

27 сентябрь - Бөтә донъя туризм көнө. Үҙ ғүмерендә бәләкәй генә сәйәхәттәр ҡылырға хыялланмаған һәм сәйәхәт итергә яратмаған кеше һирәктер, моғайын. Бының өсөн әллә нисәмә мең һумдар түгеп, сит илгә сығып китергә лә кәрәкмәй. Үҙебеҙҙең районыбыҙҙа ла иҫ киткес тәбиғәт ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындар бихисап.
Ауылдағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәүсе "Йәнбикә" инәйҙәрен "Динарлар" турфирмаһы Ағиҙел буйлап сәйәхәткә саҡырҙы.
Инәйҙәр район тарихын, иҫтәлекле урындарҙы, ер-һыу атамаларын иҫтәренә төшөрҙө, туризм көнө уңайынан әҙерләнгән викторина һорауҙарына яуап эҙләнеләр.
Әлбиттә, таҙалыҡ тураһында ла онотманыҡ, Ағиҙел буйын сүп- сарҙан таҙарттыҡ. Шулай итеп, һиҙелмәй ҙә бер көнөбөҙ үтте.
Көҙгө муллыҡҡа һоҡланып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайттыҡ. Беҙҙе матур сәйәхәткә саҡырыусы "Динарлар" турфирмаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эшегеҙҙә тик уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Сығанаҡ:https://vk.ru/wall-139011708_4096