһыған бакуй бесәнгә бармай, билдәле. Бүтән берәй бесәнлек барлар Барый. Башмаҡтары бар, быҙауҙары, бүтәне. Барыһы биш баш.
Баҙыяны баҡсаһында бил бөгә. Бар белгәне баҡса. Бурылдаһа ла, былтырғы баҡса байлығы быйыл да бар. Балалары булыша. Бытылдап бәләкәсе лә баҡсала. Бәрәңгеләре байтаҡ. Баҡсала барыһы ла бар. Бутбылдарында, баҙҙарында була байлыҡтары.
Бәрәңгеһен биҙрәләп баҙарға ла бара. Бөгөн дә барҙы. Бәрәңге байтаҡ булһа ла, Баҙыяндыҡы баҙҙыҡы бит. Байтаҡ болло булды. Балаларына, Барыйына барырлыҡ башмаҡтар, башлыҡтар, бирсәткәләр булды. Баҙыян былай бирсәткә бәйләй, баҙарҙыҡы ла бара балаларға. Бигерәк бөтөрәләр бит.
Барыйы быртандап, бурылдап бер булды: баҙар бисәһе, баҡсаңды барламай, баҙарҙа буталаһың. Баҙар бирсәткәһе биргәс, бурылдауы баҫылды. Бала бит Барый ҙа. Баҙарҙа буш бирмәйһең бит, бол була. Барый быртандаһа ла, барыр Баҙыян. Балалары бына-бына балалар баҡсаһына барыр. Бәлтәһе, быймаһы, башҡаһы – барыһы баҙарҙа. Бармай булмай. Барыйы былай бик башлы башҡорт. Бол булдыра. Бесәне борсой, бурылдауы борсолоуҙан. Бар белгәне – бесән.
Бик булмаһа, бураһын башлар. Барый бик булдыҡлы бит, буш булыу Барыйға бармай. Былтыр бетонын, башына барыһын барлағайны. Быйыл бураһын баҫтырыр.
Балдары ла бар. Баҡсала быжылдап-быжылдайҙар. Быйыл бал бик булмаҫ. Борсағы, башҡаһы бөтөрҙө. Безелдәүектәр бик болданманылар. Былай борҙолар. Балаларға баллы бауырһаҡҡа булды. Булғанына – бәрәкәт. Былтырҙан бер бидон бар. Баҙ буш булмаҫ. Бәрәңге, башҡа байлыҡ булыр.
Бер башмаҡтарын бартерға бирерҙәр. Бураның башына.
Бына бесәне булһа, барыһы булыр. Борсағы бер бөтөр, бәлки. Бөтмәһә, бөттө. Башмағы ла, башҡаһы ла – баҙарға. Бесән булмаһа, башмаҡ-быҙауҙы болдалап бөтөлөр. Бер баш булһа - булды. Бәрәңге, былтырғы бесән бер башҡа буйтым булыр.
Барый Баҙыянына бик быртандамаҫҡа бойороп, бесәнгә барырға булды. Бакуйҙары бурһыһа ла, барыбер, бармай булмай. Башҡа берәй бесәнлек булыр, бәлки. Беларусы боҙолмаһын да бынау борсағы булмаһын. Башҡаһы Барыйса булыр.
Баҙыян бәлеш, бәрәмәс бешерә башланы. Берыңғай бауырһаҡ баҫты. Билмән дә бөктө. Былау, бишбармаҡ та булыр. Барыйҙың бажалары – Бикбулаттар, Батырҙар, биръяҡтан Басирҙар, Билалдар булыр байрамда. Бесән булмаһа ла, барыбер байрам байрамса булһын. Боҫо борҡоған бишбармаҡ, быуы бөрккән бәлештәр, бәрәмәстәр, билдәмәнән билмән, бәшмәк, баллы бауырһаҡтар – Баҙыян булдырҙы барыһын да.
…Бесәнле беларуста Барый болдорға боролдо. Быйылғы болғаҡта барына, булғанына – бәрәкәт. Беларустан борҡоп бесәй болдорға боҫто. Бормаһын бороп, Баҙыян болдорға барып баҫты. Барыйының бите боҙолмаған, бесәне бар бит. Баҙыяндың да битендә бәхет балҡыны. Барый бөҙрә башын бороп биҙәнгән Баҙыянға баҡты. Бисәһе бигерәк бөтмөр, булдыҡлы, баҫымсаҡ, барыһын барлап, булдырып бара, бурылдап бурһымай. Быйтанлап, бисураланып бимазаламай. Барый бесән башындағы баһырауҙарын, бағаналыҡтарын бырғатҡас, Баҙыян бесән бушатышырға ла булышты. Балалар ҙа буталанған булды. Буйтым бесән бушаттылар. Барый балауыҙҙай булды, бите бәхеттән балҡыны. Бер ыңғай Бетерәнән бәрҙе, бағры бығауҙаған. Байрамға батыр.
- Быйыл бесән бил-бауырҙан. Боҙ-борсағы булмаһа, байтаҡ булыр.
- Бигерәк бөтмөрһөң, Барый. Бынауындай бесән булғас, барына бәрәкәт. – Баҙыян баҙнатһыҙланманы, Барыйына булыша-булыша бытылданы.
- Бисәм дә бик булдыҡлы бит. – Барый ҙа булдырҙы.
- Байрам байрамса булыр. Бәлешем беләү булмаһа. Бишбармаҡ беште. Бал балы бер батман.
- Баҙыяным, бәғерем, бауырым, бөйөрөм, бергенәм, бөрләтәүем…
- Барый, бытылдама, балалар бар бит.
- Балалар ҙа белһен Баҙыянымдың булдыҡлы, бер генә булыуын.
- Барый, билең биртенмәһен бесән бушатып.
- Биртенмәҫ, биртенһә, Баҙыян баллар билде.
- Бар, битең буялған, байрам башлана бит.
- Бар, бәлештәреңә, былауыңа баҡ, болдаланмаһын.
Бәхетле Баҙыян боландай борғаланып болдорға боролдо. Бошоноуы бөттө. Байрам байрамса буласаҡ бит! Барыйы бурылдамай! Битен буяны, билбауын быуҙы, бармағындағы балдағы, беләҙеге лә балҡыны. Бүләктәрен барланы. Барыһы бар. Бикбулаттар, Батырҙар, Басирҙар, Билалдар Барыйҙарға боролдо. Байрам башланды.